«IT-Куб» - балаларға өҫтәмә белем биреүҙең өр-яңы төрө | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

«IT-Куб» - балаларға өҫтәмә белем биреүҙең өр-яңы төрө

Өфөләге “Яркий” микрорайоны балалары ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршыланы. Республика башлығы Радий Хәбиров полилингваль балалар баҡсаһы һәм полилингваль гимназия тәрбиәләнеүселәре менән осрашты. Сағыу микрорайонда сағыу балалар баҡсаһы 2021 йылдың ғинуар урталарынан асыҡ. 180 урынға иҫәпләнгән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында ҡыҙҙар һәм малайҙар уйын аша башҡорт, рус һәм инглиз теле нигеҙҙәрен өйрәнә. Педагогтар тейешле белем кимәленә эйә. Балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙең дөрөҫ һәм киң үҫешенә булышлыҡ иткән бар шарттар тыуҙырылған. Уйын бүлмәләренән тыш, күнегеүҙәр һәм музыка залдары, дөйөм белем кабинеттары, медицина пункты, заманса ашхана блогы бар. Мәктәп йәшенә еткәс был балалар эргәләге “СМАРТ” полилингваль гимназияһында урта белем аласаҡ.  Радий Хәбиров республикала полилингваль мәктәптәр селтәре тағы ла киңәйә, балалар төрлө телдәр өйрәнеү һәм сифатлы белем алыу  мөмкинлектәрен файҙалана, тип белдерҙе.«IT-Куб» — балаларға өҫтәмә белем биреүҙең өр-яңы төрө. Күп йүнәлешле полилингваль гимназияның цифра белем биреү үҙәгендә уны асыр өсөн 13 миллиондан ашыу аҡса бүленһә, шуның 12 миллион туғыҙ йөҙ меңдән ашыуы – федераль бюджеттан. «IT-Куб» информатика һәм телекоммуникация технологиялары өлкәһендәге ҡаҙаныштар менән тупланған оҫталыҡты тиҙ арала үҙләштереү маҡсатын ҡуя. Бындай клубтар тик мәктәптә эшләйәсәк, балаларға уңайлы булһын өсөн. «IT-Куб»та 450 бала шөғөлләнер урын ҡаралған, күнекмәләр бушлай. Әле төркөмдәргә 200 уҡыусы яҙылған. Буласаҡ программистарҙан ғариза алыу дауам итә. Лабораторияларҙа Өфөнөң башҡа мәктәп уҡыусылары ла шөғөлләнә ала.  Радий Хәбиров программалар лабораторияһын, системалы идара итеү, виртуаль ысынбарлыҡты күсмә эшкәртеү лабораторияларын ҡараны, уҡыусылар һәм педагогтар менән аралашты. 2022 йыл аҙағына республика ҡала һәм райондарында йәнә туғыҙ ошондай  «IT-Куб» асыу көтөлә. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә өс лидер төбәк иҫәбендә. Цифралы белем биреү үҙәктәре Стәрлетамаҡта быйыл, киләһе йылда иһә Нефтекама, Сибай, Күмертау, Белоретта һәм төбәктең төнъяҡ-көнсығыш өлөшөндә асыласаҡ.

Подпишитесь на нас в Пульс


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Бала хоҡуҡтарын яҡлау Ольга Панчихинаға ышанып тапшырылды | ГТРК «Башкортостан»

Бала хоҡуҡтарын яҡлау Ольга Панчихинаға ышанып тапшырылды

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышында Башҡортостанда бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил итеп Ольга Панчихина тәғәйенләнде. Уның кандидатураһын Башҡортостан башлығы тәҡдим итте. Ольга Панчихина республикала балалар мәнфәғәттәрен яҡлауға бар тәжрибә һәм тырышлығын һалырға вәғәҙә итте....

22 минуты 39 секунд назад
Мәктәп һәм балалар баҡсаларында тикшереүҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәп һәм балалар баҡсаларында тикшереүҙәр

Роспотребнадзор мәктәп һәм балалар баҡсаларында ковидҡа ҡаршы сараларҙың үтәлешен тикшерә. Бөгөнгә тикшереү үткән Өфө мәктәптәрендә санитария-гигиена талаптарының теүәл үтәлеүе асыҡланған. Билдәләнгән тәртипте боҙоу осраҡтары теркәлмәгән. Роспотребнадзорҙың баш белгес-эксперты Гөлнур Хайбрахманова...

