Ул 36 йыл үҙ һөнәренә тоғро | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Ул 36 йыл үҙ һөнәренә тоғро

Табип-эндоскопист Андрей Сурдул йылына ҡурылдай-үпкә системаһын тикшереү буйынса 2000 процедура үткәрә.  Коронавирус эпидемияһы башланғас сирлеләргә тиҙ һәм сифатлы ярҙам күрһәтеү өсөн Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына  Ковид-19 -ҙы диагностикалау бүлегенә ярҙамға килә. Әлеге мәлдә ул үҙенең ҡәҙимге эш урынында. Республиканың туберкулерға ҡаршы диспансерында эндоскопия бүлеген етәкләй. Һәр пациент менән осрашыуға етди әҙерләнә табиптар. Йоғошло сир, үпкә ауырыуынан шөрләгәнгә түгел, ә йылдар дауамында һалынған ҡағиҙә ошоно талап итә. Үпкә, тын юлдары ауырыуҙары  йоғошло сирҙәр араһында киң таралғандар рәтендә. Процедура ла пациент өсөн еңел йә күңелленән түгел. Хатта ауыр. Әммә был өлкәлә 36 йыл тәжрибәһе булған табип- эндоскопист  Андрей Сурдулдың ышаныслы хәрәкәттәре пациентты тынысландыра кеүек. Тикшереүгә еңел генә көйләп ебәрә.Андрей Юрьевич көнөнә 10-лаған бронхоскопия үткәрә.Инфекцион дауаханала эшләү, ҡатмарлы сирлеләр уны бер ҡасан да ҡурҡытмаған. Сөнки әсәһе ғүмер буйы туберкулезға ҡаршы клиникала эшләй.Атаһы ла ҡасандыр ошо сиргә дусар булған. Шулай булғас, медицинаның был өлкәһенә ул бала саҡтан һалынған ниәттәр менән килә.Һәр һөнәр кешенең холҡона үҙенсәлекле эҙ һала. Ситтән ҡарауға ул ҡырыҫыраҡ кеүек, шаярып-көлөп йөрөүселәр рәтенә ҡуймай үҙен. Иң мөһиме йөрәктән сыҡҡан изгелек.Табип-эндоскопистың сирҙе дөрөҫ билдәләүе дауалаусы табип өсөн дә сирле өсөн дә мөһим. Куреүебеҙсә,  пациентты дөрөҫ көйләү ҙә дигностиканың һөҙөмтәһенә бәйле. Юғары категориялы белгес, республиканың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Андрей Сурдул республикала фибробронхоскопия өлкәһендә билдәле белгес. Медициналағы юғары технологияларҙы ҡулланып бронхоблокаторҙар ҡуйыусы һынаулы ғына табиптар рәтендә. Коронавирус эпидемияһы башланғас та сирлеләргә тиҙ һәм сифатлы ярҙам күрһәтеү өсөн Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына  Ковид-19 -ҙы диагностикалау бүлегенә ярҙамға килә. Әлеге мәлдә Андрей Сурдул  үҙенең ҡәҙимге эш урыны — республиканың туберкулерға ҡаршы диспансерында.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

COVID-19: яңы антирекорд | ГТРК «Башкортостан»

COVID-19: яңы антирекорд

Башҡортостанда коронавирус буйынса тағы ла антирекорд теркәлде. Үткән тәүлектә 20 сирле вафат булған. Төбәк оператив штабы мәғлүмәттәре буйынса республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторған кешеләр һаны 64 меңдән артты. Үткән тәүлектә сир 344 кешелә табылған. Пандемия башынын иҫәпләгәндә...

18 минут 10 секунд назад
Бала хоҡуҡтарын яҡлау Ольга Панчихинаға ышанып тапшырылды | ГТРК «Башкортостан»

Бала хоҡуҡтарын яҡлау Ольга Панчихинаға ышанып тапшырылды

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышында Башҡортостанда бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил итеп Ольга Панчихина тәғәйенләнде. Уның кандидатураһын Башҡортостан башлығы тәҡдим итте. Ольга Панчихина республикала балалар мәнфәғәттәрен яҡлауға бар тәжрибә һәм тырышлығын һалырға вәғәҙә итте....

