Зооэпидемиологик хәл; диспансеризация ваҡыты; өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашыусыларға ярҙам | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Зооэпидемиологик хәл; диспансеризация ваҡыты; өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашыусыларға ярҙам

Республикалағы зооэпидемиологик хәл, диспансеризация ваҡыты, өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашыусыларға ярҙам һәм республика менән идара итеү проектын бойомға ашырыу барышы. Башҡортостан хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ошо һәм башҡа көнүҙәк мәьәләләр тикшерелде. Африка тағуны хәүефе сәбәпле республикала сусҡасылыҡ комплекстарына яҡын биләмәләрҙә ҡырағай ҡабандарҙы атып алыу зарур. Радий Хәбиров был ҡарарҙы төбәккә сиктәш өлкәләрҙә мал араһында теркәлгән йоғошло сир ҡурҡынысын иҫкәртеү маҡсатында тәҡдим итә. 2021 йылдың беренсе айында ғына Рәсәйҙең 8 төбәгендә Африка тағунының 18 осрағы теркәлгән. Республика башлығы Россельхознадзор хеҙмәтенә мал ғына түгел, ит ризыҡтарын һатыу-һатып алыу барышын да даими күҙәтергә ҡушты. Ер биләмәләрен иҫәпкә алыуҙы иһә электрон тәртипкә күсереү әүҙем бара. Был хаҡта ер һәм күсемһеҙ милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдерҙе. Сикләнмәгән биләмәләрҙе иҫәпкә алыу буйынса ике  – Өфө һәм республика идаралыҡтары төҙөлгән. Хеҙмәттәр тулыһынса электрон форматҡа күсә, бөгөнгә Госуслуги сайты аша 17 сервис асыҡ. Йәнә 9-ҙы әҙерлек этабында, шуларҙың дүртеһе өр-яңы төр хеҙмәттәр – льготаға дәғүә иткән ер хужалары участка өсөн аҡсалата компенсацияны,  ҡаҙылма байлыҡтарҙы файҙаланыу тураһында килешеүҙәрҙе, ҡуртымдағы ер  һәм дәүләт мөлкәте буйынса  иҫәп-хисап акттарын да ошо сайт аша теркәргә мөмкин буласаҡ. Граждан мөрәжәғәттәре менән туранан-тура эш алып барған Республикаға идара итеү үҙәге әлеге ваҡытта ялыуҙарҙың торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы проблемаларға ҡағылышлыһын иң күбе тип баһалай. Икенсе урында кешеләр юл, өсөнсөлә һаулыҡ һаҡлауға бәйле мәсьәлә менән мөрәжәғәт итәләр. Идаралыҡ етәксеһе Елена Прочаковская Республикаға идара итеү үҙәге проектын бойомға ашырыу барышы менән таныштырҙы. Мөрәжәғәттәр һәм ҡаршы бәйләнештән тыш Үҙәк фокус-төркөмдәр ҡороп ведомство-ара хеҙмәттәшлек тә ойошторорға ниәтләй. Торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашҡан 3 мең ярым граждандың хоҡуҡтарын тергеҙелгән. Төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов 62 объект буйынса Фонд менән килешеү барлығын белдерҙе. 19 объект буйынса өлөшсөләргә аҡсалата түләүҙәр ҡайтарыла. Республикала диспансеризация иғлан ителгәйне. Роспотребнадзор белгестәре менән килешкәс уның башланыр көнө тәғәйенләнәсәк. Һаулыҡ һаҡлау министры белдереүенсә, төбәктә башҡала белгестәре ярҙамында күсмә табип модульдары эшләй. “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһын 19 апрелдән башлау көтөлә. Үлем осраҡтарын юл-транспорт фажиғәләре лә арттыра. Транспортта күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт үткәргән тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә 18 районда 129 тәртип боҙоу теркәлгән. Төп иғтибар пассажир йөрөтөргә хоҡуғы булмаған ойошмаларға бирелә. Улар юлдағыларҙың һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйып ҡына ҡалмай, ә легаль пассажир ташыусыларҙы матди юғалтыуҙарға килтерә. Оператив кәңәшмәлә көндәлек мәғлүмәттәр айырым иғтибар үҙәгендә. Яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны төбәктә 25 мең ярымдан ашҡан. 19366 кеше һауығып сыҡҡан. Стационарҙа әле 303 пациент дауалана, 5687 сирле өйҙә. Дауаханалаҙа койка урындар һаны өс меңгә кәметелгән. Ковидға ҡаршы хәл үҙәге менән үткән аҙнала 2600 кеше бәйләнешкә сыҡһа, күпселек һорауҙар вакцинация тураһында. Үҙәк етәксеһе Римма Үтәшева беледереүенсә, халыҡты вакцина ҡуйыу мөмкинлектәре ҡыҙыҡһындыра. Әйткәндәй, республикаға килгән вакцинаның 14490 миҡдары карантинға оҙатылған. Максим Забелин был ғәмәлдең сәбәбен штрихкод мәғлүмәттәренең тап килмәүе менән аңлата. Дүшәмбе төндә иһә вакцинаның йәнә 2 меңдән ашыу миҡдары ҡабул ителгән. Әлеге ваҡытта вакцина ҡуйыу теләген белдергән ғаризаларҙы Госуслуги сайты аша тапшырыу яйға һалынған. Радий Хәбиров эре предприятиеларҙы хеҙмәткәрҙәргә вакцина яһауҙы әүҙем ойошторорға саҡыра.Республика башлығы мәктәп туҡланыуын тәртипкә килтерергә саҡырҙы. Иғтибар артҡан һайын ялыуҙар һаны күбәйә, тине Радий Хәбиров, балалар ашхана ризығынан баш тарҡан осраҡтар йыш. Был мәсьәләне хәл итер өсөн сеймал менән тәьмин иткән предприятелар һәм мәктәптәр араһында хеҙмәттәшлекте күҙәтеү мөһим. Күҙәтеүҙе иһә республика башлығы йәнә бер нисә өлкәгә –  мәктәптәрҙә асылған стоматология кабинеттарының ихтыяж  файҙаланыуына һәм туберкулезға ҡаршы махсус балалар баҡсаларында сират мәсьәләһенә йүнәлтергә тәҡдим итте.

