Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорт индерелә

Ковидҡа ҡаршы паспорт һәм уның өҫтөнлөктәре, дөйөм вакцинация үҙенсәлектәре, артыҡ йылытыу өсөн түләүҙәр һәм зауыҡлы биләмәләр йылы йомғаҡтары. Төбәктә теркәлгән бер генә ваҡиға ла оператив кәңәшмә иғтибарынан ситтә ҡалмай. Күп милләтле республика халҡының нескә хистәренә ҡағылған рәсемдәргә Радий Хәбиров баһа бирмәй, бындай “ижадҡа” сик ҡуймай, бары шәхсән фекерен белдереп власть вәкилдәрен милләт һәм ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡәҙерле төшөнсәләр менән эш иткәндә һаҡ булырға саҡыра. Социаль селтәрҙәрҙә “минмәҙәнимираҫ” хэштегы менән флешмоб иғлан ителде. Кешеләр милли кейемдә төшкән фоторәсемдәрен таратып ошондай ижадҡа мөнәсәбәтен белдерә ала.  Республика башлығы ҡала-район етәкселәрен халыҡ менән күҙгә-күҙ аралашыуҙарҙы тергеҙергә тәҡдим итте. Торлаҡ йылытыу өсөн түләүҙәргә бәйле мәсьәләне лә Радий Хәбиров  халыҡҡа аңлатыу эшен ойоштормау һөҙөмтәһе, тип баһаланы. Йылытыу өсөн артыҡ түләнгән 26 миллион һум аҡса торлаҡ файҙаланыусыларға кире ҡайтарылған. Мәсьәләне үткән аҙнала Радий Хәбиров шәхси күҙәтеүгә алып тиҙ арала хәл итергә ҡушҡайны.  Вице-премьер, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдереүенсә, БашРТС йылытыу өсөн хаҡтарҙың юғары кимәлен декабрҙең һыуыҡ килеүе һәм түләүҙәрҙең яңы тәртибе менән аңлата. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ республикала үткән 2020-се -   зауыҡлы биләмәләр йылына йомғаҡ яһаны. Республикала ҡала ауылдарын төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эштәр юғары баһаға лайыҡ, биләмәләрҙе матурлау киләһе йылдарҙа ла дауам итәсәк. Төбәк үҫешенең киләһе йылдарға стратегик йүнәлештәрен Республика башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә билдәләйәсәк. Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров был осрашыуҙы 28 ғинуарҙа үткәрергә тәҡдим итте.Февраль айынан Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорттар тапшырыла башлай. Был ғәмәлде бойомға ашырыу программаһын Республика башлығы хакимиәте еткәсеһе Александр Сидякин тәҡдим итте. Документ коронавирус инфекцияһын кисереп антиматдәләре асыҡланғандарға һәм Ковидҡа ҡаршы вакцина ҡуйғандарға бирелә. Паспорт эйәләре сикләүҙәргә ҡағылышлы ташламаларға иҫәп тота ала. Дөйөм вакцинация иһә Рәсәйҙә 18 ғинуарҙан иғлан ителде.  Һаулыҡ һаҡлау министры белдереүенсә, төбәккә ғинуар аҙағына тиклем вакцинаның 50 мең миҡдарын ҡабул итеү көтөлә.  Әлегә республикала 80-дән ашыу вакцина ҡуйыу пункты эшләй. “СпутникV” вакцинаһының беренсе миҡдары 7 мең ярымдан ашыу, икенсеһе 3 меңдән ашыу кешегә  һалынған.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Салауат вариҫтары еңелеү белмәй | ГТРК «Башкортостан»

Салауат вариҫтары еңелеү белмәй

Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Ватан һаҡсылары көнө уңайынан “Салауат вариҫтары еңелеү белмәй” спектакле күрһәтелде. Ул совет хәрби етәксеһе, 112-се Башҡорт кавалерия девизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тормош юлына арналған. Генерал Шайморатов иҫтәлеген мәңгеләштереү...

