Йүнсел йүнен таба

Ауылдарҙа крәҫтиән – фермер хужалыҡтары арта икән, тимәк ауыл йәнләнә. Төп шарт тынғыһыҙлыҡ  һәм егәрлелек. Борай районының Дүсмәт ауылында йәш ғаилә буш торған ферманы һатып алып бер йыл эсендә хужалыҡты аяҡҡа баҫтырған. Маҡсатлы Фәхретдиновтар ғаиләһе менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә танышты.  Фәхретдиновтарҙың йырлай-йырлай мал тыуар үрсетә башлауҙарына бер йыл тулып килә. Ҡасандыр тарҡалып, бушап ҡалған ауыл фермаһын ҡайҙалыр бөтөнләй һүтеп ташлайҙар, ә маҡсатлы ғаилә бер йыл эсендә уны аяҡҡа баҫтырған. Малдар һаны әлегә күп түгел,сөнки ташландыҡ бинаны һатып алыу өсөн генә бер нисә техниканы һәм эре малды һатырға тура килгән. 1200 квадрат метр майҙанды биләгән  бинаның сереп бөткән ҡыйығын яңыға алыштырыу үтә ҡиммәткә төшөр ине, шуға йәш фермер осһоҙораҡ ысулын тапҡан. Ә ни өсөн йылдар буйы ташландыҡ хәлдәге фермаға иғтибар иткән һуң йәш эшҡыуар? Ауыл биләмәләрен үҫтереү Федераль программаһына ярашлы, бер йыл элек Дүсмәт ауылы урамына асфальт түшәйҙәр. Матур, тигеҙ юл ауылдың икенсе осондағы ошо фермаға тиклем барып етә.  Әлегә хужалыҡ барыһын да үҙ көсөнә таянып башҡара. Ферма ҡышҡылыҡҡа тулыһынса әҙер, ти хужа. Тимерҙән үҙҙәре мейес эшләп ҡуйғандар. Утын да әҙерләнгән. Таҙа эсәр һыу ҙа малдарға етерлек. Бигерәк тә ваҡ малға иғтибар күп кәрәк. Һарыҡтар бесәнде ашағанға ҡарағанда күберәген тапай, тип әйтеүселәргә йүнсел егет лайфхак менән дә бүлешә. Крәҫтиән-фермер хужалығының тағы бер маҡсаты итле, герофорд тоҡомло һыйырҙар үрсетеү. Яңы ғына ҡайтарылған быҙауҙарға әлегә махсус ашау рационы кәрәк. Был һыйырҙар өшөп бармай. Беҙҙең шарттарға яраҡлашҡан. Киләсәктә уларҙы кәмендә 50 башҡа еткереп, күпләп мәрмәр ит етештереү хужалыҡтың мөһим йүнәлеше булырға тейеш. Хужалыҡ бәләкәй булғанда ауыл халҡына продукцияны өлгөртә алмай инек, ти хужабикә. Сөнки ауылда хәҙер күпләп мал аҫраусылар һирәк. Кәзә һөтөнән эремсек, сыр алырға теләүселәр ауылда байтаҡ. Шуға ла һөтлө тоҡомло кәзәләр тоталар. Ауыл янында күп балалы ғаиләләр өсөн тағы бер микрорайон төҙөлә башлаған. Унда тиҙҙән 200 йорт ҡалҡып сығасаҡ. Тимәк, продукцияны һатып алыусылар ҙа артасаҡ, тигән өмөттә фермерҙар.  Район ярҙамы менән Дәүләт грантын алыуға ирешһә ауыл эшҡыуарҙарының эше тағы ла әүҙемерәк барыр ине. Әлегә улар үҙ көсөнә таянып,  аныҡ маҡсаттар менән алға атлай.

Подпишитесь на нас в Пульс