Башҡортостан спортсылары һынатмай

 Польшаның Гданьск ҡалаһында шорт-трек буйынса Европа чемпионаты тамамланды. Бында яҡташыбыҙ Семен Елистратов дүрт миҙал яуланы. Уның өсәүһе – алтын.  Спортсыны Өфөлә беҙҙең ижади төркөм ҡаршы алды. Польшала үткән шорт-трек буйынса Европа чемпионаты Рәсәй йыйылма командаһы өсөн уңышлы булды. Беҙҙең спортсылар 4 алтын, бер көмөш һәм өс бронза миҙал яуланы. Уларҙың өс юғары наградаһын һәм бер бронзаны Башҡортостан вәкиле Семен Елистратов килтерҙе.Семен Елистратов шәхси уҙышта, күп алышта һәм эстафетала көс һынашты. Шулай итеп, республика спортсыһы 71 мәрәй тупланы һәм Европа чемпионатында 15 тапҡыр чемпион булып танылды. Бындай үрҙәргә әле береһенең дә өлгәшкәне юҡ әле.Данлыҡлы спортсыны Өфө аэропортында яҡындары, Семен Елистратов исемен йөрөткән шорт-трек үҙәге тәрбиәләнеүселәре, көйәрмәндәр, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы вәкилдәре ҡаршы алды. Европа чемпионы күрһәткән һөҙөмтәһе менән ҡәнәғәт ҡалды.Европа чемпионаты донъя беренселеге алдынан ҙур һынау булып тора. Быйыл ул пандемия шарттарында бик көсөргәнешле үтте. Әммә, Башҡортостан вәкиле өсөн ҡыйынлыҡтар булманы.Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә республика спортсыларының ҡаҙаныштары тураһында даими яҙып бара. Семен Елистратовтың еңеүҙәре тураһында хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә лә бәйән ителде. Ил кимәлендә һәм донъя аренаһында Республика спортсылары алдынғылыҡты бирмәй. Беҙҙә спидвей спорты үҫешә, боҙҙа мотоуҙышыу буйынса «Башҡортостан» командаһы суперлигала ваҡытынан алда еңеү яуланы. Өфөләге Гастелло стадионы нигеҙендә мотоуҙышсылар өсөн заманса үҙәк булдырыла. Семен Елистратов иһә Өфөлә Голландияла уҙасаҡ донъя чемпионатына әҙерлек башлай. Ул 5-се мартта старт ала.

Подпишитесь на нас в Пульс