Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенең эше менән Мәскәү ҡыҙыҡһына | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенең эше менән Мәскәү ҡыҙыҡһына

Короновирус сирен йоҡтороусылар һаны арта. Пандемия башланғандан алып 17 500-ҙән ашыу кеше был сирҙе кисергән. Әле төбәктә ковидҡа ҡаршы прививка эшләү дауам итә. Стәрлетамаҡта яңы ковид-госпиталь асылды. Уны асыу тантанаһында ҡатнашҡандар республиканың ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге эше менән дә танышты. Үҙәк тәжрибәһен федераль кимәлдә өйрәнәсәктәр. Был хаҡта Федерация Советы комитеты рәйесенең социаль сәйсәт буйынса урынбаҫары Валерий Рязанский белдерҙе. Короновирустан дауаланыу буйынса дистанцион консультация,тестарҙың һөҙөмтәһе, бушлай дарыуҙарҙы алыу тәртибе… Ошо һәм һәм башҡа һорауҙарға ковидҡа ҡаршы үҙәк операторҙары көн дә яуап бирә. Улар ялһыҙ эшләй. Бер ай эсендә республикала йәшәүселәрҙән 20 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Стәрлетамаҡта ковид-госпитален рәсми асыуыҙан һуң Мәскәү ҡунаҡтары “Торатау” конгресс-холында урынлашҡан колл-үҙәккә лә килде. Сенатор Валерий Рязанский үҙе шылтыратып , бер нисә секунд эсендә ситуация үҙәге белгестәре менән бәйләнешкә инә алды. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Камкин билдәләүенсә, антиковид үҙәге бер тотҡарһыҙ эшләй. Файҙалы эштәре өсөн колл-үҙәк операторҙарына Радий Хәбиров та рәхмәтен белдерҙе һәм яҡынлашып килгән яңы йыл менән ҡотланы.

Подпишитесь на нас в Пульс


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Прививка яһатыу тиҙлеге арта | ГТРК «Башкортостан»

Прививка яһатыу тиҙлеге арта

Республикала һуңғы тәүлектә 36 886 кеше коронавирустан прививка яһатҡан. Һөҙөмтәлә Башҡортостанда COVID-19-ға ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын яһатҡан кешеләрҙең һаны 1 479 634-кә еткән. Икенсе компонентты 1 274 766 кеше һалдырған. Төбәккә дөйөм алғанда 1 911 248 доза вакцина килтерелгән....

8 min 32 sec ago
Бал, ҡымыҙ һәм ҡаҙылыҡ еңһен | ГТРК «Башкортостан»

Бал, ҡымыҙ һәм ҡаҙылыҡ еңһен

Бөгөн төбәк аҙыҡ-түлек брендтарының «Рәсәй тәмдәре» милли конкурсында тауыш биреү башланды. 20 октябрҙән 7 ноябргә тиклем һәр төбәк халҡы үҙенә оҡшаған өс брендты яҡлап тауыш бирә ала. Бының өсөн сайтҡа үтергә һәм исемлектән төбәкте менән бренд атамаһын һайларға кәрәк. «Башҡортостан аҙыҡ-...

25 min 21 sec ago
Смотреть видео Республика йәмәғәтселеге бөгөн халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала | ГТРК «Башкортостан»

Республика йәмәғәтселеге бөгөн халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала

Мостай Кәрим Башҡорт АССР-ы ойошторолған йылда донъяға килгән. Ил ағаһының тормош һәм ижад юлы Башҡортостанға һәм унда йәшәгән һәр милләт вәкиленә мөхәббәт менән һуғарылған. Башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондына ингән «Айгөл иле», «Йәйәүле Мәхмүт» драмалары, «Ҡыҙ урлау» комедияһы, «Ай тотолған төндә...

2 hours 46 min ago
Смотреть видео Халыҡ иҫәбен алыу бара | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ иҫәбен алыу бара

Ун йылға бер үтергә тейешле иҫәп алыу кампанияһы быйыл тәүге тапҡыр һанлы форматта үтә. 15 октябрҙән 14 ноябрға тиклем Рәсәй халҡы үҙенә уңайлы 3 ысул менән иҫәп алыу ҡағыҙындағы 33 һорауға яуап бирергә хоҡуҡлы. Кушнаренко районында 15-се октябҙән 17-һенә тиклем Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу...