1 час 10 минут назад
COVID-19 буйынса антирекорд | ГТРК «Башкортостан»

COVID-19 буйынса антирекорд

Башҡортостанда үткән тәүлектә 18 кеше коронавирус инфекцияһынан вафат булған. Мәрхүмдәр һаны пандемия башынан 1 457, шуларҙың 1 195-е алтмыш йәштән өлкән булған. 22 сентябрҙә алынған мәғлүмәттәр буйынса тәүлек эсендә 333 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы табылған.  

22 сентября 2021
Дистанцион уҡыуға күскән мәктәптәр һанының артыуы мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Дистанцион уҡыуға күскән мәктәптәр һанының артыуы мөмкин

Башҡортостандың Фән һәм мәғариф министры ситтән тороп уҡыу тәртибенә күскән мәктәптәрҙең күбәйеүе ихтимал, тигән фекерҙә.   «Белем биреү йорттарында ауырыған балалар һаны артһа муниципалитет оперштабтары министрлыҡ менән берлектә дистанцион уҡыу тәртибенә күсеү тураһында ҡарар ҡабул итеүе...

22 сентября 2021
300 уҡытыусы ауырый | ГТРК «Башкортостан»

300 уҡытыусы ауырый

Башҡортостанда 300 уҡытыусы коронавирус менән ауырый. Был хаҡта журналистарға Фән һәм мәғариф министры хәбәр итте.  Айбулат Хажин белдереүенсә, республика буйынса COVID-19 йоҡторған педагогтар һаны күп түгел, ә бына прививка яһатҡандар иҫәбе буйынса күрһәткес юғары. «36 мең педагогтың әле...

22 сентября 2021
Тирә яҡты йыйыштырайыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Тирә яҡты йыйыштырайыҡ

25 сентябрҙә Башҡортостан Бөтә донъя таҙалыҡ көнө,  #СДЕЛАЕМ2021 акцияһына ҡушыла. Республиканың экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, күләмле экология акцияһында донъяның 150 дәүләте һәм Рәсәйҙең 70 төбәге ҡатнашырға йыйына.   Башҡортостан ҡала һәм райондарының 700-ҙән ашыу...

22 сентября 2021
COVID-19 сәбәпле яңы сикләүҙәр  | ГТРК «Башкортостан»

COVID-19 сәбәпле яңы сикләүҙәр

Башҡортостанда коронавирус таралыу сәбәпле яңы сикләүҙәр  индерелә. 1 ноябргә тиклем тамашасыларҙың ябыҡ биналарҙа үткән спорт сараларына инеүе сикләнә. «Уфа-Арена», BetBoom Арена Һәм «Динамо» стадионында ҡәтғи санитар-эпидемиологик талаптар ҡуйыла. Был хаҡта Спорт министрлығы иҫкәртте....

22 сентября 2021
Смотреть видео «Гараж амнистияһы» тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде | ГТРК «Башкортостан»

«Гараж амнистияһы» тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде

Хәҙер ябайлаштырылған формала гаражға һәм ошо биләмәгә хоҡуҡ алырға мөмкин. Росреестр мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 35 меңдән ашыу гаражға милек хоҡуғы теркәлмәгән. «Гараж амнистияһы» тураһында закон нисек үтәлә һәм уның кемдәр менән файҙалана ала. Инорс биҫтәһендәге «Водопад» гараж...

22 сентября 2021
Смотреть видео Ике фатир, сауна һәм бассейн | ГТРК «Башкортостан»

Ике фатир, сауна һәм бассейн

 Өфөлә бер йортта йәшәүселәр үҙ подвалдарында бер-нисә объект, хатта кешеләр йәшәүен асыҡлай һәм тикшереү башлай. Өфө шоссеһы урамында урынлашҡан 18–се һанлы күп ҡатлы йортта йәшәүселәр былтыр йылылыҡ, газ һәм ут өсөн хаҡтың ҡапыл артып китеүенә шаҡ ҡата. Урындағы халыҡ үҙҙәренсә “тикшереү...

22 сентября 2021
Смотреть видео Өфөлә оператив штаб эш башланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә оператив штаб эш башланы

Йорттарҙа йылы тураһындағы бар борсоулы һорауҙарҙы хәҙер яңы колл-үҙәккә бирергә мөмкин. Уның телефоны (8347) 277-09-11. Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе ҡала оператив штабы бөгөндән эш башлай. Ошо хаҡта мэрияла үткән оператив кәңәшмәлә хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Марат Ғәйфуллин белдерҙе....

22 сентября 2021
Яндекс.Метрика