Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта

Стәрлетамаҡ ҡалаһында инфекцион госпиталде төҙөү тамамланыуға бара. Алдан иғлан итеүҙәренсә 1 декабргә төҙөлөш-монтаж эштәре йомғаҡланһа, тағы 10 көн тирәһе үҙәктең эшен көйләү өсөн кәрәк буласаҡ. Төҙөлөш барышы менән республика башлығы ла танышты. Шулай уҡ Радий Хәбиров  Бөрө — Таҙтүбә-Сатҡы автомобиль юлын төҙөкләндереү эше барышын күҙәтте һәм Өфө эргәһендә индустрия комплексы төҙөү өсөн тәғәйенләнгән майҙанды ла ҡараны. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы инфекцион үҙәк  ҙурлығы буйынса республикала икенсе. Төҙөлөш ай ярым элек кенә башланһа ла, госпиталдең инженер системаһын ҡорау һәм эске ағартыу эштәрен тамамлағандар тиергә була. Ошо эштәр менән бер рәттән рентген һәм компьютер томографияһы кабинетын йыһазландырыу, йыйыу эштәре бара. Инфекцион үҙәктең дөйөм майҙаны – 14 000 квадрат метр. Ул Өфө районының Зубово ҡасабаһындағы ковид-госпитале миҫалында һалынған. Яңыһынан айырмалы рәүештә технология яғынан ҡатмарлыраҡ объект.  Бында ҡабул итеү, хирургия, бала табыу бүлектәре, бактериология лабараторияһы ла булдырыу ҡаралған. Төҙөлөш тамамланһа ла төҙөүселәргә табиптар менән берлектә үҙәктең эшен көйләү талап ителә. Яңы үҙәктең дөйөм системаны эшен һәм ҡорамалдарҙы һыныу өсөн тағы  10 көн тирәһе кәрәк буласаҡ. Ҡариҙел районындағы был төҙөлөш тә мөһим объект. Бөрө-Таҙтүбә-Сатҡы трассаһын төҙөкләндереү әүҙем бара.Юлдарҙы сафҡа индереүселәр миҙгел һынауҙарына, аҙнаның ниндәй көнө булыуға ҡарамаҫтан эш өҫтөндә. Сөнки киң күләмле төҙөлөш республикабыҙҙың төнъяҡ- көнсығыш өлөшөн үҙәк менән тоташтырыу маҡсатында 2017 йылда башланған. Яңыртыласаҡ юлдың оҙонлоғо – 71 километр. Үткән йыл юлсылар күперҙе сафҡа индергәне. Быйыл трассаның 40 километрын төҙөкләндергәндәр. Рельеф үҙенсәлектәрен күҙ уңында тотоп, тағы 6 аркалы күпер төҙөү һәм Оло Бирҙәш йылғаһы аша ла яңы күпер һалыу ҡаралҡан. Әлеге мәлдә урау юлдарҙы йүнәтеү һәм урманды ҡырҡыу эштәре тамамланыу өҫтөндә. Яңы күперҙең таяуҙары ла куйыла. Төҙөлөшкә йәмғеһе,80 берәмек техника йәлеп ителгән. Эш барышы менән республика башлығы ла танышты.  Ул урында кәңәшмә үткәреп, «Бөрө- Таҙтүбә-Сатҡы» автомобиль юлының төнъяөҡ-көнсығыш райондарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән мөһим төбәк проекты икәнен һәм эштең ваҡытында тамамланырға тейешлеген билдәләне. Республика Башлығы шулай уҡ Өфө эргәһендә WorldSkills Russia чемпионаты финалын үткәреү өсөн тәғәйенләнгән майҙансыҡты ҡараны. Чемпионатты республика 2021-се йылда ҡабул итәсәк. Бөтә кәрәкле селтәрҙәр, инженер коммуникациялары булған ошо урында күп функциялы индустрия комплексы төҙөләсәк. Төп мәсъәлә, аҙаҡ ул мөмкин тиклем файҙаланышта булырға тейеш.

