Башҡортостан төп макроиҡтисади күрһәткестәр буйынса йылды уңышлы тамамланы

Тулыраҡ: Башҡортостан төп макроиҡтисади күрһәткестәр буйынса йылды уңышлы тамамланы

Был турала республика башлығы рөстәм Хәмитов белдерҙе.Бюджет 144 миллиард 500 миллион һумға үтәлгән. Был үткән йыл менән сағыштырғанда 12 миллиард һумға күберәк. Сығымдар 145 миллиард һум. Дефицит 500 миллион һум. Башҡортостанда Рәсәй президентының уҡытыусыларға, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡтарын арттырыуға бәйле указдарын уңышлы үтәнек, тине Республика башлығы.

Рәсәй Парламентының Түбәнге палатаһына депутаттар һайлау 2016-сы йылдағы иң мөһим сәйәси кампанияларҙың береһе буласаҡ. Ошо турала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдерҙе. Республика парламенты спикеры әйтеүенсә, тауыш биреүҙәр аныҡ һәм хоҡуҡи нигеҙҙәргә таянып уҙғарылырға тейеш.