Ни өсөн “икеле” билдәһе?

Республика етәксеһе Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Өфөлә Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәше үткәүел төҙөлөшө ваҡытын ҡыҫҡартырға ҡушты. Водителдәрҙең борсолоуын аңларға була, сөнки беҙ башҡалаға ингән төп юлда күләмле төҙөлөш башланыҡ, тине Радий Хәбиров. Республика башлығы Өфө ҡала хакимиәтенең үткәүел төҙөлөшөнә әҙерлеген икеле билдәһенә баһаланы. 2021 йылдың тәүге эш көнөндә Өфө 9 баллыҡ тығындарға баҫты. Быға Салауат Юлаев прсопекты менән Зәки Валиди урамы киҫелешендә башланған реконструкция эштәренең дөрөҫ ойошторолмауы сәбәпсе. Радий Хәбиров Оператив кәңәшмәлә юлсыларҙы һәм ҡала хакимиәтен тәнҡитләне. Ғинуар каникулдарында төҙөлөш башлап Өфөнөң көнъяҡ ҡапҡалдарын өлөшләтә ябыу һәм быны алдан халыҡҡа аңлатырға маташыуҙы Радий Хәбиров икеле билдәһе менән баһаланы. Һауа торошоноң ҡатмарлашыуы, эшләгәндәрҙең һәм уҡыусыларҙың изоляциянан сығыуы, үткәүел янында светофорлы хәрәкәт ойошторолоуы транспорт коллапсына алып килде. Мәсьәләне хәл итеү юлдарын Республика Башлығы аҙна аҙағына тиклем әҙерләп еткерергә ҡушты. Кәрәк булһа айырым ойошмаларҙың эш графигын үҙгәртергә лә әҙербеҙ тине ул.Аҙна аҙағынаса башҡарма власть вәкилдәре һәм йылылыҡ менән тәьмин итеүсе БашРТС ойошмаһы күп фатирлы йорттарҙағы йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙең кинәт артыу сәбәптәрен атарға һәм тейешенән артыҡ түләнгән суммаларҙы кире ҡайтарыу сараһын барларға бурыслы. Вице-премьер Борис Беляев үҙ докладында тәүтикшереү һөҙөмтәләрен атап, түләүҙәр тотонолған йылылыҡҡа ҡарап дөрөҫ билдәләнгән тине. Ҡаты ҡалдыҡтарҙы сығарған өсөн дә хаҡтың ғәҙел билдәләнеүен талап итәләр. Тик был осраҡта халыҡ файҙаһына түгел. Төбәк операторҙары сүп-сар сығарған өсөн тарифтарҙы арттырыуҙы һорай. Коронавирус буйынса хәл Оператив кәңәшмәнең көн тәртибенән ситтә ҡалманы. Байрамдар ваҡытында хәл тотороҡло һаҡланған, сирлеләр һаны 3 процент тирәһенә артҡан. Әле 826 кеше дауаханала, 11  сирле ауыр хәлдә. Каникул ваҡытындағы осрашыуҙар эҙемтәһе аҙна-ун көн тирәһендә билдәле буласаҡ. Ә быйылға – төп бурыс вакцинация, тине Радий Хәбиров. Был аҙнала Башҡортостан 6 мең ярым доза вакцина аласаҡ. Каникулдар осоронда булған хәл-ваҡиғаларҙы анализлап янғындарҙа һәм аварияларҙа үлем осраҡтарының былтырғынан әҙерәк булыуын атанылар. Салауат районында ике автобус ҡатнашлығында булған авария ғәҙәттән тыш хәл булараҡ билдәләнде. Унда зыян күргән ике балаға Радий Хәбиров тейешле бөтә ярҙамды күрһәтергә ҡушты. Авариялар буйынса хәл республикала әле лә ҡатмарлы ҡала, юл-транспорт ваҡиғаларында теркәлгән үлем осраҡтары буйынса беҙ Рәсәйҙә дүртенсе урында тиелде кәңәшмәлә. Хәлде үҙгәртеүҙең бер алымы булараҡ камералар һанын арттырып водителдәрҙе тәрбиәләү.  Алыҫ киләсәккә билдәләнгән маҡсаттарҙың реаль тормошҡа аша торғандары Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы менән бәйле. Радий Хәбиров Ҡурсаҡ театры, Өфө Циркы, Рус драма театрын төҙөкләнлдереүҙе 24-се йылға өлгөртөр өсөн эштәрҙе бөгөндән башлау бурысын ҡуйҙы. Глобаль проекттарҙан Тоннель менән Ҡариҙел йылғаһы аша күперҙе финанслау йәһәтенән федераль хөкүмәт менән әүҙем эшләргә кәңәш итте. Өфөнөң көнъяғындағы төп транспорт артерияһы һәм бөгөндән баш ҡала халҡының төп проблемаһына әүерелгән Заки Вәлиди үткәүелендә иһә эштәрҙе ноябрҙән алдараҡ тамамларға кәрәк, тине Радий Хәбиров. Аҙна ахырына Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы баш ҡаланың көнъяҡ ҡапҡаһында тығындарҙы кәметеү тәҡдимдәрен әҙерләргә бурыслы.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Боҙ иретеүселәр | ГТРК «Башкортостан»

Боҙ иретеүселәр

Ә һеҙ хоккей ареналарында һәм һырғалаҡтарҙа боҙ япмаһының сифаты өсөн кемдәр яуаплы икәнен беләһегеҙме? Баҡтиһәң, боҙ түшәүсе тигән һөнәр эйәләре лә бар икән. Әйткәндәй, улар яңыраҡ ҡына һөнәри байрамын билдәләгән. Борис Лебедев үҙ һөнәренә 23 йылдан ашыу тоғро ҡала. Әле ул боҙ комбайнының...

