Тау хатаны ғәфү итмәй

Республикала тауҙан шыуып йәрәхәтләнгән балалар һаны өс тиҫтәгә яҡынлаша. Был насар күрһәткес, әммә үткән йыл менән сағыштырғанда күпкә аҙыраҡ. Ҡотҡарыусылар әленән- әле әүҙем ял урындарына рейдҡа сыға һәм ял итеүселәргә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкәртә. Оҙайлы байрам көндәрендә әүҙем ял итергә теләүселәр күп. Әлбиттә, берәү ҙә унан һуң дуаханаға эләгермен тип уйламай. 11 йәшлек Элина ла әсәһе эштә саҡта өрөп тултырылған санаһын күтәреп тауҙан шыуырға сыға. Һөҙөмтәлә аяғын һындырып дауаханаға эләгә һәм операция кисерә.Табиптарҙың ярҙамы менән Элинаның аяҡтары төҙәлер. Ошо көндәрҙә ул әсәһе менән өйөнә ҡайтырға йыйына. Хәҙер инде ярамаған урындан сана шыуырға бармаҫ. Ошондай осраҡтар мәктәп балалары араһында йыш күренеш ти табиптар. Тюбингта шыуыу йыш ҡына күңелһеҙ хәлдәргә килтерә. Бигерәк тә ағас, ҡыуаҡлыҡ күп ерҙә.  Үткән ҡыш Трамплин янындағы ошо  тау итәгенән өлкән йәштәге ир кеше шыуып, ағасҡа төкөлгән. Һөҙөмтәлә ул тиҙ ярҙам машинаһы килеп еткәнсе йән бирә. Ҡотҡарыусылар беҙгә тап ошо урында, манекен ярҙамында, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү ниндәй эҙемтәләргә килтереүен йәнә иҫкәртте. Күңелһеҙ хәлдәр булып тороуға ҡарамаҫтан, текә тауҙан шыуырға теләүселәр һаны кәмемәй. Ҡыҙыл иҫкәртеү таҡталарына балалар бөтөнләй иғтибар итмәй.  Эш көндәрендә халыҡ  әҙерәк. Ә бына байрам,ял ваҡыттарында  балалар йәрәхәтләнмәһен өсөн ҡотҡарыусыларға йыһазландырылмаған тауҙар буйлап даими рейдтар үткәрергә тура килә. Өрөп тултырылған саналарҙа шыуыу өсөн махсус урындар бар. Улар тигеҙ һәм борттары ла бейегерәк, тимәк бында йәрәхәт алыу ҡурҡынысы кәмерерәк һәм сәләмәтлек өсөн дә файҙалы.  Тюбинг менән шыуыу иң хәүефле ҡышҡы уйындарҙың береһе. Әгәр балаларығыҙға ошондай ватрушкалар алаһығыҙ икән, мотлаҡ махсус шыуыу урындарына ғына ебәрергә кәрәк.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Салауат вариҫтары еңелеү белмәй | ГТРК «Башкортостан»

Салауат вариҫтары еңелеү белмәй

Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Ватан һаҡсылары көнө уңайынан “Салауат вариҫтары еңелеү белмәй” спектакле күрһәтелде. Ул совет хәрби етәксеһе, 112-се Башҡорт кавалерия девизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тормош юлына арналған. Генерал Шайморатов иҫтәлеген мәңгеләштереү...

25 февраля 2021
Смотреть видео Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл

Ошо уңайҙан Башҡортостандың милли архивында легендар комбриг, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр иҫтәлегенә күргәҙмә асылды. Экспозиция республиканың Йәмәғәт берләшмәләренең үҙәк дәүләт архивында һаҡланған Муса Мортазиндың шәхси фондындағы документтарынан әҙерләнгән. Экспозицияла 1927 йылда донъя күргән “...