2 hours 47 min ago
Смотреть видео Сергей Греков CОVID-19-ға ҡаршы етди көрәшергә саҡыра | ГТРК «Башкортостан»

Сергей Греков CОVID-19-ға ҡаршы етди көрәшергә саҡыра

Үткән аҙнаны ҡала хакимиәте коллективы ҡайғылы юғалтыу менән тамамлағайны. Йома Өфө хакимиәтебашлығы урынбаҫары Гөлнара Вәлиева коронавирус сирен еңә алмай баҡыйлыҡҡа күсте. Был аҙнаның оператив кәңәшмәһен Сергей Греков CОVID-19-ға ҡаршы етди көрәшергә өндәп башланы. Сергей Грековтың яңы урынбаҫары...

2 hours 47 min ago
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле 18 октябрҙән ғәмәлгә ингән сикләүҙәр нисек үтәлә?  | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле 18 октябрҙән ғәмәлгә ингән сикләүҙәр нисек үтәлә?

Республикала күләмле рейдар үтә. Хәҙер төшкө аш ваҡытында ла яҡындағы кафеға тиҙ генә инеп сығыу мөмкинлеге юҡ. Һәр ваҡыт үҙең менән прививка яһатыу хаҡында белешмә йәки сертификат  булырға тейеш, ти егеттәр.Ресторан, матурлыҡ салондары хужалары аҡсалата зыян кисереүҙәрен йәшермәй, шулай ҙа...

2 hours 48 min ago
Смотреть видео Үткән тәүлектә Башҡортостанда мәкерле сирҙән тағы 35 кеше һәләк булған | ГТРК «Башкортостан»

Үткән тәүлектә Башҡортостанда мәкерле сирҙән тағы 35 кеше һәләк булған

Ауырыуҙың яңы 664 осрағы теркәлгән. Меңдән ашыу кеше әле госпиталдәрҙә ята. Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда 78 мең 137 кеше яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыған, 2 мең 195-е һәләк булған. Республикала әле 1 миллион 457 мең кеше вакцинаның беренсе компонентын алған.

2 hours 48 min ago
Смотреть видео Өфөлә “Йәшлек хаус” асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Йәшлек хаус” асылды

 “Киләсәк быуын өсөн яңы мөмкинлектәр”. Өфөлә “Йәшлек хаус” асылды. Йәштәр һәм ирекмәндәр йорто Башҡортостан башлығы ҡарары менән булдырылды һәм уны асыу тантанаһында Радий Хәбиров ҡатнашты. Республика етәксеһе бинаны ҡарағандан һуң, йәштәр ойошмалары вәкилдәре менән аралашты. Башҡортостан...

2 hours 49 min ago
Ҡышҡы тәгәрмәс кейергә ваҡыт | ГТРК «Башкортостан»

Ҡышҡы тәгәрмәс кейергә ваҡыт

Киләһе кесаҙна, 21 октябрҙә Башҡортостанда тәүге ҡар көтөлә. Был хаҡта һауа торошо белгестәре хәбәр итте. Метеорологтар мәғлүмәттәре буйынса республикала 21 октябрҙә  ҡар яуып юлдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа килеүе ихтимал.  Бөгөн, 20 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуыр, тип...

3 hours 26 min ago
Юғары әҙерлек тураһындағы указда яңы өҫтәмәләр бар  | ГТРК «Башкортостан»

Юғары әҙерлек тураһындағы указда яңы өҫтәмәләр бар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тураһындағы указға өҫтәмәләр индерҙе. 2021 йылдың 25 октябренән 18 йәштән оло граждандар ваҡлап һатыу баҙарҙарына COVID-2019-ға ҡаршы вакциналау тураһында сертификат йәки һуңғы алты айҙа коронавирус менән...

4 hours 58 min ago