Уҡытыусыларҙың педагогик оҫталығын үҫтереү үҙәге асылды | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Уҡытыусыларҙың педагогик оҫталығын үҫтереү үҙәге асылды

Республика уҡытыусыларына йыл әйләнәһенә үҙ белемдәрен камиллаштырыу мөмкинлеге буласаҡ. Өфөлә киң профилле һөнәри колледж нигеҙендә уҡытыусыларҙың педагогик оҫталығын өҙлөкһөҙ үҫтереү үҙәге асылды. Мөмкинлектәре буйынса уникаль тип иҫәпләнгән үҙәк “Киләсәк уҡытыусыһы” федераль проектының “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә ойошторолдо. .Бындай уҡытыу үҙәктәрен төҙөүгә федераль һәм республика бюджетынан 86,4 млн һум аҡса йүнәлтелгән.

Подпишитесь на нас в Пульс


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Олатай- өләсәйҙәр көнө уңайынан бүләк | ГТРК «Башкортостан»

Олатай- өләсәйҙәр көнө уңайынан бүләк

Өфөлә 28 октябрҙә өлкәндәр өсөн махсуслашҡан вакцинация пункты асыла. Ошонда уҡ ревакцинация үтергә лә мөмкин. Тап 28 октябрь - олатай-өләсәйҙәр көнөндә – “Һаулыҡ һаҡлау” Милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылған “Өлкәндәргә хәстәрлек” акцияһы старт ала. Өлкәндәр өсөн вакцинация пункты өсөнсө...

27 October 2021
Йылы хаҡы ни өсөн юғары | ГТРК «Башкортостан»

Йылы хаҡы ни өсөн юғары

Башҡортостанда йылытыу тарифтарының нимәгә бәйле икәнен аңлаттылар. Республиканың тарифтар буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Светлана Бурдюк белдереүенсә, хаҡтар инфраструктура үҫешенән сығып билдәләнә. Өфөлә йорттарға йылыны ете ойошма тапшыра, улар 2021 йылдың 1 июлендә раҫланған тарифтар...

27 October 2021
Полиция ялған сертификат осраҡтары тураһында хәбәр итеүҙе һорай | ГТРК «Башкортостан»

Полиция ялған сертификат осраҡтары тураһында хәбәр итеүҙе һорай

Һуңғы ваҡытта коронавирусҡа ҡаршы вакцинация тураһында ялған сертификаттар һатыу осраҡтары йышайҙы. Хоҡуҡ һаҡлау органдары бындай закон боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса әүҙем эш алып бара. Ошо көндәрҙә Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы биологы менән шәфҡәт туташы ялған COVID-сертификаттар һатҡаны өсөн...

27 October 2021
Смотреть видео Ринат Мәхмүтйәнов баҡыйлыҡҡа күсте | ГТРК «Башкортостан»

Ринат Мәхмүтйәнов баҡыйлыҡҡа күсте

 “Востокнефтезаводмонтаж” компанияһы коллективы  трестың легендар етәксеһе Ринат Мәхмүтйәнов менән хушлашты. Ринат Сәлих улы 84 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Ул республикала ғына түгел, илдә абруй ҡаҙанған етәксе ине. Инженер белеме генә түгел етештереү тәжрибәһе, ҙур яуаплылыҡ буйынса уға...

27 October 2021
Смотреть видео Дан һиңә, Ватаным  | ГТРК «Башкортостан»

Дан һиңә, Ватаным

4 ноябргә, Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнап Бөтә Рәсәй телерадиокомпанияһы ил халҡына  “Дан һиңә, Ватаным” тип аталған телемарафон әҙерләй. Унда Калининградтан алып Алыҫ Көнсығышҡа тиклем  Рәсәйҙең  бөтә төбәктәре лә ҡатнаша. Һәр телерадиокомпания журналистары үҙ төбәгенең тарихы...

27 October 2021
Смотреть видео Аварияға эләгеп аяҡһыҙ ҡалған ҡыҙ протезда йөрөтөргә мәжбүр | ГТРК «Башкортостан»

Аварияға эләгеп аяҡһыҙ ҡалған ҡыҙ протезда йөрөтөргә мәжбүр

Анжелика төшөнкөлөккә бирелмәй. Эшкә урынлашып, ошондай хәлгә тарыған кешеләргә ярҙам күрһәтә. Анжелика шулай тип мәрәкәләп тә ала. Ысынында иһә протез аяҡ хәҙер әллә ни һиҙелмәй, тик әҙ генә аҡһарға тура килә, ти ҡыҙ. Ике йыл элек аварияға осрап, ул аяҡһыҙ ҡала. Ике машинаның водителе лә...

27 October 2021
Смотреть видео Йылайыр районында беренсе тапҡыр һыу аҫты һунары фестивале үтте | ГТРК «Башкортостан»

Йылайыр районында беренсе тапҡыр һыу аҫты һунары фестивале үтте

 Матрай ауылы янындағы үҙенсәлекле Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысында үткән байрам республиканың төрлө район-ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән тиҫтәнән ашыу ошо экстремаль спорт төрөн яратыусыларҙы йыйҙы. Билдәләнгән ваҡыт эсендә күберәк балыҡ тотоп өлгөргән спортсы еңеүсе тип табылды. Фаил Усманов...

27 October 2021
Смотреть видео Төбәк мобиль госпиталдәр һанын арттырасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Төбәк мобиль госпиталдәр һанын арттырасаҡ

Республика етәксеһе коронавирусҡа бәйле хәлде ҡатмарлы тип баһалай һәм ошо сәбәпле индерелгән сикләүҙәрҙе мотлаҡ еренә еткереп үтәргә саҡыра. Республиканың ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге көсөргәнешле режимда эшләй. Халыҡ вакцина алыу тәртибе менән ҡыҙыҡһынып ҡына ҡалмай, ә шарттарҙы белешә. ...

27 October 2021
Смотреть видео Коронавирустан 35 кеше һәләк булған | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирустан 35 кеше һәләк булған

Башҡортостанда үткән тәүлектә коронавирус менән ауырыуҙың тағы 669 осрағы теркәлде. 35 кеше һәләк булған. Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда 2 мең 446 кеше һәләк булған. Шуға ла табиптар кисекмәҫтән вакцина эшләтергә саҡыра. Әле республикала 1 миллион 600 мең кеше вакцинация үткән.

27 October 2021
Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә мотлаҡ вакцинация индерелде | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә мотлаҡ вакцинация индерелде

Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә мотлаҡ вакцинация индерелде Был хаҡта 26 октябрҙә хөкүмәттең ковид менән көрәш буйынса координация советы ултырышында Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова хәбәр итте. «Бөгөнгә Рәсәйҙең барлыҡ субъекттарында баш дәүләт санитар табиптар ҡайһы бер категорияларға...

27 October 2021