4 часа 33 минуты назад
Смотреть видео Башҡортостан спортсылары һынатмай | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан спортсылары һынатмай

 Польшаның Гданьск ҡалаһында шорт-трек буйынса Европа чемпионаты тамамланды. Бында яҡташыбыҙ Семен Елистратов дүрт миҙал яуланы. Уның өсәүһе – алтын.  Спортсыны Өфөлә беҙҙең ижади төркөм ҡаршы алды. Польшала үткән шорт-трек буйынса Европа чемпионаты Рәсәй йыйылма командаһы өсөн уңышлы...

4 часа 35 минут назад
Смотреть видео Ауырғазыла мобиль технопарк асылды | ГТРК «Башкортостан»

Ауырғазыла мобиль технопарк асылды

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә республикала “Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркы асылды. Үҙенсәлекле проект төбәктең 12 районында 2 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһын яңы һөнәр менән таныштыра. Заманса технологиялар менән тәүгеләрҙән булып Ауырғазы районы уҡыусылары танышты. Юғары...

4 часа 36 минут назад
Смотреть видео Ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә | ГТРК «Башкортостан»

Ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә

 “Өфөоргсинтез” акционерҙар йәмғиәтендә янғын сығыу сәбәпле Черниковка биҫтәһендә йәшәүселәр эвакуациялана, тип ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә. Улар, шәхестәре асыҡланған осраҡта, закон алдында яуап тотасаҡ. Роспотребназор янғындан алыҫ түгел генә урамдарҙа һауаны тикшерҙе һәм зарарлы...

4 часа 36 минут назад
Смотреть видео Йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү башланды | ГТРК «Башкортостан»

Йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү башланды

Йылылыҡ өсөн ҙур сумма алыусылар “Өфө инженер селтәрҙәре” предприятиеһына ғариза яҙа башланы. Декабрь өсөн түләү ноябрҙекенән 42% күберәк булған осраҡта хаҡ яңынан иҫәпләнә. Ғаризаны нисек дөрөҫ яҙырға, һорауҙар килеп сыҡҡанда кемгә мөрәжәғәт итергә, аҡса йорт хужаһына ҡайһы осраҡта һәм ҡасан...

4 часа 37 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда был көндәрҙә яҙ һулышы һиҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда был көндәрҙә яҙ һулышы һиҙелә

Айырым төбәктәрҙә һауа температураһы ике градусҡаса күтәрелде.   «Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала көндөҙ һауа температураһы 3, 6 градус ҡына һалҡын буласаҡ. Февраль башында ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температура 10 градусҡаса төшөүе ихтимал. Синоптиктар мәғлүмәттәренә...

26 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар  ҡайтанан иҫәпләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар ҡайтанан иҫәпләнә

Прокуратура декабрь өсөн квитанциялағы сумма 42 проценттан да күберәккә артҡан осраҡтарҙы айырым контролгә алған. 2013 йылға тиклем Волга буйы федераль округы төбәктәрендә йылылыҡ энергияһы өсөн хаҡтар Башҡортостанда иң түбәндәрҙән була. Бының менән риза булмаған БашРТС вәкилдәре Тарифтар буйынса...

26 января 2021
Смотреть видео Башҡортостан Холокост ҡорбандарын иҫкә ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Холокост ҡорбандарын иҫкә ала

Ҡыҙыл Армия көсө менән Аушвиц үлем лагеры тотҡондарын азат итеүгә 76 йыл. Башҡортостанда Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу аҙналығы башланды. Хәтер аҙналығы  Дәүләт эшмәкәрҙәре һәм төрлө конфессия вәкилдәренең йәһүд милли-мәҙәни үҙәге янындағы Холокост  ҡорбандары һәм Бөйөк Ватан һуғышында...

26 января 2021
Смотреть видео Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы

Рәсәй студенттары көнөндә Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы. Уны асыу тантанаһында Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары быйыл һөнәри байрамын һөнәрҙәренә хас булмаған ҡиәфәттә ҡаршылай. Тап 18-се быуат уртаһында, 1755...

26 января 2021
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында сурдотәржемә эше башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында сурдотәржемә эше башланды

Республикала рәсми теркәлгән өс мең тирәһе һаңғырау кеше йәшәй. Уларҙың аралашыу теле - ым-ишара. Федераль ҡануниәткә ярашлы, илдә йәшәгән һәр кем мәғлүмәтте  бер тигеҙ алырға хоҡуҡлы. Һаңғырауҙар йәмғиәте әленән әле мөһим телевизион тапшырыуҙарҙы сурдотәржемә менән оҙатыуҙы һорай. Пандемия...

26 января 2021
Яндекс.Метрика