Радий Хәбиров төрлө кимәлдәге етәкселәрҙе халыҡ менән аралашырға саҡырҙы
Кешеләр менән йәнле аралашыу, власть белдереүенән башҡа фекер йөрөткән һәм күҙгә ҡарап дөрөҫөн әйтер кешеләр кәрәк. Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров ошо талаптарҙы үтәр закон ҡабул итеү мөмкинлегенә иғтибар итте. Хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева оператив кәңәшмәлә ҡаралған ошо һәм башҡа мәсьәләләр тураһында. Формаль яуаптан арыған халыҡ менән күҙгә-күҙ осрашыу йөкләмәһен муниципалитеттар ҙә, йәмәғәт ойошмалары ла алды. Үткән йылдағы мәжбүри сикләмәләр эпидемиологик хәлгә бәйле кисерештәрҙән тыш, көндәлек мәсьәләләрҙе лә киҫкенләштерҙе. Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков башҡаланың бар райондарында ла халыҡ менән осрашыуҙар ойошторолоуы тураһында хәбәр итә. Өфөлә торлаҡ йылытыуға ҡағылған етешһеҙлектәр һәм был хеҙмәт өсөн юғары хаҡтар ҡәнәғәтһеҙлек акцияларына сәбәпсе булды. Инженер селтәрҙәре былтырғы кимәлдән 42 процентҡа артыҡ суммаларҙы ҡайтанан иҫәпләргә ризалыҡ белдергән. Республика башлығы бер йыл, тиерлек, пандемия шарттарында хеҙмәт иткән табиптарҙың дә кәйефен белешә. Һаулыҡ һаҡлау министры белдереүенсә, дауаханалар үҙенең ғәҙәти эш тәртибенә күсә башлаған. Февраль аҙағына коронавирус инфекцияһы менән сирлеләр өсөн тәғәйен койкалар һанын кәметеү көтөлә. Бер үк ваҡытта вакцинация киң таралыш ала. Ғинуар аҙағына 151 мең ярым миҡдар вакцина алынасаҡ, Вакцинация пункттары 27 медицина учреждениеһында асыҡ, өҫтәп йәнә 13 пункт эш башларға әҙерләнә. Предприятие-ойошмаларҙа вакцина ҡуйыу буйынса күсмә нөктәләр тәжрибәһе туплана. Был ысул әле социаль учреждениеларҙа ҡулланыла башлаған. Йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү менән республиканың ветеринария хеҙмәте белгестәре лә мәшғүл. Ҡош киҙеүе, сусҡаларҙың африка тағуны, бруцеллез осраҡтары Башҡортостанға яҡын төбәктәрҙә теркәлә. Республикала ситтән ҡайтарылған малды 30 көнлөк карантинда тотоу тәртибе раҫланған. Африка тағуны таралыуҙы иҫкәртеү маҡсатында ветеринар-патруль постары ҡуйылған. Ырымбур өлкәһендә ҡырағай хайуандар араһында был йоғошло сир асыҡланыуға бәйле Экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу министрлығы ҡабандар һанын көйләр өсөн атып алырға 50 өҫтәмә лиценция биргән. Бынан тыш, эре сусҡасылыҡ предприятиелары менән берлектә йыртҡыстарҙың хужалыҡтарға яҡынлашыуын сикләү маҡсатында ҡабандарҙы туйындырыу әмәле күрелә. Йәнә бер өлкә вәкилдәре оператив кәңәшмәлә маҡтау һүҙенә лайыҡ булды. Башҡортостан спортсылары үткән аҙнала федераль һәм халыҡ-ара кимәлдә бәхәсһеҙ еңеүҙәргә өлгәште. Шорт-трексы Семен Елистратов 15 тапҡыр Европа чемпионы дәрәжәһен алды. Радий Хәбиров республикала спортты артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙы дауам итергә, төбәктәрҙә бассейндар төҙөлөшөн тамамлап боҙ һарайҙарын булдырыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Оператив кәңәшмә был юлы беренсе тапҡыр Башҡортостан24 каналында сурдотәржемә менән эфирға сыҡты. 25 ғинуарҙан муниципаль телеканалда юғары рейтинглы программаларҙа бар мәғлүмәт йүгерек яҙма менән бер рәттән һаңғырауҙар өсөн ҡул хәрәкәте телендә лә тапшырыла.

Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды
Башҡортостандың балыҡсылыҡ хужалыҡтарында ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды. Нефтекама районының Ҡарман һыуһаҡлағысында бер миҙгелдә генә тонна ярымдан ашыу ыуылдырыҡ алалар. Бөгөн бикре балығы ыуылдырығы ҡулланыусылар араһында ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Рәсәйҙәге иң ҙур балыҡсылыҡ хужалыҡтарының...

Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа?
Әле булһа күп кенә ата-әсәләр мәктәп ашының тәмле булмауына зарланып Хөкүмәткә ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә. Уларҙың күп өлөшө Өфөгә тура килә. Әйткәндәй, Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ла ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты...

Башҡортостан Хөкүмәтендә етди үҙгәрештәр
Улар менән оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров таныштырҙы. Талаптар көсөйтелә, тине Радий Фәрит улы. Төҙөлөштә, йәмәғәт транспортында етди тәртип урынлаштырыу башлана. Оператив кәңәшмә министрҙар кабинетындағы кадрҙарға бәйле үҙгәрештәр менән асылды. Радий Хәбиров ял көндәрен бушҡа...

Башҡорт википедияһына 15 йыл
Ошо уңайҙан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының грек залына иң әүҙем телсе ирекмәндәр йыйылды. Бөгөнгәсә башҡорт викиирекмәндәре тарафынан интернет селтәренә 55 мең мәҡәлә әҙерләнгән. Викиирекмәндәр осрашыуы мәшһүр «Урал көйө менән асылды. Башҡорт википедияһы хәрәкәтенең иң әүҙем...

Боронғо дәүер юлдары
«Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығында “Боронғо дәүер юлдары” тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Үҙенсәлекле экспозицияла таш быуаттан алып ун туғыҙынсы быуатҡа тиклемге осорҙа Башҡортостанда табылған төрлө артефакттар менән танышырға мөмкин. Күргәҙмәнең нигеҙендә 2017 йылда Өфө-2...

Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар табылған
Башҡорт эҙәрмәндәре Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар тапҡан. Ул йылдарҙа меңәрләгән кеше комсомол һәм партия саҡырыуы буйынса хәрби хеҙмәткә алынған. Әммә улар тураһында мәғлүмәт бер ерҙә лә теркәлмәгән. Хәҙер инде был һалдаттарҙың исемен асыҡлау һәм мәңгеләштереү мөмкинлеге бар....

Башҡортостанда теләгән һәр кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһата ала
Бының өсөн беркетелгән поликлиниканың регистратураһына мөрәжәғәт итеү ҙә етә. 65 йәшен тултырыусы Вера Александровна ковидҡа ҡаршы прививка яһатырға ,,доктор. Рб,, сайты аша яҙылған. Бындай ысул иң уңайлыһы, ти ханым. Сират та юҡ, шунда уҡ табипҡа эләгәһең. Прививка яһатыр өсөн айырым әҙерлек...

Күп балалы ғаиләләр түләүле парковканы бушлай файҙалана ала
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары был ҡағиҙәне рәсми нығытырға тәҡдим итте. Төбәк парламентының сираттағы ултырышында дүрт тиҫтәнән ашыу закон проекты ҡаралды. Электр ҡеүәтендәге автомобилдәргә ихтыяжды хәстәрләү маҡсатында транспорттың был төрөндә йөрөгәндәр өсөн дә түләүле парковкаларҙы...

Салауат вариҫтары еңелеү белмәй
Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Ватан һаҡсылары көнө уңайынан “Салауат вариҫтары еңелеү белмәй” спектакле күрһәтелде. Ул совет хәрби етәксеһе, 112-се Башҡорт кавалерия девизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тормош юлына арналған. Генерал Шайморатов иҫтәлеген мәңгеләштереү...

Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл
Ошо уңайҙан Башҡортостандың милли архивында легендар комбриг, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр иҫтәлегенә күргәҙмә асылды. Экспозиция республиканың Йәмәғәт берләшмәләренең үҙәк дәүләт архивында һаҡланған Муса Мортазиндың шәхси фондындағы документтарынан әҙерләнгән. Экспозицияла 1927 йылда донъя күргән “...