Яңы балалар баҡсаһы

Кузнецов затоны биҫтәһендә көтөп алынған ваҡиға. Унда балалар баҡсаһы төҙөлә башланы. Ул  Демография милли проекты сиктәрендә федераль һәм урындағы бюджет иҫәбенә төҙөләсәк. Объект 260 балаға иҫәпләнгән. Был тарихи ваҡиғаны Кузнецов затоны биҫтәһендә йәшәүсе йәш ғаиләләр  түҙемһеҙлек менән көттө. Ниһәйәт яңы балалар баҡсаһын төҙөү эше башланды. Бинаның беренсе свайҙары ҡағылған да инде. Генераль подрядсы йыл аҙағына тиклем нигеҙ эштәрен тамамларға ниәтләй. Балалар баҡсаһы  акадеимк Ғатауллин һәм Булат Имашев урамдары араһында урынлаша. Проектты әҙерләүселәр  ғәҙәти ҡалыптарҙан китеп, балалар баҡсаһын үҙенсәлекле, заманса  итеп күрергә теләгән. Объекттың тотош майҙаны 5 мең квадрат метрҙан артығыраҡ. 3 ҡатлы бинала 2 лифт, 12 төркөм өсөн 12 майҙансыҡ, күләгәле лапаҫ, махсус түшәмле 14 спорт майҙансығы һәм башҡа ҡаласыҡтар ҡаралған. Кузнецов затоны  биҫтәһе  — сағыштырмаса яңы район. Бында башлыса  бәләкәй балалары булған йәш ғаиләләр тора.  Балалар баҡсаһы, мәктәп мәсьәләһе урындағы халыҡ өсөн көнүҙәк.  Әлеге ваҡытта Кузнецов затоны биҫтәһендә  бер генә балалар баҡсаһы эшләй. Унда 64 бала йөрөй. Башҡа ата-әсәләргә балаларын шәхси баҡсаларға, йә ҡала үҙәгенә йөрөтөргә тура килә.  Яңы төҙөлөштең башланыуына ата-әсәләр шатлығын йәшермәй. Социаль объекттар төҙөү  — республикала өҫтөнлөклө йүнәлеш. Ошо йәһәттән һуңғы йылдарҙа  милли проект сиктәрендә төҙөлгән  объекттар һаны ла ярайһы уҡ артты. Яңы балалар баҡсаһын  төҙөүселәр  2021 йылдың аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырырға вәғәҙәләй.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Һаулыҡ һаҡлау системаһы хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде | ГТРК «Башкортостан»

Һаулыҡ һаҡлау системаһы хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде

Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер- министры Андрей Назаров республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы хеҙмәткәрҙәренә Рәсәй Президентының почет грамоталарын һәм рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Табиптар, шәфҡәт туташтары, фельдшерҙар – короновирус инфекцияһына ҡаршы көрәшеүсе белгестәр тәбрикләнде. Ә Лука...

19 февраля 2021
Смотреть видео Бер кистә ике спектакль | ГТРК «Башкортостан»

Бер кистә ике спектакль

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры үҙ тамашасыһына бер актлы спектаклдәр - «Таштар ниндәй сер һаҡлай» һәм “Һүнгән йондоҙ яҡтыһы” балеттарын тәҡдим итә. Һуңғыһы үҙенең премьераһын туйлай. Ханбулат батыр менән Айһылыуҙың ялҡынлы мөхәббәте. Әйтерһең, ул мәңгелек. Ә бына яуыз Типтеғол бай ике йәш...

18 февраля 2021
Смотреть видео 2022 йылға өр яңы хирургия корпусы | ГТРК «Башкортостан»

2022 йылға өр яңы хирургия корпусы

Республика кардиоүҙәге янында әле төҙөлөш гөрләй. 9 ҡатлы хирургия корпусының бинаһы күтәрелгән, эшселәр уны тыштан һәм эстән биҙәүгә тотонған. Эштәр көйлө бара, төҙөүселәрҙең күңелдәре лә көр, сөнки хеҙмәттәренең һөҙөмтәһе бар – бина стеналары көндән-көн матурая. Бөтә 9 ҡатта ла төҙөлөш гөрләп...

