Өфө битлектәре

Өфө предприятиеларының береһендә айына 3 миллион битлек етештерәләр. Яҡшы сифатлы был һаҡланыу сараһы Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә ҙур һорау менән ҡуллана. Эшҡыуар етештерелгән продукцияһының бер өлөшөн бушлай тарата. Битлектәрҙең бауҙары һары төҫтә, тимәк бер ерҙә лә һатыуға сығарылырға тейеш түгел.Тәү ҡарашҡа барыһы ла анһат ҡына. Эштең төп өлөшөн станок башҡара, әҙерләмәләрҙе  конвейерға һалып өлгөрт кенә. Әммә етеҙ ҡулдар ҙа ошондай бер төрлө, ялҡытҡыс хәрәкәттән тиҙ арый. Өҫтәүенә һинең эш ваҡытың  10 сәғәт икән, сараһын табырға кәрәк, тей хеҙмәткәрҙәр.Хәҙер битлектәр көндәлек тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ бер өлөшө. Хәтерегеҙҙәлер, пандемия башланған осорҙо битлектәр табыуы ауыр ине. Ана шул мәлдә асыла ла инде был етештереү үҙәге. Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы ярҙамы менән һатып алынған станоктар көнө- төнө туҡтамай эшләй.Станоктар туҡтамай, әммә ҡул эше һәр ерҙә кәрәк. Мәҫәлән, ҡыҙҙар бауҙарҙың тигеҙлеген тикшереп, 50-шәр дананы һанап бер моҡсайға тултырып өлгөрә. Етешһеҙлеге булған битлектәр ситкә алып ташлана. Йыш ғына танауға эләктергесе дөрөҫ һалынмай, тей егет.Июнь айынан старт алған производствола тәүлегенә 100 мең битлек әҙерләйҙәр.   Айына 3 миллион продукция Рәсәйҙер төрлө төбәктәренә юллана. Компанияның күберәк тә етештереү мөмкинлеге бар, әммә ул саҡта  тауарҙы һатыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуасаҡ, тей етәксе.Битлек тик Рәсәйҙә етештерелгән, юғары сифатлы сеймалдан ғына тегелә. Йыш ҡына уны ниндәй яғы менән кейергә тигән һорау тыуа. Өфөлә етештерелгәндәрен ике яғы менән дә кейергә ярай. Сөнки материалы бер үк, төҫтәре менән генә айырыла. Битлек ғәҙәттә, өс ҡаттан,  туҡып яһалмаған материалдан тора. Иң мөһиме уның уртаһындағы ҡатлам. Тап ошо – полипропилен ҡатламы медицина битлектәрен башҡаларынан айыра ла инде. Бындай битлек аша тын алыуы еңелерәк, һаҡланыу мөмкинлегелә күберәк. Хаҡы башҡаларынан аҙға ғына юғарыраҡ. Айлыҡ тауарының 10 процентын компания хәйриә ойошмаларына, волонтерҙарға бушлай тарата. Ул битлектәрҙең бауҙары һары төҫтә, тимәк бер ерҙә лә һатыуға сығарылырға тейеш түгел. 

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Үҙенсәлекле шөғөл | ГТРК «Башкортостан»

Үҙенсәлекле шөғөл

Өфөлә йәшәгән сәғәт оҫтаһы Алан Һаҙыев тураһында беҙ теүәл бер йыл элек сюжет төшөрөп күрһәткәйнек. 11 йәшлек малайҙың шәхси музейында төрлө йылдарҙа Германия, Швейцария, Францияла сығарылған сәғәттәр бар. Йыл дауамында коллекцияға яңы экспонаттар өҫтәлгән. Уларҙың ҡайһы берҙәрен  таныш...

14 января 2021
Смотреть видео Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде

Рәсәй матбуғаты көнөндә Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде. Журналистарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан журналистары берлеге рәйесе Вәдүт Исхаков, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы...

14 января 2021
Смотреть видео Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә

Декабрь баштарында уның көнбайыш өлөшөн Ҡариҙел йылғаһы яры менән тоташтырыу эштәре башланғайны. Илдәге иң күләмле проекттарҙың береһе -  Көнсығыш сығыу юлы  төҙөлөшө менән хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова танышып ҡайтты. Ҡаланан сыҡҡан һәм ингәндәге тығындар  ил күләмендәге бәлә. Өфө...

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин быны шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу, социаль контакттарҙы кәметеү менән аңлата. Үткән йылдың 9 айында республикала 23 меңдән ашыу кеше үпкәһе шешеп табиптарға мөрәжәғәт иткән. 2019 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был  36% күберәк.

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр  йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк.  Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив  кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы  менән ауырыусыларҙың...

14 января 2021
Смотреть видео Медицина десанты | ГТРК «Башкортостан»

Медицина десанты

 Владимир өлкәһендә коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә ярҙам күрһәткән БДМУ белгестәрен  тап шулай – медицина десанты тип атайҙар. Үткән йыл киткән табиптар Өфөгә ҡайтты һәм артабан үҙ эш урындарында хеҙмәт юлын дауам итергә әҙер. Башҡортостан табиптары 20 көн Владимир өлкәһендә...

13 января 2021
Смотреть видео Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?  | ГТРК «Башкортостан»

Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?

Яңы йыл байрамдары үтеү менән ҡала халҡы ылыҫлы ағастарҙы тышҡа сығарып ырғыта. Ҡаланың торлаҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре уларҙы айырым бер контейнерҙарға йыйып, артабан эшкәртер өсөн махсус майҙанға оҙата. Өфөлә яңы йыл шыршыларын үтилләштереү буйынса акциялар ойошторола.  Йыйылған ағастар...

13 января 2021
Смотреть видео Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө

 Беҙҙең илдә 50 меңгә яҡын төрлө гәзит-журнал нәшер ителә. Рәсәй матбуғаты көнө республикабыҙҙа теркәлгән бер меңдән ашыу хеҙмәткәрҙәр өсөн дә әһәмиәтле. 20 быуат аҙағында республикабыҙҙа халыҡтың милли үҙаңы уянып, рухи ҡиммәттәргә сарсаған мәлдә матбуғат йылдам үҫешә башлай. Ул ваҡытта 235...

13 января 2021
Смотреть видео Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде  | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде

Өфө хәҙер өсөнсө көн рәттән автомобиль тығындарынан ыҙалана. Шул сәбәпле баш ҡалала дежур класстар асылды.  Ошондай махсус класстарҙың береһе 93-сө лицейҙа ойошторолған. Ата-әсәләр балаларҙы дәрескә иртәнге етелә үк алып килергә мәжбүр. Дежур синыфта бөтә шарттар булдырылған. Балалар китап...

13 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр  йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив  кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы  менән ауырыусыларҙың артыуы...

13 января 2021
Яндекс.Метрика