Азат Айытҡолов 65 йәшен билдәләне | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Азат Айытҡолов 65 йәшен билдәләне

Рәсәйҙең атҡаҙанған,  Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов 65 йәшен билдәләне. Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән тантаналы кисәлә юбилярҙың ижадташ дуҫтары, туғандары, яҡын кешеләре йыйылды. Ҡотлауҙар, бүләктәрҙән  тыш Азат Миңлеғәле улына Салауат Юлаев ордены тапшырҙылар. Матур ғүмер байрамын - 65 йәшлек юбилейын Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле ҡурайсы Азат Айытҡолов Башҡорт Дәүләт филармонияһында ҡаршыланы. Уны тәүгеләрҙән булып ҡотларға Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернаты вәкилдәре ашыҡты. . Йылайыр районы Юлдыбай ауылында тыуған малай тап Өфөнөң 1-се мәктәп-интернатында белем алған. 11 йәшенән ҡурайҙы үҙ итеп, бына инде 55 йыл Азат Миңлеғәле улы милли музыка ҡоралын ҡулынан төшөрмәй. Азат Айытҡолов ҡурайҙа уйнағанда бөтә көйҙәрҙе нескәлектәрен тойоп, тәрәндән аңлап, үҙе аша үткәрә. Шуға ла кеше уның башҡарыуында ҡурай моңо кешеләрҙең күңеленә, йөрәктәренә үтеп инә. Ишмулла Дилмөхәмәтов, Әҙһәм Исҡужин, Ғата Сөләймәнов кеүек арҙаҡлы шәхестәрҙе – үҙенең остаздарын юбиляр ҡәҙерләп иҫкә алды. Хәҙер инде Азат Миңлеғәле улы үҙе ошо быуындан-быуынға күсә килгән рухи хазинаны йәштәргә түкмәй-сәсмәй еткерә. Филармонияның ҡурайсылар ансамблен етәкләүҙән тыш, Өфө сәнғәт институтында ла егеттәргә ҡурай серҙәрен өйрәтә ул. Музыкантты сәхнә үҫтерә, тигән фекерҙә Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов. 43 йыл буйына тап Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләүем менән бәхетлемен, ти ҡурайсы. Рәсәй генә түгел, төрлө илдәрҙә сит халыҡтарҙы ҡурай моңо менән таныштыра ул. Башҡорт милли ҡурайын донъя кимәлендә популярлаштырыу хеҙмәтегеҙ оло баһаға лайыҡ, тип Башҡортостандың мәҙәниәт министры юбилярға маҡтау грамотаһын тапшырҙы. Шулай уҡ, республика башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән Азат Айытҡолов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Эшен яратып, еренә еткереп эшләгән музыкант был ҡаҙаныштар менән генә туҡталып ҡалмай, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап, изге уй-хыялдар менән янып йәшәй. Ҡурайға мин ғүмерем буйы хеҙмәт иттем һәм артабан да уға тоғро буласаҡмын, ти Азай Айытҡолов. Тап уның кеүек башҡорт халҡының данлы улдары булғанда ҡурай сәнғәтенең сәскә атыуы һәм башҡорт мәҙәниәтенең киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа.

Подпишитесь на наш Telegram-канал


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Коронавирус тағы ла 315 кешелә табылған | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус тағы ла 315 кешелә табылған

Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 315 кеше коронавирус инфекцияһын йоҡторған. 16 кеше сирҙән арына алмай вафат булған. Әлегә дауаханаларҙа 737 пациент дауа ала, улаҙың 54-те ауыр хәлдә. Республика халҡы прививканы әүҙемерәк яһата башлаған. Ковидтан вакцинаны бер миллион йөҙ егерме меңдән...

17 сентября 2021
Махсус һайлау участкалары етәү | ГТРК «Башкортостан»

Махсус һайлау участкалары етәү

Башҡортостанда хәрәкәте сикле граждандар өсөн махсуслаштырылған ете һайлау участкаһы асыҡ. Республикала Рәсәй Дәүләт Думаһына һайлауҙа сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән 240 меңгә яҡын һайлаусы ҡатнаша. Шуларҙың 8 меңдән ашыуының күреү һәләте зәғиф. Уларҙың үҙ өйөндә тауыш бирергә хоҡуғы...