18 февраля 2021
Смотреть видео Коронавирустың өсөнсө тулҡыны башланыуы ихтимал  | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирустың өсөнсө тулҡыны башланыуы ихтимал

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Рәсәйҙәге вәкиле Мелита Вуйнович коронавирустың өсөнсө тулҡыны башланыу ихтималлығы тураһында белдерҙе. Рәсәй 1 телеканалы хәбәрсеһе менән әңгәмәләшкәндә ул был, тәү сиратта, халыҡтың үҙ-үҙен тотошона бәйле буласаҡ, тине. Коллектив иммунитет юҡ. Әгәр һаҡ...

18 февраля 2021
Смотреть видео Хужаһыҙ эттәр мәсьәләһе ҡасан хәл ителер? | ГТРК «Башкортостан»

Хужаһыҙ эттәр мәсьәләһе ҡасан хәл ителер?

Хужаһыҙ эттәр мәсьәләһе һәр саҡ көнүҙәк булып ҡала. Айырыуса ошо арала урам, юлдарҙа өйөр-өйөр йөрөгән эттәр халыҡ араһында хафаланыу тыуҙыра. Һәр кем балалары өсөн ҡурҡа. Белорет районында ҡатын бәләкәй ҡыҙы менән эттәр һөжүменән ҡаласыҡ башына менеп ҡотолған. Бала ҡурҡышынан илай, әсәһенән...

18 февраля 2021
Смотреть видео Йәмәғәт транспортында йөрөүгә яңы хаҡтар билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Йәмәғәт транспортында йөрөүгә яңы хаҡтар билдәләне

 “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы төбәк муниципалитеттары менән килешеп ҡала маршруттарында йәмәғәт транспортында йөрөүгә яңы хаҡтар билдәләне. 1 марттан билет хаҡын ҡулаҡсаға һәм банк картаһы ярҙамында 29 һумға, “Алға” картаһы менән 23 һумға һатып алырға мөмкин. Берҙәм социаль билет...

18 февраля 2021
Смотреть видео Сатлама һыуыҡтар ҡасан сигенер?  | ГТРК «Башкортостан»

Сатлама һыуыҡтар ҡасан сигенер?

 Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле уртаса һауа температураһы норманан 8-10 градусҡа түбәнерәк. Айырым райондарҙа 35 градусҡаса һыуытҡан. Көндәрҙе ҡасан йылыта һуң? Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала тағы ла бер аҙна көндәр ошолай һалҡын торасаҡ...

18 февраля 2021
Смотреть видео Халыҡ көйҙәре заманса яңғыраш аласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ көйҙәре заманса яңғыраш аласаҡ

Талантлы ҡурайсы Юлай Ҡасимов Башҡортостан-24 телеканалы менән берлектә үҙенең беренсе концертына әҙерләнә. Мюзик хол-27 комплексында үтәсәк үҙенсәлекле сарала тамашасы башҡорт халыҡ көйҙәренең тарихы һәм уның заманса яңғырашы менән таныша аласаҡ. Программала шулай уҡ Юлайҙың ижадташ дуҫтары...

17 февраля 2021
Смотреть видео Ҡалдыҡтар менән эш итеү мәҙәниәте | ГТРК «Башкортостан»

Ҡалдыҡтар менән эш итеү мәҙәниәте

Көнкүреш ҡалдыҡтарын ҡайҙа тапшырырға? Дыуан районында йәш эшҡыуар бәләкәй предприятияларға ҡалдыҡтар менән эш итеү мәҙәниәтен индергән. Хәҙер һәр магазин хужаһы ҡатырға һәм пластик шешәләрҙе айырым йыя. Дыуан районында урынлашҡан “Таҙа планета” ойошмаһы бер-нисә йыл дауамында республиканың төнъяҡ-...

17 февраля 2021
Смотреть видео Мәғлүмәт дөрөҫ түгел икән-яуап бир | ГТРК «Башкортостан»

Мәғлүмәт дөрөҫ түгел икән-яуап бир

Бынан ары  йорттарҙағы иҫәпләү ҡоролмаларындағы мәғлүмәттәрҙең  дөрөҫлөгө өсөн яуаплы компаниялар һәм етәксе вазифа биләүселәр  яуапҡа тарттырылыуы ихтимал. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары  Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы федераль законға ошондай төҙәтмәләр...

17 февраля 2021
Яндекс.Метрика