25 февраля 2021
Смотреть видео Башлыҡ маҡсаттар билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Башлыҡ маҡсаттар билдәләй

Өфө ҡала советы депутаттары башланып торған йылға яңы маҡсаттар билдәләне. Ҡала халҡы йәшәйешен яҡшыртыу, төҙөлөш һәм юл ремонтлау эштәрен әүҙемләштереү-уларҙың араһында иң төптәре бына шулар.  Ни өсөн йәштәр Өфөнән ситкә китә? Был һорау сәйәсмәндәҙе генә түгел, ҡала советы депутаттарын да...

25 февраля 2021
Смотреть видео Бер юлы дүрт урында эшләргә мәжбүр | ГТРК «Башкортостан»

Бер юлы дүрт урында эшләргә мәжбүр

Өфөлә йәшәүсе ханым закон буйынса тейешле торлаҡты  бер-нисә йыл рәттән ала алмай интегә. Инвалид бала тәрбиәләгән ҡатын Өфө хәкимиәтендә яҡлау тапмағас, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Роза Сәйетғәлиева   күҙ йәшен йәшерә алмай.  Ҡатын  11 йәшлек сирле...

25 февраля 2021
Смотреть видео Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты

Экстрим яратыусыларҙы 30 градуслыҡ сатлама һыуыҡтар ҙа, буран да ҡурҡытмай. Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты. Автоһәүәҫкәрҙәр сығышын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте. Был юлы ветеран УАЗ-ға ҡар аҫтындағы тыныс йоҡоһонан сығыу форсаты тәтемәй. Заманында бөтә республиканы арҡырыһын...

25 февраля 2021
Смотреть видео Башҡортостанда сатлама һыуыҡтар ҡотора | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда сатлама һыуыҡтар ҡотора

Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һауа температураһы айырым райондарҙа 40 градусҡаса төшкән. Бындай һыуыҡтар 27-се февралгә тиклем һаҡланыр, тип көтөлә. Ошондай шарттарҙа юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә. Һауа торошон күҙаллаған төрлө агентлыҡтарға ышанғанда...

25 февраля 2021
Смотреть видео Башҡортостанда телдәр | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда телдәр

Мәҙәниәт һәм мәғариф министрлыҡтары «Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы» менән берлектә туған телдәр көнө алдынан «Башҡортостанда телдәр: уларҙың торошо һәм үҫтереү юлдары” тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Онлайн һәм офлайн режимда күп милләтле республикабыҙҙа туған телдәрҙе уҡытыу, уларҙы...

19 февраля 2021
Смотреть видео Тәмле лә, файҙалы ла | ГТРК «Башкортостан»

Тәмле лә, файҙалы ла

Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Константин Толкачев сығыш яһаған. Ә бына Баҡалыла аутсорсинг нигеҙендәге туҡланыуҙан баш тартҡандар. Райондағы бөтә мәктәп һәм мәктәпкәсә белем учреждениелары...

19 февраля 2021
Смотреть видео Өфөлә Шайморатов уйындары үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Шайморатов уйындары үтте

Ярыштарҙа башҡаланың полилингваль мәктәптәре менән Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернат уҡыусылары ҡатнашты. Тап ошо белем биреү учреждениеларында быйылғы уҡыу йылында шайморатов кластары асылғайны. Был мәктәптәрҙә шулай уҡ легендар комдив иҫтәлегенә арналған музей-кабинеттар ҡоролдо....

19 февраля 2021
Смотреть видео Башҡортостан прокуратураһы 2020 йыл эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан прокуратураһы 2020 йыл эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә талап ителгән медицина хеҙмәте күрһәтеүгә ҡамасаулаған етди тәртип боҙоуҙар асыҡланған һәм һәр осраҡ прокуратура иғтибарына алынып тейешле саралар күрелгән. Башҡортостан прокуратураһы 2020 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Республика прокуратураһының коллегия ултырышында...

19 февраля 2021
Яндекс.Метрика