25 февраля 2021
Смотреть видео Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл

Ошо уңайҙан Башҡортостандың милли архивында легендар комбриг, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр иҫтәлегенә күргәҙмә асылды. Экспозиция республиканың Йәмәғәт берләшмәләренең үҙәк дәүләт архивында һаҡланған Муса Мортазиндың шәхси фондындағы документтарынан әҙерләнгән. Экспозицияла 1927 йылда донъя күргән “...

25 февраля 2021
Смотреть видео Башлыҡ маҡсаттар билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Башлыҡ маҡсаттар билдәләй

Өфө ҡала советы депутаттары башланып торған йылға яңы маҡсаттар билдәләне. Ҡала халҡы йәшәйешен яҡшыртыу, төҙөлөш һәм юл ремонтлау эштәрен әүҙемләштереү-уларҙың араһында иң төптәре бына шулар.  Ни өсөн йәштәр Өфөнән ситкә китә? Был һорау сәйәсмәндәҙе генә түгел, ҡала советы депутаттарын да...

25 февраля 2021
Смотреть видео Бер юлы дүрт урында эшләргә мәжбүр | ГТРК «Башкортостан»

Бер юлы дүрт урында эшләргә мәжбүр

Өфөлә йәшәүсе ханым закон буйынса тейешле торлаҡты  бер-нисә йыл рәттән ала алмай интегә. Инвалид бала тәрбиәләгән ҡатын Өфө хәкимиәтендә яҡлау тапмағас, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Роза Сәйетғәлиева   күҙ йәшен йәшерә алмай.  Ҡатын  11 йәшлек сирле...

25 февраля 2021
Смотреть видео Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты

Экстрим яратыусыларҙы 30 градуслыҡ сатлама һыуыҡтар ҙа, буран да ҡурҡытмай. Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты. Автоһәүәҫкәрҙәр сығышын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте. Был юлы ветеран УАЗ-ға ҡар аҫтындағы тыныс йоҡоһонан сығыу форсаты тәтемәй. Заманында бөтә республиканы арҡырыһын...

25 февраля 2021
Смотреть видео Башҡортостанда сатлама һыуыҡтар ҡотора | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда сатлама һыуыҡтар ҡотора

Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һауа температураһы айырым райондарҙа 40 градусҡаса төшкән. Бындай һыуыҡтар 27-се февралгә тиклем һаҡланыр, тип көтөлә. Ошондай шарттарҙа юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә. Һауа торошон күҙаллаған төрлө агентлыҡтарға ышанғанда...

25 февраля 2021
Смотреть видео Башҡортостанда телдәр | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда телдәр

Мәҙәниәт һәм мәғариф министрлыҡтары «Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы» менән берлектә туған телдәр көнө алдынан «Башҡортостанда телдәр: уларҙың торошо һәм үҫтереү юлдары” тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Онлайн һәм офлайн режимда күп милләтле республикабыҙҙа туған телдәрҙе уҡытыу, уларҙы...

19 февраля 2021
Смотреть видео Тәмле лә, файҙалы ла | ГТРК «Башкортостан»

Тәмле лә, файҙалы ла

Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Константин Толкачев сығыш яһаған. Ә бына Баҡалыла аутсорсинг нигеҙендәге туҡланыуҙан баш тартҡандар. Райондағы бөтә мәктәп һәм мәктәпкәсә белем учреждениелары...

19 февраля 2021
Смотреть видео Өфөлә Шайморатов уйындары үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Шайморатов уйындары үтте

Ярыштарҙа башҡаланың полилингваль мәктәптәре менән Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернат уҡыусылары ҡатнашты. Тап ошо белем биреү учреждениеларында быйылғы уҡыу йылында шайморатов кластары асылғайны. Был мәктәптәрҙә шулай уҡ легендар комдив иҫтәлегенә арналған музей-кабинеттар ҡоролдо....

19 февраля 2021
Смотреть видео Башҡортостан прокуратураһы 2020 йыл эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан прокуратураһы 2020 йыл эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә талап ителгән медицина хеҙмәте күрһәтеүгә ҡамасаулаған етди тәртип боҙоуҙар асыҡланған һәм һәр осраҡ прокуратура иғтибарына алынып тейешле саралар күрелгән. Башҡортостан прокуратураһы 2020 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Республика прокуратураһының коллегия ултырышында...

19 февраля 2021
Яндекс.Метрика