Подпишитесь на нас в Пульс


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Йылы көндәр оҙаҡҡа түгел | ГТРК «Башкортостан»

Йылы көндәр оҙаҡҡа түгел

Башҡортостанда йылы көндәр оҙаҡ тормай. Көндөҙ һауа температураһының 8 градустан юғары булыуы 26 сентябргә тиклем генә көтөлә. Был хаҡта Башгидрометүҙәктең рәсми сайтында хәбәр ителә. 23-26 сентябрҙә республикала көндәрҙең йылы тороуы күҙаллана. Тәүлектең уртаса температураһы +8,+10°, көн...

23 сентября 2021
Тағы ла бер ҡала мәктәптәре дистанцион уҡытыуға күсә | ГТРК «Башкортостан»

Тағы ла бер ҡала мәктәптәре дистанцион уҡытыуға күсә

Башҡортостанда 12 төбәктә мәктәп уҡыусылары өйҙән тороп уҡыу тәртибенә күскәйне. Ошондай уҡ ҡарарҙы Күмертау муниципалитеты ла ҡабул итте. 27 сентябрҙән был ҡала мәктәптәренең 5,6,7,8,10 класс уҡыусылары ситтән тороп уҡый башлай.   Өйҙән генә белем алыуға күсеү тураһындағы ҡарар ҡала...

23 сентября 2021
Оҫталарҙы “Тамға” саҡыра | ГТРК «Башкортостан»

Оҫталарҙы “Тамға” саҡыра

Республика халыҡ ижады үҙәге башҡорт халыҡ костюмы оҫталары араһында икенсе халыҡ-ара конкурс иғлан итте. “Тамға” бәйгеһендә милли кейем тегеүселәр, костюм буйынса рәссамдар, дизайнерҙар, йүнәлеш буйынса һөнәр алған 16 йәштән өлкән студенттар ҡатнаша ала.     Ғаризалар беренсе...

23 сентября 2021
Социаль селтәрҙән янау | ГТРК «Башкортостан»

Социаль селтәрҙән янау

Башҡортостандың башҡалаһында йәшәгәндәргә танылған социаль селтәр аша янаулы видео һалалар. Бер нисә аккаунттан “Өфө атыу көт... Мин һеҙгә киләм...” тигән һүҙҙәр яҙылған видеоролик тарататылған. Администраторҙар яҙманы ҡамап тора, тик ваҡыт үтеү менән ул башҡа медиа биттәрҙә тағы барлыҡҡа килә....

23 сентября 2021
Смотреть видео Күңелдә шом, ә кеҫәлә глюкометр | ГТРК «Башкортостан»

Күңелдә шом, ә кеҫәлә глюкометр

Йүгереп уйнар, бейер, рәхәтләнеп урамда йөрөр урынға ҡәтғи режим, дарыуҙар, һыҙланыуҙар. Киләһе сюжет геройҙары мәрхәмәтле тамашасыларыбыҙ ярҙамына мохтаж. Иглиндән апалы ҡустылы Әлибаевтар тураһында Ләйсән Тимербулатова репортажы. Күңелдә шом, ә кеҫәлә глюкометр. Иглиндә йәшәүсе Айгөл Әлибаева...

23 сентября 2021
Смотреть видео Һөйгәне өсөн кеше үлтерергә лә риза | ГТРК «Башкортостан»

Һөйгәне өсөн кеше үлтерергә лә риза

 Евгений Кожевников хәҙер һөйәркәһе менән суд алдында яуап бирә. Быға тиклем ул күп һүҙле булһа, хәҙер “ләм-мим”. Кеше алдында төрмә йә ирекме тигән һайлау торһа, әҙәм балаһы, әлбиттә, мотлаҡ һуңғыһын һайлаясаҡ.  Шуға ла ла 55 йәшлек танышын үлтереүҙә ғәйепләнгән ир элекке мөхәббәтен...

23 сентября 2021
Смотреть видео Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе оператив штаб | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе оператив штаб

Йорттарҙа йылы тураһындағы бар борсоулы һорауҙарҙы хәҙер яңы колл-үҙәккә бирергә мөмкин. