“Тамға” – оҫталыҡ өлгөһө | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

“Тамға” – оҫталыҡ өлгөһө

 Үткән көҙ милләттәштәребеҙ өсөн мәҙәни асыш булған башҡорт милли кейеме оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсында еңеүселәрҙең эштәрен хәҙер һәр кем күрә ала. Республиканың Милли музейында   еңеүселәрҙ эштәре менән күргәҙмә асылды. Ҡунаҡтар тағы ла  “Этно  ракурс” фотокүргәҙмәһен дә күрә ала. Нағыш, тәнкәләр, милли рух донъяһына тағы ла бер ишек – башҡорт милли кейеме оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсы. Һәр өлгө Рәйес Низаметдинов кеүек ҡурайҙа уйнап ебәрер ҙә, Миләүшә Хәйбуллинаға ҡушылып, бейергә төшөп китер төҫлө. Юлай Ғәлиуллин – “Тамға” конкурсының төп бүләге хужаһы. Күптән башҡорт милли кейемен тергеҙеү өҫтөндә эшләгән милләттәшебеҙ һис шикһеҙ бындай баһаға лайыҡ. Бәйгеселәрҙең әҙерләнергә ваҡыты бик аҙ ғына булды. Ноябрь башында унда ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризалар ҡабул ителде. “Тамға” республиканың 44 ҡала-райондарынан, Рәсәйҙең 10-лап төбәгенән һәм сит илдән оҫталарҙы берләштерҙе. 13-14 декабрҙә еңеүселәр исемлеге иғлан ителде. Роза Юлдашбаева милли кейемдәр дизайнеры Александр Кирдякин менән берлектә әҙерләнгән “Ханымдар” коллекцияһы менән «Заманса автор костюмы» номинацияһында еңде. «Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре» номинацияһына тәҡдим ителгән эштәр музей экспонаттары тиерһең. Ҡарап тороуға боронғо көмөш әйберҙәрҙән бер ҙә айырылмай.  Ә был эштәр «Башҡорт традицион костюмы аксессуарҙары» номинацияһы еңеүсеһе Рафаэль Амантаевтыҡы. «Башҡорт милли костюмы — реконструкция» номинацияһында башҡорт яугиренең кейеме менән Роберт Хәмиҙуллин беренсе урынды алды. Костюмдың төп үҙенсәлеге – тимер күлдәктә, уның тарихи атамаһы – һайман. Робертҡа тимер сымдарҙы бөгөү, беркетеүҙә тағы ла дүрт егет ярҙам иткән һәм уларҙың был эшкә биш  ай ваҡыты киткән. Тағы ла күргәҙмәлә балалар костюмын тегеүсе алдынғы оҫталарҙың эштәре бар. Иң мөһиме – оҫталар тулы образ тәҡдим иткән – башҡорт милли кейеме баштан алып аяҡҡаса уйланылған һәм бөтөн. Башҡорт мәҙәниәтенә үткән йылдың иң сағыу ваҡиғаһы  булып килеп ингән башҡорт милли кейеме оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсы быйыл да дауам итәсәк. Ә фоторәссамдар, “Этно ракурс” фотокүргәҙмәһе авторҙары: Эдуард Дилмөхәмәтов, Айбулат Аҡбутин, Азат Мөхәмәтйәров, Гөлназ Ғәлимуллиналар эштәрендә тағы ла яңы образдар артасаҡ. Быйыл “Тамға” бәйгеһенә әҙерләнеү өсөн ваҡыт та иркенерәк, мөмкинлектәр ҙә  күберәк: беренсенән, күргәҙмәләге эштәр менән танышырға, ул 28 февралгә тиклем эшләй; икенсенән,  февраль буйына оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға. Оҫталыҡ дәрестәре кисә үк башланды. Бөгөн иһә, сәғәт 11-ҙән Милли музейҙа ҡыҙҙар һарауыс сигергә өйрәнә ала. Ә егеттәрҙе Юлай Ғәлиуллин 18 февралдә көтә.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Халыҡ ҡәнәғәтһеҙлек белдерер | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ ҡәнәғәтһеҙлек белдерер

Башҡортостанда 21 сентябрҙә йорттарға йылы бирә башлайҙар. Был хаҡта бөгөн оператив кәңәшмәлә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев хәбәр итте. Республиканың күпселек биләмәһендә дүртенсе тәүлек рәттән һауа температураһы +8 градустан түбән. «Шуға күрә...

20 сентября 2021
Көндәрҙе һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәрҙе һыуыта

21 сентябрҙә 6 градусҡа тиклем һалҡын буласаҡ. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы иҫкәртә. Синоптиктар хәбәр итеүенсә киләһе тәүлектәрҙә көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын, көндөҙ көньяҡ-көнсығыштан секундына...

20 сентября 2021
Пермь крайында фажиғә | ГТРК «Башкортостан»

Пермь крайында фажиғә

Радий Хәбиров Пермь крайындағы фажиғә сәбәпле Хөкүмәт ағзаларына күрһәтмәләр бирҙе. Пермь университетында студенттарға ҡорал менән һөжүм иткәндәр. Фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажинға мөрәжәғәт итеп Радий Хәбиров, ҡаза күргәндәр тураһында мәғлүмәт алырға, уҡыу йорттарында хәүефһеҙлек тәьмин...

20 сентября 2021
Көн уртаһына бюллетендәрҙең 91 проценттан ашыуы эшкәртелгән  | ГТРК «Башкортостан»

Көн уртаһына бюллетендәрҙең 91 проценттан ашыуы эшкәртелгән

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә:“20 сентябрь көндөҙгө сәғәт ун икегә бюллетендәрҙең 91,27 процентын экәртеүгә өлгәшелде”, -  тип белдерҙе. Башҡортостан һайлаусыларының 72,88 проценты тауыш биргән. Фирҡә-лидерҙар - “Берҙәм...

20 сентября 2021
Алты мең кеше сирләй | ГТРК «Башкортостан»

Алты мең кеше сирләй

Башҡортостанда үткән ял көндәрендә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 635-кә артҡан. Пандемия башынан был иң юғары күрһәткес. Әлеге ваҡытта алты меңдән ашыу кеше сир менән көрәшә. Республикала йәмғеһе 62 880 тапҡыр COVID-19 осрағы теркәлгән. 55 меңдән ашыу кеше һауыҡҡан. Бөгөнгә...

20 сентября 2021
Лидер фирҡәләр билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

Лидер фирҡәләр билдәләнә

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы протоколдарҙың 60 процентын тикшергән. “Берҙәм Рәсәй” Дәүләт Думаһына һайлауҙа лидерлыҡты һаҡлай. Был фирҡә өсөн 20 сентябрь иртәһенә алынған иҫәпләүҙәр буйынса һайлаусыларҙың 47,16 проценты тауыш биргән. Икенсе урында КПРФ - 20,89%, өсөнсөлә ЛДПР - 7,9%. Лидерлыҡҡа...

20 сентября 2021
Коронавирус тағы ла 315 кешелә табылған | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус тағы ла 315 кешелә табылған

Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 315 кеше коронавирус инфекцияһын йоҡторған. 16 кеше сирҙән арына алмай вафат булған. Әлегә дауаханаларҙа 737 пациент дауа ала, улаҙың 54-те ауыр хәлдә. Республика халҡы прививканы әүҙемерәк яһата башлаған. Ковидтан вакцинаны бер миллион йөҙ егерме меңдән...

17 сентября 2021
Махсус һайлау участкалары етәү | ГТРК «Башкортостан»

Махсус һайлау участкалары етәү

Башҡортостанда хәрәкәте сикле граждандар өсөн махсуслаштырылған ете һайлау участкаһы асыҡ. Республикала Рәсәй Дәүләт Думаһына һайлауҙа сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән 240 меңгә яҡын һайлаусы ҡатнаша. Шуларҙың 8 меңдән ашыуының күреү һәләте зәғиф. Уларҙың үҙ өйөндә тауыш бирергә хоҡуғы...

17 сентября 2021
Ялдар һыуыҡ һәм ҡарлы ямғыр алып килә | ГТРК «Башкортостан»

Ялдар һыуыҡ һәм ҡарлы ямғыр алып килә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы республика биләмәһендә өс градусҡаса һалҡынайтып ҡырау төшә, ямғыр һәм ҡар яуа, тип иҫкәртә. Был хәл 18 сентябрь төнөн һәм иртән көтөлә. Синоптиктар хәбәр итеүенсә киләһе тәүлектәрҙә көндөң болотло булыуы күҙаллана. Төндә урыны менән бер...

17 сентября 2021
Йәрминкәләр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Йәрминкәләр көтөлә

Өфөлә киләһе ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола. Фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтар етештергән саф ризыҡтарҙы Дим районындағы Хәҡиҡәт урамында, Киров районындағы Эшсе хәбәрселәр урамында, Октябрь районында Спорт һарайы ҡаршыһындағы майҙанда шулай уҡ Бересе май урамында Орджоникидзе...

17 сентября 2021
Яндекс.Метрика