Үҙизоляцияны боҙған ололарға штраф

Кисә оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров оло йәштәгеләрҙең үҙизоляция режимын үтәүен ентеклерәк тикшерергә, иҫкәртеүҙе аңламағандарға штраф һалырға саҡырҙы. Сикләү индерелгәнгә ике аҙна ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан ололар араһында сирләүселәр ни бары 2% кәмегән тиелде хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. Ауыл-ҡалаларҙы төҙөкләндереүҙә ситтән килтерелгән материалдар ҡулланыу ҙа республика Башлығында ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы.Корнавирус буйынса республикала сираттағы антирекорд, тәүлек эсендә 130 кешегә Ковид19 диагнозы ҡуйылған. Пандемия башланғаны бирле рәсми статистика буйынса ғына 13 мең 318 кеше сирҙе йоҡторған, шуларҙың 76-һы өсөн ауырыу фажиғәле тамамланған. Ике аҙна элек индерелгән сикләүҙәр көтөлгән һөҙөмтә бирмәй, тимәк эште көсәйтергә кәрәк тине Республика БашлығыӘле коронавирустан 400-гә яҡын кеше госпиталдәрҙә дауалана, яҡын арала улар һаны кинәт артыуы ихтимал, бының сәбәбе себерҙә, төрлө ятҡылыҡтарҙа коронавирус көсәйеүенә бәйле. Ярҙам кәрәк булһа, үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ тине Радий Хәбиров.Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирусҡа бәйле һандар менән таныштырып дарыуҙар запасы етерлек тип ышандырҙы. Шулай ҙа үткән аҙнала эш башлаған Ковидҡа ҡаршы Ситуация үҙәгенә килгән шылтыратыуҙар араһында тап дарыуҙарға бәйлеләре бихисап. 5 мең ярым мөрәжәғәттең 80 проценттан ашыуы ирекмәндәр һәм табип-эксперттар ярҙамы менән хәл ителгән. Хәл итәһе мәсьәләләр юл-транспорт тармағында ла бар. Бер аҙна эсендә аварияларҙа 10 кеше һәләк булған. Быйылға ҡорбандар һанын 400-ҙән кәметергә тигән бурыс үтәлмәй тине Радий Хәбиров. Һәр өсөнсө фажиғә йәйәүлеләр менән бәйле, күп осраҡта улар үҙҙәре ғәйепле булып сыға. Тимәк кешеләргә юл ситенән йөрөрлөк тротуарҙар эшләргә кәрәк тигән бурыс ҡуйҙы төбәк етәксеһе. Ә эскән водителдәр менән көрәш алымдарын закон нигеҙендә нығытырға һәм Дәүләт Думаһына иҫерек килеш руль артына ултырған өсөн транспорт сараһын тартып алыу башланғысы менән сығырға ҡушты.Оператив кәңәшмәлә биләмәләрҙе төҙөкләндереү мәсьәләһе йәнә ризаһыҙлыҡҡа нигеҙ булды. Материал-ҡоролмаларҙың ситтән һатып алыныуы район башлыҡтарына ҡаршы санкциялар ҡуллана башлауға нигеҙ. Үҙебеҙҙең етештереүселәрҙе ҡеүәтләргә саҡырҙы төбәк башлығы.Сәнәғәт етешетереү тигәндәй, октябрҙә ул 100,5 процент тәшкил иткән, ә был пандемия шарттарында күләм кәмемәй тигән һүҙ, яҡшы стаитстика ауыл хужалығы тауарҙары етештереүҙә лә күҙәтелә, ул 3-4 процентҡа артҡан. Торлаҡ төҙөлөшө иһә рекордлы 11,9 процентҡа күберәк, Рәсәй буйынса төҙөлөш киреһенсә кәмегән. Инвестиция ла илдә минус менән билдәләнһә, беҙҙә 4 процент үҫеш күрһәтә.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Үҙенсәлекле шөғөл | ГТРК «Башкортостан»

Үҙенсәлекле шөғөл

Өфөлә йәшәгән сәғәт оҫтаһы Алан Һаҙыев тураһында беҙ теүәл бер йыл элек сюжет төшөрөп күрһәткәйнек. 11 йәшлек малайҙың шәхси музейында төрлө йылдарҙа Германия, Швейцария, Францияла сығарылған сәғәттәр бар. Йыл дауамында коллекцияға яңы экспонаттар өҫтәлгән. Уларҙың ҡайһы берҙәрен  таныш...

14 января 2021
Смотреть видео Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде

Рәсәй матбуғаты көнөндә Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде. Журналистарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан журналистары берлеге рәйесе Вәдүт Исхаков, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы...

14 января 2021
Смотреть видео Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә

Декабрь баштарында уның көнбайыш өлөшөн Ҡариҙел йылғаһы яры менән тоташтырыу эштәре башланғайны. Илдәге иң күләмле проекттарҙың береһе -  Көнсығыш сығыу юлы  төҙөлөшө менән хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова танышып ҡайтты. Ҡаланан сыҡҡан һәм ингәндәге тығындар  ил күләмендәге бәлә. Өфө...

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин быны шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу, социаль контакттарҙы кәметеү менән аңлата. Үткән йылдың 9 айында республикала 23 меңдән ашыу кеше үпкәһе шешеп табиптарға мөрәжәғәт иткән. 2019 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был  36% күберәк.

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр  йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк.  Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив  кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы  менән ауырыусыларҙың...

14 января 2021
Смотреть видео Медицина десанты | ГТРК «Башкортостан»

Медицина десанты

 Владимир өлкәһендә коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә ярҙам күрһәткән БДМУ белгестәрен  тап шулай – медицина десанты тип атайҙар. Үткән йыл киткән табиптар Өфөгә ҡайтты һәм артабан үҙ эш урындарында хеҙмәт юлын дауам итергә әҙер. Башҡортостан табиптары 20 көн Владимир өлкәһендә...

13 января 2021
Смотреть видео Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?  | ГТРК «Башкортостан»

Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?

Яңы йыл байрамдары үтеү менән ҡала халҡы ылыҫлы ағастарҙы тышҡа сығарып ырғыта. Ҡаланың торлаҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре уларҙы айырым бер контейнерҙарға йыйып, артабан эшкәртер өсөн махсус майҙанға оҙата. Өфөлә яңы йыл шыршыларын үтилләштереү буйынса акциялар ойошторола.  Йыйылған ағастар...

13 января 2021
Смотреть видео Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө

 Беҙҙең илдә 50 меңгә яҡын төрлө гәзит-журнал нәшер ителә. Рәсәй матбуғаты көнө республикабыҙҙа теркәлгән бер меңдән ашыу хеҙмәткәрҙәр өсөн дә әһәмиәтле. 20 быуат аҙағында республикабыҙҙа халыҡтың милли үҙаңы уянып, рухи ҡиммәттәргә сарсаған мәлдә матбуғат йылдам үҫешә башлай. Ул ваҡытта 235...

13 января 2021
Смотреть видео Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде  | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде

Өфө хәҙер өсөнсө көн рәттән автомобиль тығындарынан ыҙалана. Шул сәбәпле баш ҡалала дежур класстар асылды.  Ошондай махсус класстарҙың береһе 93-сө лицейҙа ойошторолған. Ата-әсәләр балаларҙы дәрескә иртәнге етелә үк алып килергә мәжбүр. Дежур синыфта бөтә шарттар булдырылған. Балалар китап...

13 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр  йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив  кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы  менән ауырыусыларҙың артыуы...

13 января 2021
Яндекс.Метрика