Уҡытыусылар белемен камиллаштыра

Өфөнөң Уҡытыусыларҙың  педагогик оҫталығын өҙлөкһөҙ үҫтереү үҙәгендә офлайн форматында йылдың беренсе курстары үтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, киң профилле һөнәри колледж нигеҙендә ойошторолған был заманса үҙәк йыл аҙағында ғына асылғайны. Ул “Киләсәк уҡытыусыһы” федераль проектының “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә төҙөлдө.  Мәғариф ойошмаһы етәксеһенең административ эшмәкәрлегенең заманса технологиялары. Идара итеү һәм юридик компетенциялары, тип аталған беренсе семинар Өфө мәктәптәре етәкселәре өсөн ойошторолдо. Семинарҙа бөтәһе 120 мәктәп директоры  ҡатнашты. Ҡыҫҡартылған программа буйынса әҙерләнгән семинарҙарҙы республиканың иң алдынғы уҡыу йорттарының абруйлы, тәжрибәле белгестәре алып бара. Программа  аҙағында һәр ҡатнашыусыға сертификат тапшырыла.  2021 йыл дауамында һөнәри оҫталығын  4 меңдән ашыу мәғариф хеҙмәткәре камиллаштыра аласаҡ.

Подпишитесь на нас в Google Новости