 

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Милли мөнәсәбәттәр – иң нескә хистәргә бәйле | ГТРК «Башкортостан»

Милли мөнәсәбәттәр – иң нескә хистәргә бәйле

Бөгөн хөкүмәт ултырышында Республика башлығы Радий Хәбиров айырым замандаштарыбыҙ тарафынан башҡорт милли кейемдәрен әҙәпһеҙ рәүештә һүрәтләүенә аңлашылмаусанлыҡ белдерҙе:   «Картиналар төшөрә башлаған бер ханымдың ижады тураһында. Был минең шәхсән фекерем, бәлки яңылышамдыр. Милли кейем...

9 часов 2 минуты назад
Смотреть видео Үҙенсәлекле шөғөл | ГТРК «Башкортостан»

Үҙенсәлекле шөғөл

Өфөлә йәшәгән сәғәт оҫтаһы Алан Һаҙыев тураһында беҙ теүәл бер йыл элек сюжет төшөрөп күрһәткәйнек. 11 йәшлек малайҙың шәхси музейында төрлө йылдарҙа Германия, Швейцария, Францияла сығарылған сәғәттәр бар. Йыл дауамында коллекцияға яңы экспонаттар өҫтәлгән. Уларҙың ҡайһы берҙәрен  таныш...

14 января 2021
Смотреть видео Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде

Рәсәй матбуғаты көнөндә Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде. Журналистарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан журналистары берлеге рәйесе Вәдүт Исхаков, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы...

14 января 2021
Смотреть видео Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә

Декабрь баштарында уның көнбайыш өлөшөн Ҡариҙел йылғаһы яры менән тоташтырыу эштәре башланғайны. Илдәге иң күләмле проекттарҙың береһе -  Көнсығыш сығыу юлы  төҙөлөшө менән хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова танышып ҡайтты. Ҡаланан сыҡҡан һәм ингәндәге тығындар  ил күләмендәге бәлә. Өфө...

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин быны шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу, социаль контакттарҙы кәметеү менән аңлата. Үткән йылдың 9 айында республикала 23 меңдән ашыу кеше үпкәһе шешеп табиптарға мөрәжәғәт иткән. 2019 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был  36% күберәк.

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр  йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк.  Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив  кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы  менән ауырыусыларҙың...

14 января 2021
Смотреть видео Медицина десанты | ГТРК «Башкортостан»

Медицина десанты

 Владимир өлкәһендә коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә ярҙам күрһәткән БДМУ белгестәрен  тап шулай – медицина десанты тип атайҙар. Үткән йыл киткән табиптар Өфөгә ҡайтты һәм артабан үҙ эш урындарында хеҙмәт юлын дауам итергә әҙер. Башҡортостан табиптары 20 көн Владимир өлкәһендә...

13 января 2021
Смотреть видео Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?  | ГТРК «Башкортостан»

Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?

Яңы йыл байрамдары үтеү менән ҡала халҡы ылыҫлы ағастарҙы тышҡа сығарып ырғыта. Ҡаланың торлаҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре уларҙы айырым бер контейнерҙарға йыйып, артабан эшкәртер өсөн махсус майҙанға оҙата. Өфөлә яңы йыл шыршыларын үтилләштереү буйынса акциялар ойошторола.  Йыйылған ағастар...

13 января 2021
Смотреть видео Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө

 Беҙҙең илдә 50 меңгә яҡын төрлө гәзит-журнал нәшер ителә. Рәсәй матбуғаты көнө республикабыҙҙа теркәлгән бер меңдән ашыу хеҙмәткәрҙәр өсөн дә әһәмиәтле. 20 быуат аҙағында республикабыҙҙа халыҡтың милли үҙаңы уянып, рухи ҡиммәттәргә сарсаған мәлдә матбуғат йылдам үҫешә башлай. Ул ваҡытта 235...

13 января 2021
Смотреть видео Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде  | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде

Өфө хәҙер өсөнсө көн рәттән автомобиль тығындарынан ыҙалана. Шул сәбәпле баш ҡалала дежур класстар асылды.  Ошондай махсус класстарҙың береһе 93-сө лицейҙа ойошторолған. Ата-әсәләр балаларҙы дәрескә иртәнге етелә үк алып килергә мәжбүр. Дежур синыфта бөтә шарттар булдырылған. Балалар китап...

13 января 2021
Яндекс.Метрика