Йылдың һуңғы кәңәшмәһе

Республика Хөкүмәте быйылғы һуңғы Оператив кәңәшмәһендә йылға йомғаҡ яһаны. Радий Хәбиров айырым тармаҡтар буйынса сығыштарҙан һуң киләсәккә бурыстарҙы билдәләп үтте. Төп күрһәткестәр Милли проекттарҙа билдәләнгән маҡсаттарға ҡарап баһалана. Уларҙың үтәлеше буйынса Башҡортостан илдә һәм Волга буйы федераль округында тәүгеләр рәтендә. Был маҡсатҡа 31 миллиард һумға яҡын аҡса тотонолған. 24 балалар баҡсаһы, 5 мәктәп, 2 миллион ярым квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, 305 саҡрым юл ремонтланған. Былар башҡарылғандарҙың бер өлөшө генә. Пандемия эҙемтәләренән тыуым кәмеүе, эшһеҙлектең 6 тапҡырға артыуы борсоуға һала. Радий Хәбиров башҡарма власть алдында ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү менән бергә үҫеш тураһында ла онотмаҫҡа саҡырҙы. Иҡтисадта инвесторҙарҙы йәлеп итер өсөн яңы программалар уйлап табырға, муниципалитеттарға федераль программаларҙа ҡатнашып ҡала-ауылдарҙы төҙөкләндерергә. Бөгөн иң актуаль булып ҡалған сәләмәтлек йүнәлешендәге маҡсаттарҙы киләһе йылдың ошо тематика аҫтында үтеүе билдәләй. 2021 йыл Башҡортоастанда “Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙаҡ йәшәү” йылы тип иғлан ителде. Республика Башлығы ауыр йылды бергәләп үткән өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереп йомғаҡланы. Бөгөн  киске сәғәт етелә Республика Башлығы Радий Хәбировтың матбуғат конференцияһы үтәсәк. Уны тура эфирҙа  «Рәсәй 24» һәм «Башҡортостан 24» каналдары аша ҡарай алаһығыҙ.

 

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанда был көндәрҙә яҙ һулышы һиҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда был көндәрҙә яҙ һулышы һиҙелә

Айырым төбәктәрҙә һауа температураһы ике градусҡаса күтәрелде.   «Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала көндөҙ һауа температураһы 3, 6 градус ҡына һалҡын буласаҡ. Февраль башында ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температура 10 градусҡаса төшөүе ихтимал. Синоптиктар мәғлүмәттәренә...

26 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар  ҡайтанан иҫәпләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар ҡайтанан иҫәпләнә

Прокуратура декабрь өсөн квитанциялағы сумма 42 проценттан да күберәккә артҡан осраҡтарҙы айырым контролгә алған. 2013 йылға тиклем Волга буйы федераль округы төбәктәрендә йылылыҡ энергияһы өсөн хаҡтар Башҡортостанда иң түбәндәрҙән була. Бының менән риза булмаған БашРТС вәкилдәре Тарифтар буйынса...

26 января 2021
Смотреть видео Башҡортостан Холокост ҡорбандарын иҫкә ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Холокост ҡорбандарын иҫкә ала

Ҡыҙыл Армия көсө менән Аушвиц үлем лагеры тотҡондарын азат итеүгә 76 йыл. Башҡортостанда Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу аҙналығы башланды. Хәтер аҙналығы  Дәүләт эшмәкәрҙәре һәм төрлө конфессия вәкилдәренең йәһүд милли-мәҙәни үҙәге янындағы Холокост  ҡорбандары һәм Бөйөк Ватан һуғышында...

26 января 2021
Смотреть видео Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы

Рәсәй студенттары көнөндә Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы. Уны асыу тантанаһында Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары быйыл һөнәри байрамын һөнәрҙәренә хас булмаған ҡиәфәттә ҡаршылай. Тап 18-се быуат уртаһында, 1755...

26 января 2021
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында сурдотәржемә эше башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында сурдотәржемә эше башланды

Республикала рәсми теркәлгән өс мең тирәһе һаңғырау кеше йәшәй. Уларҙың аралашыу теле - ым-ишара. Федераль ҡануниәткә ярашлы, илдә йәшәгән һәр кем мәғлүмәтте  бер тигеҙ алырға хоҡуҡлы. Һаңғырауҙар йәмғиәте әленән әле мөһим телевизион тапшырыуҙарҙы сурдотәржемә менән оҙатыуҙы һорай. Пандемия...

26 января 2021
Смотреть видео Радий Хәбиров төрлө кимәлдәге етәкселәрҙе халыҡ менән аралашырға саҡырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров төрлө кимәлдәге етәкселәрҙе халыҡ менән аралашырға саҡырҙы

Кешеләр менән йәнле аралашыу, власть белдереүенән башҡа фекер йөрөткән һәм күҙгә ҡарап дөрөҫөн әйтер кешеләр кәрәк. Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә  Радий Хәбиров ошо талаптарҙы үтәр закон ҡабул итеү мөмкинлегенә иғтибар итте.  Хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева оператив...

26 января 2021
Смотреть видео Өфөләге янғын буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөләге янғын буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды

 “Өфөоргсинтез” акционерҙар йәмғиәтендә сыҡҡан янғын бөгөн иртәнге етенсе яртыла тулыһынса һүндерелде.  Был турала заводтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Янғын башланғас та бензин, башҡа яғыулыҡ биреү туҡтатыла. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса бер кеше һәләк булған, бер кеше йәрәхәтләнгән...

26 января 2021
Смотреть видео Башҡорт тарихы йылы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт тарихы йылы

Был сертификатты отоусы Өфөнән 350 км алыҫлыҡта йәшәһә лә, бүләкләү тантанаһына шәхсән үҙе килгән. Альберт Мәхмүтов Пермь крайы Барҙа районының тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры вазифаһын башҡарыу менән бер рәттән социаль селтәрҙәрҙә лә әүҙем эш алып бара. Уның “Бер ҡомарҡты тарихы” тигән...

25 января 2021
Смотреть видео Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Үҙәк хәрби округының берҙән-бер инженер бригадаһы һөнәри байрамын Шишмә районында махсус күнекмәләрҙә ҡаршы алды. Сценарийға ярашлы, дошман ғәскәре Дим йылғаһы аша үткән күперҙе шартлата. Инженер бригадаһына иһә бер сәғәт эсендә йылға аша понтон күпер һалып техника йөрөшөн тергеҙеү маҡсаты ҡуйыла....

21 января 2021
Смотреть видео Гитлерҙың шәхси дошманы | ГТРК «Башкортостан»

Гитлерҙың шәхси дошманы

 “Ҡара генерал” Даян Мурзиндың тыуыуына 100 йыл тулды. Бөйөк Ватан һуғыш йылдарында ул партизан, разведка отрядтары командиры була. Уға Чехия һәм Словакияның милли геройы исеме бирелә, 15 ҡаланың почетлы гражданы, майҙан-урамдар уның исемен йөрөтә.Бөйөк Ватан һуғышын Даян Мурзин 10-сы уҡсылар...

21 января 2021
Яндекс.Метрика