Рәсәйҙә яңы үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде

Торлаҡ-коммуналь хужалығы өсөн хәҙер субсидияларҙы юллау күпкә еңелерәк буласаҡ. Йорт ихаталарында усаҡтар яғыу тыйыла.  Хәҙер күптәр өйҙән эшләргә күнекте. Онлайн-кәңәшмә ваҡытында эргәлә балаларҙың йөрөүе лә бер кемде лә ғәжәпләндермәй хәҙер. Константин Лоҡманов етәкселегендәге компания Ай-ти продукттар етештереү менән шөғөлләнә. Хеҙмәткәрҙәрҙең күптәре ситтән тороп эшләһә, март айында пандемия башланыу менән компания тулыһынса дистанцион эшкә күскән. Рәсәйҙә ситтән тороп эшләү тураһында закон үҙ көсөнә инде. Хеҙмәт кодексында уның өс төрө — ваҡытлыса, даими һәм ҡатнаш эш форматтары теркәлгән. Дистанцион эш хеҙмәт хаҡын кәметеү өсөн сәбәп түгел, тиелә документта. Эш биреүселәр, хеҙмәткәрҙәрҙең теләгенән тыш, уларҙы  ситтән тороп эшләүгә күсерә алмай. Ситтән тороп эшләүселәр өсөн хеҙмәт китабын булдырыу мотлаҡ түгел, бары тик хеҙмәткәрҙең теләге буйынса ғына. Тағы ла бер үҙгәреш — 1-се ғинуарҙан эшкә урынлашыусыларҙың хеҙмәт китабы тик электрон төрҙә рәсмиләштереләсәк. Ғинуар башынан хеҙмәт хаҡы күләме 5 ярым процентҡа арта. Йәшәү минимумынан ул күберәк булырға тейеш. Эшләмәгән пенсионерҙар өсөн пенсияның страховкалау өлөшө 6,3 процентҡа тиклем арта. Әсәлек капиталы 3,7 процентҡа индексациялана һәм уның күләме беренсе балаға – 484 мең һум, икенсе сабыйға ул 155 мең 500 һум.  Әгәр ғаилә 2020-21 –се йылдарҙа беренсе бала өсөн сертификат алмаған икән, был осраҡта икенсе бала өсөн сертификат күләме 640 мең һум тирәһе буласаҡ. Сертификатты ауыл ипотекаһы буйынса тәүге түләү итеп ҡулланырға мөмкин. Башҡортостанда үткән йыл ошо программа буйынса 2 меңдән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты, әлк тағы ла 1 меңдән ашыу ғаиләнең ғаризаһы ҡарала. 2021 йылдың ғинуарынан йылына 5 миллиондан ашыу хеҙмәт хаҡын алыусы физик шәхестәр өсөн һалым нормаһы 15 процентҡа тиклем артты. Рәсәйҙә янғынға ҡаршы яңы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инде. Дөйөм ҡулланыу ерҙәрендә генә түгел, шулай уҡ шәхси йорт ихаталарында ла усаҡ яғырға ярамай, бының өсөн махсус ҡоролған урындар булырға тейеш. Водителдәр өсөн дә үҙгәрештәр бар. Автомобилдәге аптечкаларҙа ниндәй дарыуҙар булырға тейешлеген улар үҙҙәре хәл итә.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Боҙ иретеүселәр | ГТРК «Башкортостан»

Боҙ иретеүселәр

Ә һеҙ хоккей ареналарында һәм һырғалаҡтарҙа боҙ япмаһының сифаты өсөн кемдәр яуаплы икәнен беләһегеҙме? Баҡтиһәң, боҙ түшәүсе тигән һөнәр эйәләре лә бар икән. Әйткәндәй, улар яңыраҡ ҡына һөнәри байрамын билдәләгән. Борис Лебедев үҙ һөнәренә 23 йылдан ашыу тоғро ҡала. Әле ул боҙ комбайнының...

2 часа 44 минуты назад
Смотреть видео Башҡортостан спортсылары һынатмай | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан спортсылары һынатмай

 Польшаның Гданьск ҡалаһында шорт-трек буйынса Европа чемпионаты тамамланды. Бында яҡташыбыҙ Семен Елистратов дүрт миҙал яуланы. Уның өсәүһе – алтын.  Спортсыны Өфөлә беҙҙең ижади төркөм ҡаршы алды. Польшала үткән шорт-трек буйынса Европа чемпионаты Рәсәй йыйылма командаһы өсөн уңышлы...

2 часа 46 минут назад
Смотреть видео Ауырғазыла мобиль технопарк асылды | ГТРК «Башкортостан»

Ауырғазыла мобиль технопарк асылды

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә республикала “Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркы асылды. Үҙенсәлекле проект төбәктең 12 районында 2 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһын яңы һөнәр менән таныштыра. Заманса технологиялар менән тәүгеләрҙән булып Ауырғазы районы уҡыусылары танышты. Юғары...

2 часа 47 минут назад
Смотреть видео Ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә | ГТРК «Башкортостан»

Ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә

 “Өфөоргсинтез” акционерҙар йәмғиәтендә янғын сығыу сәбәпле Черниковка биҫтәһендә йәшәүселәр эвакуациялана, тип ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә. Улар, шәхестәре асыҡланған осраҡта, закон алдында яуап тотасаҡ. Роспотребназор янғындан алыҫ түгел генә урамдарҙа һауаны тикшерҙе һәм зарарлы...

2 часа 47 минут назад
Смотреть видео Йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү башланды | ГТРК «Башкортостан»

Йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү башланды

Йылылыҡ өсөн ҙур сумма алыусылар “Өфө инженер селтәрҙәре” предприятиеһына ғариза яҙа башланы. Декабрь өсөн түләү ноябрҙекенән 42% күберәк булған осраҡта хаҡ яңынан иҫәпләнә. Ғаризаны нисек дөрөҫ яҙырға, һорауҙар килеп сыҡҡанда кемгә мөрәжәғәт итергә, аҡса йорт хужаһына ҡайһы осраҡта һәм ҡасан...

2 часа 48 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда был көндәрҙә яҙ һулышы һиҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда был көндәрҙә яҙ һулышы һиҙелә

Айырым төбәктәрҙә һауа температураһы ике градусҡаса күтәрелде.   «Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала көндөҙ һауа температураһы 3, 6 градус ҡына һалҡын буласаҡ. Февраль башында ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температура 10 градусҡаса төшөүе ихтимал. Синоптиктар мәғлүмәттәренә...

26 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар  ҡайтанан иҫәпләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар ҡайтанан иҫәпләнә

Прокуратура декабрь өсөн квитанциялағы сумма 42 проценттан да күберәккә артҡан осраҡтарҙы айырым контролгә алған. 2013 йылға тиклем Волга буйы федераль округы төбәктәрендә йылылыҡ энергияһы өсөн хаҡтар Башҡортостанда иң түбәндәрҙән була. Бының менән риза булмаған БашРТС вәкилдәре Тарифтар буйынса...

26 января 2021
Смотреть видео Башҡортостан Холокост ҡорбандарын иҫкә ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Холокост ҡорбандарын иҫкә ала

Ҡыҙыл Армия көсө менән Аушвиц үлем лагеры тотҡондарын азат итеүгә 76 йыл. Башҡортостанда Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу аҙналығы башланды. Хәтер аҙналығы  Дәүләт эшмәкәрҙәре һәм төрлө конфессия вәкилдәренең йәһүд милли-мәҙәни үҙәге янындағы Холокост  ҡорбандары һәм Бөйөк Ватан һуғышында...

26 января 2021
Смотреть видео Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы

Рәсәй студенттары көнөндә Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы. Уны асыу тантанаһында Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары быйыл һөнәри байрамын һөнәрҙәренә хас булмаған ҡиәфәттә ҡаршылай. Тап 18-се быуат уртаһында, 1755...

26 января 2021
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында сурдотәржемә эше башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында сурдотәржемә эше башланды

Республикала рәсми теркәлгән өс мең тирәһе һаңғырау кеше йәшәй. Уларҙың аралашыу теле - ым-ишара. Федераль ҡануниәткә ярашлы, илдә йәшәгән һәр кем мәғлүмәтте  бер тигеҙ алырға хоҡуҡлы. Һаңғырауҙар йәмғиәте әленән әле мөһим телевизион тапшырыуҙарҙы сурдотәржемә менән оҙатыуҙы һорай. Пандемия...

26 января 2021
Яндекс.Метрика