Республика ирекмәндәре йүнселдәрҙән хәйриә ярҙамы алды

Алты мең битлек, һигеҙйөҙ санитайзер һәм  химик эшкәртеү шыйыҡсалары тултырылған өс тиҫтә һауыт. Республика ирекмәндәре йүнселдәрҙән хәйриә ярҙамы алды. Шәхси хәүефһеҙлек сараларын “Наша забота” берҙәм ирекмән үҙәге ағзалары үҙҙәре лә файҙалана, мохтаж кешеләргә лә таратасаҡ. Ойошма  йүнселдәр менән әүҙем хеҙмәттәшлекте дауам итә, әлеге ваҡытта ирекмәндәр өсөн транспорт һәм туҡланыу мәсьәләләре хәл ителә.Урта һәм кесе эшҡыуарлыҡты берләштергән “Опора России” йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы булараҡ “Снабжение” сауҙа йорто ирекмәндәр өсөн алты мең медицина битлеге тапшырһа, “Дэлэкса” йәмғиәте санитар эшкәртеү шыйыҡсаларының төрлө күләмле өлгөләрен әҙерләгән.

Читайте нас в Яндекс.Новостях