Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр  йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив  кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы  менән ауырыусыларҙың артыуы күҙәтелә. Республикала халыҡтың күпселеге гриптан прививка эшләткән. Шуға бәйле ауырыу кимәле лә  юғары булмаҫҡа тейеш, тип белдерҙе ведомство етәксеһе урынбаҫары.  Ултырышта ҡала хеҙмәттәренең  Яңы йыл байрамдары осорондағы эшенә йомғаҡ яһалды. Көнүҙәк мәсьәлә  -  Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге үткәүелде төҙөкләндереү. Ҡала хакимиәте балшығы урынбаҫары Радмил Мөслимов хәбәр итеүенсә, юлдың был өлөшөндә транпорт хәрәкәте тәүлек әйләнәһенә күҙәтеүгә алынған. Светофорҙарҙың эшләү режимы  урындағы хәлгә ҡарап көйләнә. Хәрәкәтте тотҡарлаусы автомобилдәрҙе эвакуациялау эше  әүҙемләшә.  Әлеге ваҡытта Дим биҫтәһе халҡына  Затон аша  йөрөү өсөн автобустар һанын артырыу мәсьәләһе хәл ителә. Халыҡҡа альтернатив маршруттар тәҡдим ителә.   Хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса  башҡарыусы Сергей Греков әйтеүенсә,  күрелгән саралар  ыңғай һөҙөмтә бирә. Яңы йыл һәм раштыуа байрамдары осоронда урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу буйынса коммуналь хеҙмәттәрҙең  эшмәкәрлеге тикшерелде. Коммуналь хеҙмәттәр тәүлек әйләнәһенә көсәйтелгән режимда эшләгән. Һәр смена һайын башҡала урамдарын таҙартырға 450 кеше һәм  260 берәмек техника йәлеп ителгән. Сергей Греков Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге үткәүелде төҙөкләндереү сәбәпле барлыҡ урау  юлдарҙы һәр саҡ таҙа тотоуҙы талап итте. Кәңәшмәлә яңы йыл байрамдары көнөндә халыҡтың һәм биләмәләрҙең  терроризмдан һаҡлау сараларының үтәлеше, йәмәғәт  һәм янғын хәүефһеҙлеген тәъмин итеү буйынса башҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәләре ҡаралды. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу эшенең үтәлеше тикшерелде.  Кәңәшмәлә  Яңы йыл байрамдарында балаларҙың ялын ойоштороу, боҙ ҡаласыҡтарының хәүефһеҙлек мәсьәләһе лә ситтә ҡалманы. Христиандарҙың яҡынлашып килгән дини  байрамына әҙерлек планы ла ентекле тикшерелде. Сергей Греков ҡала хеҙмәттәренә һәр мөрәжәғәтте тиҙ арала  хәл итергә ҡушты. Бының өсөн халыҡ менән йышыраҡ осрашыуҙар ойоштороу кәрәклеге билдәләнде. Бер үтенес тә яуапһыҙ ҡалырға тейеш түгел, урындағы етәкселәрҙе был йүнәлештә етди эш алып барырға саҡырам тине Сергей Греков

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Рәсәйҙә ҡайтанан айнытҡыстар тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә ҡайтанан айнытҡыстар тергеҙелә

Ошо туралағы закон проекты Дәүләт Думаһы депутаттары тарафынан ҡабул ителеп, 2021 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, төбәктәр үҙҙәрендә медицина айнытҡыстары асыу хоҡуғын алды. Әле ошондай ойошмаларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу ҡағиҙәләре әҙерләнә. Эскелек арҡаһында кеше ғүмере ҡыйыла,...

8 часов 37 секунд назад
Смотреть видео Төп мәсьәлә- йылылыҡ өсөн түләү | ГТРК «Башкортостан»

Төп мәсьәлә- йылылыҡ өсөн түләү

Өфөлә йылылыҡ өсөн түләнгән аҡсаны ҡайтарыу буйынса ғаризалар ҡабул ителә башланы. Ике көн эсендә 2 мең ярымдан ашыу мөрәжәғәт килгән. Дөйөм алғанда, Өфө мэрияһы һәм торлаҡты йылы менән тәьмин итеүсе компания 20 мең самаһы фатирҙа йәшәүселәргә аҡсаһын кире бирергә йыйына. Баш ҡала хакимиәтенең яңы...

