Сикләүҙәр, тығындар

Өфөлә Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге үткәүелде төҙөкләндерә башлауға бәйле автотранспорт хәрәкәтенә үҙгәрештәр индерелгәйне. Хәҙер реконструкцияланған объектты урап үтергә тура килә.  Юл киҫелешендә машина ағымын көйләр өсөн юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре эшләй. Юлда ҡатмарлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, ҡала халҡы реконструкция күптән кәрәк ине, тип белдерә. Әле айырсаның өлөшөнөң яртыһы тест режимында ябылған. Транспорт хәрәкәтен көйләү маҡсатында был өлөштә ваҡытлыса светофорҙар урынлаштырылған. Шулай ҙа ҡала хакимиәте иртәнге тығындарға эләкмәҫ өсөн альтернатив маршрут эҙләргә саҡыра. Көнөнә ике күперҙән кәмендә 120 меңдән ашыу машина үтә. Һуңғы йылдарҙа Өфө халҡы өсөн генә түгел, баш ҡала ҡунаҡтары өсөн дә ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙырған көньяҡ йүнәлештәге үткәргес яңы күпер менән бергә 2021 йылдың аҙағына файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Реконструкциянан һуң Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге юл үткәргесенең мөмкинлектәре өс тапҡырға арта. Проспекттағы 4 һыҙатты етегә тиклем арттырыу ҡарала

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Рәсәйҙә ҡайтанан айнытҡыстар тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә ҡайтанан айнытҡыстар тергеҙелә

Ошо туралағы закон проекты Дәүләт Думаһы депутаттары тарафынан ҡабул ителеп, 2021 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, төбәктәр үҙҙәрендә медицина айнытҡыстары асыу хоҡуғын алды. Әле ошондай ойошмаларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу ҡағиҙәләре әҙерләнә. Эскелек арҡаһында кеше ғүмере ҡыйыла,...

7 часов 3 минуты назад
Смотреть видео Төп мәсьәлә- йылылыҡ өсөн түләү | ГТРК «Башкортостан»

Төп мәсьәлә- йылылыҡ өсөн түләү

Өфөлә йылылыҡ өсөн түләнгән аҡсаны ҡайтарыу буйынса ғаризалар ҡабул ителә башланы. Ике көн эсендә 2 мең ярымдан ашыу мөрәжәғәт килгән. Дөйөм алғанда, Өфө мэрияһы һәм торлаҡты йылы менән тәьмин итеүсе компания 20 мең самаһы фатирҙа йәшәүселәргә аҡсаһын кире бирергә йыйына. Баш ҡала хакимиәтенең яңы...

7 часов 3 минуты назад
Смотреть видео Байрам тамам, ә яңы йыл бүләктәрен тапшырыу дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Байрам тамам, ә яңы йыл бүләктәрен тапшырыу дауам итә

“Берҙәм Рәсәй” “Теләктәр шыршыһы” акцияһы сиктәрендә йәнә ике тиҫтәнән ашыу баланың хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итте. 17 декабрҙә старт алған акция барышында бүләктәр тапшырыу февраль аҙағына тикоем дауам итә. Замана балалары планшет, сноуборд, лего конструкторы кеүек аҡыл ҡеүәһе, спорт һәм...

7 часов 4 минуты назад
Смотреть видео Өфөлә “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы башланды

Был аҙнала баш ҡала уҡытыусылары араһында “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы башланды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары педагогик кейс һынауҙарын үтте, асыҡ дәрестәр күрһәтте. Башҡа ҡатнашыусылар өсөн бәйге бөгөн башлана. Өфөнөң 44-се күп профилле мәктәбенән “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында  башҡорт...

7 часов 5 минут назад
Смотреть видео Йыллыҡ мөрәжәғәтнамә | ГТРК «Башкортостан»

Йыллыҡ мөрәжәғәтнамә

Бөгөн Республика башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай.  Тура трансляцияны Башҡортостан 24 телеканалында ҡарарға мөмкин. Республика башлығының йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе-төбәктең артабанғы үҫеш йүнәлешен билдәләүсе мөһим документ. Ул йәшәйештең барлыҡ өлкәләрен дә үҙ...

7 часов 7 минут назад
Смотреть видео Боҙ иретеүселәр | ГТРК «Башкортостан»

Боҙ иретеүселәр

Ә һеҙ хоккей ареналарында һәм һырғалаҡтарҙа боҙ япмаһының сифаты өсөн кемдәр яуаплы икәнен беләһегеҙме? Баҡтиһәң, боҙ түшәүсе тигән һөнәр эйәләре лә бар икән. Әйткәндәй, улар яңыраҡ ҡына һөнәри байрамын билдәләгән. Борис Лебедев үҙ һөнәренә 23 йылдан ашыу тоғро ҡала. Әле ул боҙ комбайнының...

27 января 2021
Смотреть видео Башҡортостан спортсылары һынатмай | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан спортсылары һынатмай

 Польшаның Гданьск ҡалаһында шорт-трек буйынса Европа чемпионаты тамамланды. Бында яҡташыбыҙ Семен Елистратов дүрт миҙал яуланы. Уның өсәүһе – алтын.  Спортсыны Өфөлә беҙҙең ижади төркөм ҡаршы алды. Польшала үткән шорт-трек буйынса Европа чемпионаты Рәсәй йыйылма командаһы өсөн уңышлы...

27 января 2021
Смотреть видео Ауырғазыла мобиль технопарк асылды | ГТРК «Башкортостан»

Ауырғазыла мобиль технопарк асылды

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә республикала “Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркы асылды. Үҙенсәлекле проект төбәктең 12 районында 2 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһын яңы һөнәр менән таныштыра. Заманса технологиялар менән тәүгеләрҙән булып Ауырғазы районы уҡыусылары танышты. Юғары...

27 января 2021
Смотреть видео Ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә | ГТРК «Башкортостан»

Ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә

 “Өфөоргсинтез” акционерҙар йәмғиәтендә янғын сығыу сәбәпле Черниковка биҫтәһендә йәшәүселәр эвакуациялана, тип ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә. Улар, шәхестәре асыҡланған осраҡта, закон алдында яуап тотасаҡ. Роспотребназор янғындан алыҫ түгел генә урамдарҙа һауаны тикшерҙе һәм зарарлы...

27 января 2021
Смотреть видео Йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү башланды | ГТРК «Башкортостан»

Йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү башланды

Йылылыҡ өсөн ҙур сумма алыусылар “Өфө инженер селтәрҙәре” предприятиеһына ғариза яҙа башланы. Декабрь өсөн түләү ноябрҙекенән 42% күберәк булған осраҡта хаҡ яңынан иҫәпләнә. Ғаризаны нисек дөрөҫ яҙырға, һорауҙар килеп сыҡҡанда кемгә мөрәжәғәт итергә, аҡса йорт хужаһына ҡайһы осраҡта һәм ҡасан...

27 января 2021
Яндекс.Метрика