Өфө йәнә иртәнге тығындарҙа тора

Яңы эш аҙнаһы ҡала халҡы өсөн һынауҙан башланды. Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге үткәүел тулыһынса ябылыу сәбәпле, юлдарҙа 7-8 баллыҡ тығындар барлыҡ килде. Хәҙер реконструкцияланған объектты урап йөрөргә тура килә. Көн һайын был юлдан меңләгән машина үтә. Водителдәр иртәрәк сығыуға ҡарамаҫтан, барыбер эшкә һуңларға тура, ти. Шулай ҙа, ҡала халҡы, юлда ҡатмарлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, йылдар үҫешкән ҡала өсөн төҙөкләндереү күптән талап ителә тигән фекерҙә.Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ремонт эштәре ваҡытын ҡыҫҡартырға, тығындарҙы кәметергә ҡушҡайны. Республика хөкүмәте премьер-министры Андей Назаров Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков менән объектағы эш барышы менән танышты. Яҡтар төҙөлөш эштәренең беренсе этабын август айында тамамларға кәрәк тигән фекергә килде.

Подпишитесь на нас в Пульс