Рәсәйҙә ҡайтанан айнытҡыстар тергеҙелә

Ошо туралағы закон проекты Дәүләт Думаһы депутаттары тарафынан ҡабул ителеп, 2021 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, төбәктәр үҙҙәрендә медицина айнытҡыстары асыу хоҡуғын алды. Әле ошондай ойошмаларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу ҡағиҙәләре әҙерләнә. Эскелек арҡаһында кеше ғүмере ҡыйыла, күпселек енәйәт эштәре ҡылына, ғаиләләр тарҡала, төрлө фажиғәләрҙең дә башында күп осраҡта тап эскелек тора. Спиртлы эсемлектәр эсеп урамдарҙа туңып йыл һайын Рәсәйҙә 50 меңдән ашыу кеше яҡты донъя менән хушлаша. Өҫтәүенә, улар енәйәтселәрҙең ҡорбандарына әйләнә. Шулай уҡ, иҫерек килеш башҡарылған енәйәттәр ҙә 35% -ҡа артҡан. Бындай күңелһеҙ һөҙөмтәгә башлыса 2011-се йылда айнытҡыстарҙың ябылыуы килтерҙе, тип иҫәпләй белгестәр. Иҫерек хәлдәгеләр өсөн тәғәйенләнгән социаль-реабилитациялау үҙәге теүәл ун йыл элек, айнытҡыстар ябылып бөткәс, йәмәғәтселек һорауы буйынса асылған. Ошо дәүер эсендә үҙәк хеҙмәткәрҙәре 119 меңдән ашыу кешенең ғүмерен ҡотҡарып ҡалған. Был ир ваҡытлыса приютта беренсегә түгел. Яҡында ғына эшләйем, ә өйгә ҡайтып йөрөүе йыраҡ, өҫтәүенә, юлға ярты пенсия китә, ти ул. Ә социаль-реабилитациялау үҙәгендә ҡунып сығыу бушлай. Учреждениеның даими клиенттары ла бар. Ҡуна килеүселәргә түшәк-кәрәк яраҡтары, мохтаж икән таҙа кейем дә бирелә. Ғөмүмән, үҙәктә барлыҡ уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бында айырым бүлмә лә ҡаралған. Әммә ул бәләкәйерәк, урындыҡтар ҙа аҙыраҡ. Сөнки улар бында һирәк ҡунаҡ. Әйткәндәй, бер ай эсендә бөгөн беренсегә гүзәл затты алып килделәр. Тәү сиратта, иҫерек хәлдәгеләрҙең организмында алкоголь кимәле тикшерелә.28 йәшлек ҡатын полиция хеҙмәткәрен үҙе саҡыртҡан.  Өйҙә тормош иптәше менән байрам иткәндән һуң, ығы-зығы ҡупҡан. Интервью бирергә ризалашһа ла, ысынында нимә булғанын асыҡ ҡына әйтмәне. Иҫерек кешеләрҙең һаулығына ҡурҡыныс янамай икән, ул үҙәктә ҡунып ҡына сыға. Кәрәк икән дауахаға оҙатыла, йәки урында уҡ беренсе ашығыс ярҙам күрһәтелә.  Айныҡтырыу системаһын тергеҙеү, тәү сиратта, кеше ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелә. Ул медицина һәм иҡтисад яғынан да отошлораҡ буласаҡ, ти белгестәр. Элеккесә айнытҡыстарҙа ултырып сығыу түләүле буласаҡ. Иҫәпләп сығарыуҙарынса бер төндөң хаҡы уртаса мең ярым. Әммә һәр субъект был хаҡты үҙе билдәләү хоҡуғына эйә. Яңы ҡанун быйыл 1 ғинуарҙа үҙ көсөнә инһә лә, уның өҫтөндә эш дауам итә.Ғәҙәттә, айныҡ булмаған кеше үҙенә ярҙам кәрәкме-юҡмы икәнен аңлай алмай. Был юҫыҡтан да законға үҙгәрештәр индерелгән. Хәҙер урамда йөрөгән иҫерек кешеләрҙе полиция хеҙмәткәрҙәре  айнытҡыстарға алып китә ала. Күптәр быны граждандарҙың иреккә хоҡуғын боҙоу тип ҡабул итһә лә, юрист кире фекерҙә.  “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуында айнытҡыстарҙы ҡайтанан тергеҙеү темаһына әңгәмә ҡорғанда тамашасыларҙың күбеһе был яңылыҡҡҡа ҡарата ыңғай фекерен еткерҙе. Ысынлап та, әлеге ваҡытта Өфөләге иҫеректәр өсөн тәғәйенләнгән берҙән бер-социаль реабилитациялау үҙәге ҡала ҡарамағында һәм уның эшмәкәрлегенә бюджеттан йыл һайын 15 миллион һум аҡса бүленә. Ә киләсәктә иһә айнытҡыстар дәүләт-шәхси һәм муниципаль-шәхси партнерлыҡ тураһындағы килешеүҙәр нигеҙендә булдырыласаҡ. Ғөмүмән, Башҡортостанда эскелеккә ҡаршы көрәш етди алып барыла. Мәҫәлән, “Айыҡ ауыл” конкурсын республика халҡы дәррәү күтәреп сыҡты. Төбәк башлығы Радий Хәбиров һәм хөкүмәт тарафынын суррогат алкоголь менән сауҙаны юҡ итеүгә көслө баҫым яһала. 

