Боҙ иретеүселәр

Ә һеҙ хоккей ареналарында һәм һырғалаҡтарҙа боҙ япмаһының сифаты өсөн кемдәр яуаплы икәнен беләһегеҙме? Баҡтиһәң, боҙ түшәүсе тигән һөнәр эйәләре лә бар икән. Әйткәндәй, улар яңыраҡ ҡына һөнәри байрамын билдәләгән. Борис Лебедев үҙ һөнәренә 23 йылдан ашыу тоғро ҡала. Әле ул боҙ комбайнының бысаҡтарын үткерләй. Хоккей майҙанындағы боҙ япмаһының сифаты туранан-тура уның эшенә бәйле. Боҙ түшәүсе боронғо һөнәр булһа ла, әле лә мөһимлеген юғалтмай. “Өфө” аренаһында был эш менән 15-ләгән кеше мәшғүл. Улар үҙенсәлекле шөғөлгә үҙҙәре өйрәнгән. Сөнки уға бер ерҙә лә уҡытмайҙар.Боҙ тигеҙ, шыма ғына түгел, уның төҫө лә аҡ ҡына булырға тейеш. Туңдырыу өсөн крандан аҡҡан ябай һыу ярамай. Шуға һыу бер-нисә этапта таҙартыла. Аҙаҡ эшкәртелгән шыйыҡса боҙ түшәүсе машинаға тултырыла. Тап ошо машина техник персоналдың эшен күпкә еңеләйтә лә инде. Уның менән аренаны көнөнә 15 тапҡыр урап сығалар. Боҙ түшәүселәр көн һайын бил бөгә, сөнки “Өфө-арена” ла ялһыҙ эшләй. “Салауат Юлаев” командаһының уйындарынан тыш, бында йәш спортсмендар ҙа шөғөлләнә. Ә ял көндәрендә, ғәҙҙәтә, боҙ ҡабы барлыҡ теләүселәр өсөн конькиҙа шыуыу майҙансығына әйләнә.

Смотрите нас в YouTube