Ер шарында “Рәхмәт” көнө билдәләнде

Ер шарында иң изге байрамдарҙың береһен – Халыҡ –ара  “Рәхмәт” көнө билдәләнде. Ошо айҡанлы Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы «Башҡортостан республикаһы медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт!» акцияһын иғлан итте. Был көн һәр теләгән кеше социаль селтәрҙәге сәхифәһендә #спасибомедикамрб тигән хештег аҫтында табиптарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә алды. Интернет селтәре айырым белгестәргә һәм  медицина учреждениелары табиптарына рәхмәт һүҙҙәре, фото, видеороликтар менән тулды. Барлыҡ рәхмәт постары бер урынға тупланып, Һаулыҡ-һаҡлау министрлығының   сайтында һәм социаль селтәрҙә  урын алды.

Читайте нас в Яндекс.Дзен