17 сентября 2021
Ялдар һыуыҡ һәм ҡарлы ямғыр алып килә | ГТРК «Башкортостан»

Ялдар һыуыҡ һәм ҡарлы ямғыр алып килә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы республика биләмәһендә өс градусҡаса һалҡынайтып ҡырау төшә, ямғыр һәм ҡар яуа, тип иҫкәртә. Был хәл 18 сентябрь төнөн һәм иртән көтөлә. Синоптиктар хәбәр итеүенсә киләһе тәүлектәрҙә көндөң болотло булыуы күҙаллана. Төндә урыны менән бер...

17 сентября 2021
Йәрминкәләр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Йәрминкәләр көтөлә

Өфөлә киләһе ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола. Фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтар етештергән саф ризыҡтарҙы Дим районындағы Хәҡиҡәт урамында, Киров районындағы Эшсе хәбәрселәр урамында, Октябрь районында Спорт һарайы ҡаршыһындағы майҙанда шулай уҡ Бересе май урамында Орджоникидзе...

17 сентября 2021
Смотреть видео Беҙҙең ғорурлыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Беҙҙең ғорурлыҡ

Республика башлығы Токиолағы паралимпия уйындарында ҡатнашыусы спортыларҙың бер төркөмөнә һәм уларҙың тренерҙарына дәүләт наградаларын тапшырҙы. Радий Хәбиров  тантанала ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе һәм паралимпия спортсылары өсөн киләсәктә Башҡортостанда уңайлы шарттар  тыуҙырыласағы...

17 сентября 2021
Смотреть видео Башҡортостанда “Айыҡ ауыл“ конкурсы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл“ конкурсы башланды

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл“ конкурсы старт ала. Республика Хөкүмәтендә Ойоштороу комитетының тәүге утырышы үтте.  Быйыл ярышҡа республика ауылдарының 50 проценты ҡушылыр тигән өмөт бағлана. Конкурсты ойоштороусылар - Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау,...

17 сентября 2021
Смотреть видео Өфөләге тоннелдең ваҡытынан алда сафҡа индерелеүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Өфөләге тоннелдең ваҡытынан алда сафҡа индерелеүе ихтимал

Өфөләге тоннель менән көнбайышҡа сығыу юлын ваҡытынан алда сафҡа индереүҙәре ихтимал. Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың иң күләмле инфраструктура объектында эштәр барышы менән танышты. Әле буласаҡ юлдың Федоровка-Шаҡша трассаһы менән киҫелешендә ваҡытлыса юл һалыу тамамланған....

17 сентября 2021
Тауыш бир ҙә “Рәхмәт”ле  беләҙек ал | ГТРК «Башкортостан»

Тауыш бир ҙә “Рәхмәт”ле беләҙек ал

Башҡортостандың башҡалаһында һайлау көндәрендә “Рәхмәт” акцияһы иғлан ителде. Һайлау участкаһына килеп тауыш биргән һәр кем бүләккә махсус беләҙек алып тауар һәм хеҙмәттәргә ташламанан файҙалана ала. Өфөлә акцияның партнерҙары 300-ҙән ашыу. Республика ҡала райондарында акцияға 40-тан 70-кә тиклем...

17 сентября 2021
Смотреть видео Радий Хәбиров талап итә | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров талап итә

Радий Хәбиров Белоретта рессоралар заводын асыу тантанаһында  ҡатнашты. “Рессора” фәнни-етештереү предприятеһы бары бер йыл элек кенә өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгәйне. Заводтың планлаштырылған ҡеүәте – йылына 14 мең тонна тауар етештереү. Йөҙгә яҡын яңы эш урыны,...

17 сентября 2021
Смотреть видео Башҡортостанда барлыҡ һайлау участкалары иртәнге һигеҙҙә асылды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда барлыҡ һайлау участкалары иртәнге һигеҙҙә асылды

Ҡанунда ҡаралғанса, бөгөн Башҡортостанда барлыҡ һайлау участкалары иртәнге һигеҙҙә асылды. Башҡортостанда 3 миллиондан ашыуыраҡ кешенең һайлау хоҡуғы бар. Республика Үҙәк һайлау комиссияһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин эшләй. Ул беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә сыға.  Ғәлимйән, был...

17 сентября 2021
Яндекс.Метрика