1 час 26 минут назад
Мәктәп һәм балалар баҡсаларында тикшереүҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәп һәм балалар баҡсаларында тикшереүҙәр

Роспотребнадзор мәктәп һәм балалар баҡсаларында ковидҡа ҡаршы сараларҙың үтәлешен тикшерә. Бөгөнгә тикшереү үткән Өфө мәктәптәрендә санитария-гигиена талаптарының теүәл үтәлеүе асыҡланған. Билдәләнгән тәртипте боҙоу осраҡтары теркәлмәгән. Роспотребнадзорҙың баш белгес-эксперты Гөлнур Хайбрахманова...

2 часа 14 минут назад
COVID-19 буйынса антирекорд | ГТРК «Башкортостан»

COVID-19 буйынса антирекорд

Башҡортостанда үткән тәүлектә 18 кеше коронавирус инфекцияһынан вафат булған. Мәрхүмдәр һаны пандемия башынан 1 457, шуларҙың 1 195-е алтмыш йәштән өлкән булған. 22 сентябрҙә алынған мәғлүмәттәр буйынса тәүлек эсендә 333 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы табылған.  

22 сентября 2021
Дистанцион уҡыуға күскән мәктәптәр һанының артыуы мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Дистанцион уҡыуға күскән мәктәптәр һанының артыуы мөмкин

Башҡортостандың Фән һәм мәғариф министры ситтән тороп уҡыу тәртибенә күскән мәктәптәрҙең күбәйеүе ихтимал, тигән фекерҙә.   «Белем биреү йорттарында ауырыған балалар һаны артһа муниципалитет оперштабтары министрлыҡ менән берлектә дистанцион уҡыу тәртибенә күсеү тураһында ҡарар ҡабул итеүе...

22 сентября 2021
300 уҡытыусы ауырый | ГТРК «Башкортостан»

300 уҡытыусы ауырый

Башҡортостанда 300 уҡытыусы коронавирус менән ауырый. Был хаҡта журналистарға Фән һәм мәғариф министры хәбәр итте.  Айбулат Хажин белдереүенсә, республика буйынса COVID-19 йоҡторған педагогтар һаны күп түгел, ә бына прививка яһатҡандар иҫәбе буйынса күрһәткес юғары. «36 мең педагогтың әле...

22 сентября 2021
Тирә яҡты йыйыштырайыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Тирә яҡты йыйыштырайыҡ

25 сентябрҙә Башҡортостан Бөтә донъя таҙалыҡ көнө,  #СДЕЛАЕМ2021 акцияһына ҡушыла. Республиканың экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, күләмле экология акцияһында донъяның 150 дәүләте һәм Рәсәйҙең 70 төбәге ҡатнашырға йыйына.   Башҡортостан ҡала һәм райондарының 700-ҙән ашыу...

22 сентября 2021
COVID-19 сәбәпле яңы сикләүҙәр  | ГТРК «Башкортостан»

COVID-19 сәбәпле яңы сикләүҙәр

Башҡортостанда коронавирус таралыу сәбәпле яңы сикләүҙәр  индерелә. 1 ноябргә тиклем тамашасыларҙың ябыҡ биналарҙа үткән спорт сараларына инеүе сикләнә. «Уфа-Арена», BetBoom Арена Һәм «Динамо» стадионында ҡәтғи санитар-эпидемиологик талаптар ҡуйыла. Был хаҡта Спорт министрлығы иҫкәртте....

22 сентября 2021
Смотреть видео «Гараж амнистияһы» тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде | ГТРК «Башкортостан»

«Гараж амнистияһы» тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде

Хәҙер ябайлаштырылған формала гаражға һәм ошо биләмәгә хоҡуҡ алырға мөмкин. Росреестр мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 35 меңдән ашыу гаражға милек хоҡуғы теркәлмәгән. «Гараж амнистияһы» тураһында закон нисек үтәлә һәм уның кемдәр менән файҙалана ала. Инорс биҫтәһендәге «Водопад» гараж...

22 сентября 2021
Смотреть видео Ике фатир, сауна һәм бассейн | ГТРК «Башкортостан»

Ике фатир, сауна һәм бассейн

 Өфөлә бер йортта йәшәүселәр үҙ подвалдарында бер-нисә объект, хатта кешеләр йәшәүен асыҡлай һәм тикшереү башлай. Өфө шоссеһы урамында урынлашҡан 18–се һанлы күп ҡатлы йортта йәшәүселәр былтыр йылылыҡ, газ һәм ут өсөн хаҡтың ҡапыл артып китеүенә шаҡ ҡата. Урындағы халыҡ үҙҙәренсә “тикшереү...

22 сентября 2021
Яндекс.Метрика