Башҡортостан 24 каналында сурдотәржемә эше башланды

Республикала рәсми теркәлгән өс мең тирәһе һаңғырау кеше йәшәй. Уларҙың аралашыу теле — ым-ишара. Федераль ҡануниәткә ярашлы, илдә йәшәгән һәр кем мәғлүмәтте  бер тигеҙ алырға хоҡуҡлы. Һаңғырауҙар йәмғиәте әленән әле мөһим телевизион тапшырыуҙарҙы сурдотәржемә менән оҙатыуҙы һорай. Пандемия осоронда  ишетеү һәләте боҙолғандарға тормош икеләтә ҡатмарлашты. Ойошмаларҙың дистанцион эшмәкәрлеге улар өсөн үтә уңайһыҙ. Мәғлүмәт ағымынан да тороп ҡала улар. Ымдар теле белгесе Ирина Илтебаева әйтеүенсә, бөгөн был мәсьәлә айырыуса көнүҙәк.  Башҡортостан-24 телеканалында республика башлығы үткәргә оператив кәңәшмә һәм бер нисә программа сурдотәржемә менән эфирға сыға башланы.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте