Яңы йыл каникулдарына йомғаҡ яһалды
Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Яңы йыл каникулдарына йомғаҡ яһаны. Был осорҙа йәрәхәтләнеү осраҡтары күпкә аҙайған. Яңы йыл майҙансыҡтарында йәрәхәттәр алып табиптарға мөрәжәғәт итеүселәр ҙә күп түгел. Республикала янғында ҙа аҙайған. Быға тиклем йыл һайын тиерлек Башҡортостанда тап яңы йыл каникулдары осоронда утта күпләп кеше һәләк була ине. Янғын сығыуҙы иҫкәртеүсе ҡоролмалар ҡуйыу, йорт хужалары менән осрашыуҙар, хәүеф төркөмөнә инеүселәр менән эшләү үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Утта һәләк булыусылар хәҙер ҡырҡа кәмене.

Рәсәйҙә ҡайтанан айнытҡыстар тергеҙелә
Ошо туралағы закон проекты Дәүләт Думаһы депутаттары тарафынан ҡабул ителеп, 2021 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, төбәктәр үҙҙәрендә медицина айнытҡыстары асыу хоҡуғын алды. Әле ошондай ойошмаларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу ҡағиҙәләре әҙерләнә. Эскелек арҡаһында кеше ғүмере ҡыйыла,...

Төп мәсьәлә- йылылыҡ өсөн түләү
Өфөлә йылылыҡ өсөн түләнгән аҡсаны ҡайтарыу буйынса ғаризалар ҡабул ителә башланы. Ике көн эсендә 2 мең ярымдан ашыу мөрәжәғәт килгән. Дөйөм алғанда, Өфө мэрияһы һәм торлаҡты йылы менән тәьмин итеүсе компания 20 мең самаһы фатирҙа йәшәүселәргә аҡсаһын кире бирергә йыйына. Баш ҡала хакимиәтенең яңы...

Байрам тамам, ә яңы йыл бүләктәрен тапшырыу дауам итә
“Берҙәм Рәсәй” “Теләктәр шыршыһы” акцияһы сиктәрендә йәнә ике тиҫтәнән ашыу баланың хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итте. 17 декабрҙә старт алған акция барышында бүләктәр тапшырыу февраль аҙағына тикоем дауам итә. Замана балалары планшет, сноуборд, лего конструкторы кеүек аҡыл ҡеүәһе, спорт һәм...

Өфөлә “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы башланды
Был аҙнала баш ҡала уҡытыусылары араһында “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы башланды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары педагогик кейс һынауҙарын үтте, асыҡ дәрестәр күрһәтте. Башҡа ҡатнашыусылар өсөн бәйге бөгөн башлана. Өфөнөң 44-се күп профилле мәктәбенән “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында башҡорт...

Йыллыҡ мөрәжәғәтнамә
Бөгөн Республика башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Тура трансляцияны Башҡортостан 24 телеканалында ҡарарға мөмкин. Республика башлығының йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе-төбәктең артабанғы үҫеш йүнәлешен билдәләүсе мөһим документ. Ул йәшәйештең барлыҡ өлкәләрен дә үҙ...

Боҙ иретеүселәр
Ә һеҙ хоккей ареналарында һәм һырғалаҡтарҙа боҙ япмаһының сифаты өсөн кемдәр яуаплы икәнен беләһегеҙме? Баҡтиһәң, боҙ түшәүсе тигән һөнәр эйәләре лә бар икән. Әйткәндәй, улар яңыраҡ ҡына һөнәри байрамын билдәләгән. Борис Лебедев үҙ һөнәренә 23 йылдан ашыу тоғро ҡала. Әле ул боҙ комбайнының...

Башҡортостан спортсылары һынатмай
Польшаның Гданьск ҡалаһында шорт-трек буйынса Европа чемпионаты тамамланды. Бында яҡташыбыҙ Семен Елистратов дүрт миҙал яуланы. Уның өсәүһе – алтын. Спортсыны Өфөлә беҙҙең ижади төркөм ҡаршы алды. Польшала үткән шорт-трек буйынса Европа чемпионаты Рәсәй йыйылма командаһы өсөн уңышлы...

Ауырғазыла мобиль технопарк асылды
“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә республикала “Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркы асылды. Үҙенсәлекле проект төбәктең 12 районында 2 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһын яңы һөнәр менән таныштыра. Заманса технологиялар менән тәүгеләрҙән булып Ауырғазы районы уҡыусылары танышты. Юғары...

Ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә
“Өфөоргсинтез” акционерҙар йәмғиәтендә янғын сығыу сәбәпле Черниковка биҫтәһендә йәшәүселәр эвакуациялана, тип ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә. Улар, шәхестәре асыҡланған осраҡта, закон алдында яуап тотасаҡ. Роспотребназор янғындан алыҫ түгел генә урамдарҙа һауаны тикшерҙе һәм зарарлы...

Йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү башланды
Йылылыҡ өсөн ҙур сумма алыусылар “Өфө инженер селтәрҙәре” предприятиеһына ғариза яҙа башланы. Декабрь өсөн түләү ноябрҙекенән 42% күберәк булған осраҡта хаҡ яңынан иҫәпләнә. Ғаризаны нисек дөрөҫ яҙырға, һорауҙар килеп сыҡҡанда кемгә мөрәжәғәт итергә, аҡса йорт хужаһына ҡайһы осраҡта һәм ҡасан...