Байрам тамам, ә яңы йыл бүләктәрен тапшырыу дауам итә

“Берҙәм Рәсәй” “Теләктәр шыршыһы” акцияһы сиктәрендә йәнә ике тиҫтәнән ашыу баланың хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итте. 17 декабрҙә старт алған акция барышында бүләктәр тапшырыу февраль аҙағына тикоем дауам итә. Замана балалары планшет, сноуборд, лего конструкторы кеүек аҡыл ҡеүәһе, спорт һәм ижади мөмкинлектәрҙе үҫтерер ҡулланмалар тураһында хыяллана. Бүләктәрҙе Башҡортостан сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хакимов, Башҡортостандағы Гигиена һәм эпидемиология үҙәге баш табибы Анна Казак тапшырҙы. Өфөлә йәшәгән 4 йәшлек Руслан Хәбетдиновтың балалар өсөн ысын автомобиль хаҡында хыялы бойомға ашты. “Теләктәр шыршыһы” почтаһына хатты ул әсәһенән яҙҙырған.

Подпишитесь на наш Telegram-канал