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Сарала уҡытыусылар, колледж директорҙары, мәғариф бүлеге етәкселәре ҡатнашты. “Мәғариф эштәре” журналы – “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының тәүге баҫмаһы. Ул ғәрәп телендә 1920 йылдың февраль айында Стәрлетамаҡ ҡалаһында  донъя күргән. Йылдар үтеү менән, йәмғиәт һәм замана талаптарына ярашлы...

35 минут 21 секунда назад
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе

,,Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе,, республика конкурсы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡала. Ойоштороусылар конкурсҡа мөмкин тиклем күберәк  иғтибар йәлеп итергә, ҡатнашыусыларҙың һанын артырырға, уларҙың баһаһын күтәреп халыҡ араһына сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ошо йәһәттән Рәсәй ДОСАФФ ойошмаһының...

39 минут 43 секунды назад
Смотреть видео Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды | ГТРК «Башкортостан»

Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды

Башҡортостандың балыҡсылыҡ хужалыҡтарында ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды. Нефтекама районының Ҡарман һыуһаҡлағысында бер миҙгелдә генә тонна ярымдан ашыу ыуылдырыҡ алалар. Бөгөн бикре балығы ыуылдырығы ҡулланыусылар араһында ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Рәсәйҙәге иң ҙур балыҡсылыҡ хужалыҡтарының...

43 минуты 27 секунд назад
Смотреть видео Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа? | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа?

Әле булһа күп кенә ата-әсәләр мәктәп ашының тәмле булмауына зарланып Хөкүмәткә ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә. Уларҙың күп өлөшө Өфөгә тура килә. Әйткәндәй, Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ла ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты...

45 минут 29 секунд назад
Смотреть видео Башҡортостан Хөкүмәтендә етди үҙгәрештәр | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Хөкүмәтендә етди үҙгәрештәр

Улар менән оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров таныштырҙы. Талаптар көсөйтелә, тине Радий Фәрит улы. Төҙөлөштә, йәмәғәт транспортында етди тәртип урынлаштырыу башлана. Оператив кәңәшмә министрҙар кабинетындағы кадрҙарға бәйле үҙгәрештәр менән асылды. Радий Хәбиров ял көндәрен бушҡа...

47 минут 52 секунды назад
Смотреть видео Башҡорт википедияһына 15 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт википедияһына 15 йыл

Ошо уңайҙан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының грек залына иң әүҙем телсе ирекмәндәр йыйылды. Бөгөнгәсә башҡорт викиирекмәндәре тарафынан интернет селтәренә 55 мең мәҡәлә әҙерләнгән. Викиирекмәндәр осрашыуы мәшһүр «Урал  көйө менән асылды. Башҡорт википедияһы хәрәкәтенең иң әүҙем...

1 марта 2021
Смотреть видео Боронғо дәүер юлдары | ГТРК «Башкортостан»

Боронғо дәүер юлдары

«Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығында “Боронғо дәүер юлдары” тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Үҙенсәлекле экспозицияла таш быуаттан алып ун туғыҙынсы быуатҡа тиклемге осорҙа Башҡортостанда табылған төрлө артефакттар менән танышырға мөмкин. Күргәҙмәнең нигеҙендә 2017 йылда Өфө-2...

1 марта 2021
Смотреть видео Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар табылған | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар табылған

Башҡорт эҙәрмәндәре Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар тапҡан. Ул йылдарҙа меңәрләгән кеше комсомол һәм партия саҡырыуы буйынса хәрби хеҙмәткә алынған. Әммә улар тураһында мәғлүмәт бер ерҙә лә теркәлмәгән. Хәҙер инде был һалдаттарҙың исемен асыҡлау һәм мәңгеләштереү мөмкинлеге бар....

1 марта 2021
Смотреть видео Башҡортостанда теләгән һәр кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһата ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда теләгән һәр кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһата ала

Бының өсөн беркетелгән поликлиниканың регистратураһына мөрәжәғәт итеү ҙә етә. 65 йәшен тултырыусы Вера Александровна ковидҡа ҡаршы прививка яһатырға ,,доктор. Рб,, сайты аша яҙылған. Бындай ысул иң уңайлыһы, ти ханым. Сират та юҡ, шунда уҡ табипҡа эләгәһең. Прививка яһатыр өсөн айырым әҙерлек...

1 марта 2021
Смотреть видео Күп балалы ғаиләләр түләүле парковканы бушлай файҙалана ала | ГТРК «Башкортостан»

Күп балалы ғаиләләр түләүле парковканы бушлай файҙалана ала

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары был ҡағиҙәне рәсми нығытырға тәҡдим итте. Төбәк парламентының сираттағы ултырышында дүрт тиҫтәнән ашыу закон проекты ҡаралды. Электр ҡеүәтендәге автомобилдәргә ихтыяжды хәстәрләү маҡсатында транспорттың был төрөндә йөрөгәндәр өсөн дә түләүле парковкаларҙы...

1 марта 2021
Яндекс.Метрика