Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде

Өфө хәҙер өсөнсө көн рәттән автомобиль тығындарынан ыҙалана. Шул сәбәпле баш ҡалала дежур класстар асылды. Ошондай махсус класстарҙың береһе 93-сө лицейҙа ойошторолған. Ата-әсәләр балаларҙы дәрескә иртәнге етелә үк алып килергә мәжбүр. Дежур синыфта бөтә шарттар булдырылған. Балалар китап уҡый, һүрәт төшөрә, өйгә бирелгән эштәрҙе тикшереп, сәғәт һигеҙҙә дәрестәргә бара.

Подпишитесь на нас в Пульс


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Кремль диуары кителгән | ГТРК «Башкортостан»

Кремль диуары кителгән

Көслө дауыл Мәскәү Кремле диуарынан төҙөлөш баҫҡыстарын осороп алып киткән. Мәғлүмәт сығанаҡтары был ваҡиғаның видеокүренешен тарата. Кадрҙарҙан күренеүенсә, ҡоролмалар ҡолап селпәрәмә килә.     Кремль диуарының сығынтыһы зыян күргән. Көнэлгәре Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы...

2 hours 27 min ago
ЗАГСтар реестр моделенә күсә.  | ГТРК «Башкортостан»

ЗАГСтар реестр моделенә күсә.

2023 йылдан Рәсәйҙә ЗАГСтар реестр моделенә күсә. ⠀ Гражданлыҡ хәле тураһындағы акттарҙың барыһы ла (тыуыу, үлем, никахлашыу йәки айырылышыу тураһындағы таныҡлыҡтар) әле үк электрон реестрҙа һаҡлана. 2023 йылдан граждандың хоҡуҡи хәле  тураһындағы мәғлүмәт сығанағы булараҡ ҡағыҙҙағы...

2 hours 57 min ago
Өфөлә  10  йәшлек баланы туҡмаған ҡатын “Хәбәрҙәр”ҙең съемка төркөмөнә һөжүм итте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә 10 йәшлек баланы туҡмаған ҡатын “Хәбәрҙәр”ҙең съемка төркөмөнә һөжүм итте

22 октябрҙә, Ладыгин урамындағы йорттарҙың береһендә “Хәбәрҙәр”ҙең съемка төркөмөнә репортаж әҙерләгән мәлдә һөжүм иттеләр. Йорт эргәһендә ҡарауһыҙ бесәйҙәрҙе ашатып торған  10  йәшлек балаға ташланған ҡатын ошо ҡылығына аңлатма биреүҙе үтенгән беҙҙең хәбәрсегә билдәһеҙ шыйыҡса һибә һәм...

4 hours 50 min ago
Прививка ҡаҙатмаған депутатты ултырыштарға үткәрмәүҙәре ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Прививка ҡаҙатмаған депутатты ултырыштарға үткәрмәүҙәре ихтимал

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан прививка яһатмаған депутаттарҙы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың ултырыштарына үткәрмәүҙәре ихтималлығы тураһында парламент рәйесе Константин Толкачев белдерҙе. «110 депутаттың 67-һе коронавируслы инфекцияны үткәргән. 88 кеше, йәғни 80% прививка яһатҡан. 22...

5 hours 49 min ago
РФ Дәүләт Думаһының элекке депутаты Иршат Фәхретдинов коронавирустан мәрхүм булды | ГТРК «Башкортостан»

РФ Дәүләт Думаһының элекке депутаты Иршат Фәхретдинов коронавирустан мәрхүм булды

Был турала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың вице-спикеры, «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров социаль селтәрҙә хәбәр итте. «Бөгөн төндә беҙҙең иптәшебеҙ, Дәүләт Думаһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыштары депутаты, өс һуғышты үткән полковник Иршат Фәхритдинов мәрхүм булды...

7 hours 18 min ago
Ялдар йылы була  | ГТРК «Башкортостан»

Ялдар йылы була

Синоптиктар Башҡортостанда шәмбе-йәкшәмбе көндәр аяҙлы-болотло әммә йылы була, тип хәбәр итә. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, шәмбе, 23 октябрҙә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын иҫә, урыны менән киҫкен. Һауа температураһы төндә 3-8 градус йылы, көндөҙ —...

7 hours 39 min ago
«Йылы Өфө» колл-үҙәгенән робот шылтырата | ГТРК «Башкортостан»

«Йылы Өфө» колл-үҙәгенән робот шылтырата

Тиҙҙән башҡала торлаҡ-коммуналь хужалығының көҙ-ҡыш миҙгелендә эшләгән бәйләнеш үҙәгендә кире бәйләнеш сервисы сафҡа инә. Роботлашҡан система үҙәккә элек мөрәжәғәт иткән граждандарға шылтыратып һәм үтәлгән эш сифатын асыҡлаясаҡ. Был турала Өфө хакимиәтенән белдерҙеләр. Әле колл-үҙәктә алмашлап...

8 hours 52 min ago
Ҡар ҡатыш ямғыр, көслө ел һәм боҙлауыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Ҡар ҡатыш ямғыр, көслө ел һәм боҙлауыҡ

Башҡортостанда йонсоу көндәр көтөлә. Ҡар ҡатыш ямғыр яуа, көслө ел иҫә һәм юлдарҙы боҙлауыҡ ала. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостанда бүлексәһе иҫкәртә.   Киләһе тәүлектәрҙә көндөң болотло булыуы, төндә епшек ҡар яуыуы, уны урыны менән ямғыр алмаштырыуы фаразлана....

21 October 2021
Колледж студенттары ла мәктәп уҡыусылары менән каникулға сыға | ГТРК «Башкортостан»

Колледж студенттары ла мәктәп уҡыусылары менән каникулға сыға

Ноябрь айы башында ял көндәре иғлан ителеү менән төбәк колледждарында белем алыусылар ҙа 2021 йылдың 29 октябренән 7 ноябргә тиклем уҡымаясаҡ. Был турала Башҡортостандың фән һәм мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Мәғлүм булыуынса, республика мәктәптәре уҡыу календарына ярашлы 29...

21 October 2021
Өҫтәмә көҙгө каникул булмай | ГТРК «Башкортостан»

Өҫтәмә көҙгө каникул булмай

Был турала Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр иттеләр. Мәктәп уҡыусылары уҡыу календарына ярашлы 29 октябрҙән 7 ноябргә тиклем көҙгө каникулда була.   «Уҡыусылар өсөн бер ниндәй ҙә өҫтәлмә каникулдар ҡаралмаған», - тип белдерҙе министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте. Бөгөн...

21 October 2021