Башҡортостан спортсыларын яңы кимәлгә сығарыу | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Башҡортостан спортсыларын яңы кимәлгә сығарыу

Өфөлә республиканың ММА Федерацияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Федерация райондарҙа үҙ бүлексәләрен асыуҙы дауам итеүҙе лә маҡсат итә. Ултырышта киләһе йылға ҡатнаш алыш спорты федерацияһы үткәресәк спорт саралары планы раҫланды. Федерация президенты Руслан Зарипов әйтеүенсә, төбәктәрҙә ҡатнаш алыш спортын дөрөҫ үҫтереү, уларға квалификациялы тренерҙар ҡуйыу мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Республика райондарында филиалдар асыуҙы дауам итеү һәм был спорт төрөн үҫтереү төп бурыстар исемлегендә. Заманса залдар, оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар үткәреү. Ошо йәһәттән хәҙер министрлыҡ, ведомостволар менән хеҙмәттәшлек юғары кимәлдә ҡорола.

Подпишитесь на наш Telegram-канал


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

“Мираҫ” юбилей миҙгелен аса | ГТРК «Башкортостан»

“Мираҫ” юбилей миҙгелен аса

21 октябрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында танылған бейеү һәм йыр ансамбле 30-сы юбилей миҙгелен асыу тантанаһына саҡыра. Коллектив Башҡортостан ғына түгел, Рәсәй һәм донъя сәхнәләрендә уңышлы концерт эшмәкәрлеген алып бара. Артистар тамашасыны башҡорт милли мәҙәниәте менән генә таныштырып ҡалмай, йыл...

52 min 43 sec ago
КОВИД-19. Һандар | ГТРК «Башкортостан»

КОВИД-19. Һандар

19 октябргә Башҡортостанда яңы коронавируслы инфекция 78 137 кешелә теркәлгән. 67 571 кеше сирҙән уңышлы ҡотолған, 458 сирле үткән тәүлек эсендә һауыҡҡан. Вакцинаның беренсе компонентын бөгөнгә 1 457 073 кеше ҡаҙатҡан,  1 263 998 кеше тулыһынса вакциналанған. Үлем...

1 hour 20 min ago
QR-код менән бергә паспорт та күрһәтергә кәрәк  | ГТРК «Башкортостан»

QR-код менән бергә паспорт та күрһәтергә кәрәк

Бынан ары республикала вакциналау тураһында сертификат йәки коронавирус менән ауырыу тураһында белешмә менән сауҙа үҙәге, бөҙрәхана, массаж салоны, солярий, мунса, сауна, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, фитнес-клубы, бассейн кеүек урындарға ингәндә паспорт та күрһәтергә кәрәк буласаҡ. Был хаҡта...

3 hours 3 min ago
Вакцинация проценты кәм предприятиелар иҫәпкә алына  | ГТРК «Башкортостан»

Вакцинация проценты кәм предприятиелар иҫәпкә алына

Өфөлә коронавирустан халыҡтың планға ҡарата 70 проценттан ашыуы вакциналанған. Был хаҡта башҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. «Башҡортостанда коронавирустан кешеләрҙең планда ҡаралған күләмдән 50,7...

4 hours 57 min ago
Һыуытып ҡар ятасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Һыуытып ҡар ятасаҡ

Башҡортостанда был  аҙнала ҡапма-ҡаршылыҡлы һауа торошо көтөлә. Синоптиктар фаразлауынса, аҙна уртаһына көндәр һалҡын һауа массаһы йоғонтоһонда ҡала.  Урыны менән бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ, республиканың көнсығышында  яуым-төшөм көслө булмаясаҡ. Юлдарҙа төндә һәм иртәнсәк...

6 hours 6 min ago
Башҡортостанда тағы ла 1 млн кешегә прививка кәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тағы ла 1 млн кешегә прививка кәрәк

Республикала яңы коронавируслы инфекцияға ҡаршы һөҙөмтәле көрәш өсөн 2 484 000 кешене вакциналарға кәрәк. Был турала бөгөнгө оператив кәңәшмәлә БР хөкүмәте вице-премьеры – республиканың һаулыҡ һаҡлау министры белдерҙе. Максим Забелин һүҙҙәренә ярашлы, төбәктә прививка яһатмаған граждандарға...

18 October 2021
Башҡортостанда фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы күләме арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы күләме арта

Радий Хәбиров  Финанстар министрлығына фән һәм техника өлкәһендә шөғөлләнгән йәш ғалимдарға дәүләт премияһы күләмен арттырыу мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.  Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Республикаһында фән һәм техника өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн дәүләт премияһы һәр береһе 500 мең...

18 October 2021
Аҙыҡ-түлеккә хаҡ арттырыу күҙәтеүгә алынды | ГТРК «Башкортостан»

Аҙыҡ-түлеккә хаҡ арттырыу күҙәтеүгә алынды

Башҡортостанда социаль әһәмиәткә эйә аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың нигеҙһеҙ артыуын күҙәтеүсе эшсе төркөм ойошторолдо. Был хаҡтағы ҡарарға республиканың премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған. Документ хоҡуҡ мәғлүмәттәре порталына һалынған.  Эшсе төркөмгә ауыл хужалығы, сауҙа һәм хеҙмәттәр...

18 October 2021
242 мәктәп COVID-19 карантинында  | ГТРК «Башкортостан»

242 мәктәп COVID-19 карантинында

БР Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Роспотребнадзорҙың төбәк етәксеһе Анна Казак белдереүенсә, Башҡортостанда 242 мәктәп COVID-19 карантинында ҡала.  «Дөйөм урта һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларында сирлеләр һаны арта бара. Бөгөнгә 242 мәктәп карантинға ябылған, был 543 класс тигән...

18 October 2021
Ямғырҙар килә | ГТРК «Башкортостан»

Ямғырҙар килә

Башҡортостанға ямғырҙар килде. Синоптиктар киләһе көндәрҙә яуым-төшөм ихтималлығы юғары, тип фаразлай. Бигерәк тә төнъяҡ райондарҙа. Һауа температураһы 10-15 тирәһе йылы, төндәрен 5 градусҡа тиклем һыуыта. Аҙна аҙағында урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Водителдәргә ҡышҡы миҙгелгә...

18 October 2021