8 часов 1 минута назад
Смотреть видео Байрам тамам, ә яңы йыл бүләктәрен тапшырыу дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Байрам тамам, ә яңы йыл бүләктәрен тапшырыу дауам итә

“Берҙәм Рәсәй” “Теләктәр шыршыһы” акцияһы сиктәрендә йәнә ике тиҫтәнән ашыу баланың хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итте. 17 декабрҙә старт алған акция барышында бүләктәр тапшырыу февраль аҙағына тикоем дауам итә. Замана балалары планшет, сноуборд, лего конструкторы кеүек аҡыл ҡеүәһе, спорт һәм...

8 часов 2 минуты назад
Смотреть видео Өфөлә “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы башланды

Был аҙнала баш ҡала уҡытыусылары араһында “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы башланды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары педагогик кейс һынауҙарын үтте, асыҡ дәрестәр күрһәтте. Башҡа ҡатнашыусылар өсөн бәйге бөгөн башлана. Өфөнөң 44-се күп профилле мәктәбенән “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында  башҡорт...

8 часов 2 минуты назад
Смотреть видео Йыллыҡ мөрәжәғәтнамә | ГТРК «Башкортостан»

Йыллыҡ мөрәжәғәтнамә

Бөгөн Республика башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай.  Тура трансляцияны Башҡортостан 24 телеканалында ҡарарға мөмкин. Республика башлығының йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе-төбәктең артабанғы үҫеш йүнәлешен билдәләүсе мөһим документ. Ул йәшәйештең барлыҡ өлкәләрен дә үҙ...

8 часов 4 минуты назад
Смотреть видео Боҙ иретеүселәр | ГТРК «Башкортостан»

Боҙ иретеүселәр

Ә һеҙ хоккей ареналарында һәм һырғалаҡтарҙа боҙ япмаһының сифаты өсөн кемдәр яуаплы икәнен беләһегеҙме? Баҡтиһәң, боҙ түшәүсе тигән һөнәр эйәләре лә бар икән. Әйткәндәй, улар яңыраҡ ҡына һөнәри байрамын билдәләгән. Борис Лебедев үҙ һөнәренә 23 йылдан ашыу тоғро ҡала. Әле ул боҙ комбайнының...

27 января 2021
Смотреть видео Башҡортостан спортсылары һынатмай | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан спортсылары һынатмай

 Польшаның Гданьск ҡалаһында шорт-трек буйынса Европа чемпионаты тамамланды. Бында яҡташыбыҙ Семен Елистратов дүрт миҙал яуланы. Уның өсәүһе – алтын.  Спортсыны Өфөлә беҙҙең ижади төркөм ҡаршы алды. Польшала үткән шорт-трек буйынса Европа чемпионаты Рәсәй йыйылма командаһы өсөн уңышлы...

27 января 2021
Смотреть видео Ауырғазыла мобиль технопарк асылды | ГТРК «Башкортостан»

Ауырғазыла мобиль технопарк асылды

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә республикала “Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркы асылды. Үҙенсәлекле проект төбәктең 12 районында 2 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһын яңы һөнәр менән таныштыра. Заманса технологиялар менән тәүгеләрҙән булып Ауырғазы районы уҡыусылары танышты. Юғары...

27 января 2021
Смотреть видео Ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә | ГТРК «Башкортостан»

Ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә

 “Өфөоргсинтез” акционерҙар йәмғиәтендә янғын сығыу сәбәпле Черниковка биҫтәһендә йәшәүселәр эвакуациялана, тип ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә. Улар, шәхестәре асыҡланған осраҡта, закон алдында яуап тотасаҡ. Роспотребназор янғындан алыҫ түгел генә урамдарҙа һауаны тикшерҙе һәм зарарлы...

27 января 2021
Смотреть видео Йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү башланды | ГТРК «Башкортостан»

Йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү башланды

Йылылыҡ өсөн ҙур сумма алыусылар “Өфө инженер селтәрҙәре” предприятиеһына ғариза яҙа башланы. Декабрь өсөн түләү ноябрҙекенән 42% күберәк булған осраҡта хаҡ яңынан иҫәпләнә. Ғаризаны нисек дөрөҫ яҙырға, һорауҙар килеп сыҡҡанда кемгә мөрәжәғәт итергә, аҡса йорт хужаһына ҡайһы осраҡта һәм ҡасан...

27 января 2021
Яндекс.Метрика