Йылдың һуңғы кәңәшмәһе

Республика Хөкүмәте быйылғы һуңғы Оператив кәңәшмәһендә йылға йомғаҡ яһаны. Радий Хәбиров айырым тармаҡтар буйынса сығыштарҙан һуң киләсәккә бурыстарҙы билдәләп үтте. Төп күрһәткестәр Милли проекттарҙа билдәләнгән маҡсаттарға ҡарап баһалана. Уларҙың үтәлеше буйынса Башҡортостан илдә һәм Волга буйы федераль округында тәүгеләр рәтендә. Был маҡсатҡа 31 миллиард һумға яҡын аҡса тотонолған. 24 балалар баҡсаһы, 5 мәктәп, 2 миллион ярым квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, 305 саҡрым юл ремонтланған. Былар башҡарылғандарҙың бер өлөшө генә. Пандемия эҙемтәләренән тыуым кәмеүе, эшһеҙлектең 6 тапҡырға артыуы борсоуға һала. Радий Хәбиров башҡарма власть алдында ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү менән бергә үҫеш тураһында ла онотмаҫҡа саҡырҙы. Иҡтисадта инвесторҙарҙы йәлеп итер өсөн яңы программалар уйлап табырға, муниципалитеттарға федераль программаларҙа ҡатнашып ҡала-ауылдарҙы төҙөкләндерергә. Бөгөн иң актуаль булып ҡалған сәләмәтлек йүнәлешендәге маҡсаттарҙы киләһе йылдың ошо тематика аҫтында үтеүе билдәләй. 2021 йыл Башҡортоастанда “Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙаҡ йәшәү” йылы тип иғлан ителде. Республика Башлығы ауыр йылды бергәләп үткән өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереп йомғаҡланы. Бөгөн  киске сәғәт етелә Республика Башлығы Радий Хәбировтың матбуғат конференцияһы үтәсәк. Уны тура эфирҙа  «Рәсәй 24» һәм «Башҡортостан 24» каналдары аша ҡарай алаһығыҙ.

 

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Рәсәйҙә ҡайтанан айнытҡыстар тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә ҡайтанан айнытҡыстар тергеҙелә

Ошо туралағы закон проекты Дәүләт Думаһы депутаттары тарафынан ҡабул ителеп, 2021 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, төбәктәр үҙҙәрендә медицина айнытҡыстары асыу хоҡуғын алды. Әле ошондай ойошмаларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу ҡағиҙәләре әҙерләнә. Эскелек арҡаһында кеше ғүмере ҡыйыла,...

8 часов 39 минут назад
Смотреть видео Төп мәсьәлә- йылылыҡ өсөн түләү | ГТРК «Башкортостан»

Төп мәсьәлә- йылылыҡ өсөн түләү

Өфөлә йылылыҡ өсөн түләнгән аҡсаны ҡайтарыу буйынса ғаризалар ҡабул ителә башланы. Ике көн эсендә 2 мең ярымдан ашыу мөрәжәғәт килгән. Дөйөм алғанда, Өфө мэрияһы һәм торлаҡты йылы менән тәьмин итеүсе компания 20 мең самаһы фатирҙа йәшәүселәргә аҡсаһын кире бирергә йыйына. Баш ҡала хакимиәтенең яңы...

8 часов 40 минут назад
Смотреть видео Байрам тамам, ә яңы йыл бүләктәрен тапшырыу дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Байрам тамам, ә яңы йыл бүләктәрен тапшырыу дауам итә

“Берҙәм Рәсәй” “Теләктәр шыршыһы” акцияһы сиктәрендә йәнә ике тиҫтәнән ашыу баланың хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итте. 17 декабрҙә старт алған акция барышында бүләктәр тапшырыу февраль аҙағына тикоем дауам итә. Замана балалары планшет, сноуборд, лего конструкторы кеүек аҡыл ҡеүәһе, спорт һәм...

8 часов 40 минут назад
Смотреть видео Өфөлә “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы башланды

Был аҙнала баш ҡала уҡытыусылары араһында “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы башланды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары педагогик кейс һынауҙарын үтте, асыҡ дәрестәр күрһәтте. Башҡа ҡатнашыусылар өсөн бәйге бөгөн башлана. Өфөнөң 44-се күп профилле мәктәбенән “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында  башҡорт...

8 часов 41 минута назад
Смотреть видео Йыллыҡ мөрәжәғәтнамә | ГТРК «Башкортостан»

Йыллыҡ мөрәжәғәтнамә

Бөгөн Республика башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай.  Тура трансляцияны Башҡортостан 24 телеканалында ҡарарға мөмкин. Республика башлығының йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе-төбәктең артабанғы үҫеш йүнәлешен билдәләүсе мөһим документ. Ул йәшәйештең барлыҡ өлкәләрен дә үҙ...

8 часов 43 минуты назад
Смотреть видео Боҙ иретеүселәр | ГТРК «Башкортостан»

Боҙ иретеүселәр

Ә һеҙ хоккей ареналарында һәм һырғалаҡтарҙа боҙ япмаһының сифаты өсөн кемдәр яуаплы икәнен беләһегеҙме? Баҡтиһәң, боҙ түшәүсе тигән һөнәр эйәләре лә бар икән. Әйткәндәй, улар яңыраҡ ҡына һөнәри байрамын билдәләгән. Борис Лебедев үҙ һөнәренә 23 йылдан ашыу тоғро ҡала. Әле ул боҙ комбайнының...

27 января 2021
Смотреть видео Башҡортостан спортсылары һынатмай | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан спортсылары һынатмай

 Польшаның Гданьск ҡалаһында шорт-трек буйынса Европа чемпионаты тамамланды. Бында яҡташыбыҙ Семен Елистратов дүрт миҙал яуланы. Уның өсәүһе – алтын.  Спортсыны Өфөлә беҙҙең ижади төркөм ҡаршы алды. Польшала үткән шорт-трек буйынса Европа чемпионаты Рәсәй йыйылма командаһы өсөн уңышлы...

27 января 2021
Смотреть видео Ауырғазыла мобиль технопарк асылды | ГТРК «Башкортостан»

Ауырғазыла мобиль технопарк асылды

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә республикала “Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркы асылды. Үҙенсәлекле проект төбәктең 12 районында 2 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһын яңы һөнәр менән таныштыра. Заманса технологиялар менән тәүгеләрҙән булып Ауырғазы районы уҡыусылары танышты. Юғары...

27 января 2021
Смотреть видео Ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә | ГТРК «Башкортостан»

Ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә

 “Өфөоргсинтез” акционерҙар йәмғиәтендә янғын сығыу сәбәпле Черниковка биҫтәһендә йәшәүселәр эвакуациялана, тип ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә. Улар, шәхестәре асыҡланған осраҡта, закон алдында яуап тотасаҡ. Роспотребназор янғындан алыҫ түгел генә урамдарҙа һауаны тикшерҙе һәм зарарлы...

27 января 2021
Смотреть видео Йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү башланды | ГТРК «Башкортостан»

Йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү башланды

Йылылыҡ өсөн ҙур сумма алыусылар “Өфө инженер селтәрҙәре” предприятиеһына ғариза яҙа башланы. Декабрь өсөн түләү ноябрҙекенән 42% күберәк булған осраҡта хаҡ яңынан иҫәпләнә. Ғаризаны нисек дөрөҫ яҙырға, һорауҙар килеп сыҡҡанда кемгә мөрәжәғәт итергә, аҡса йорт хужаһына ҡайһы осраҡта һәм ҡасан...

27 января 2021
Яндекс.Метрика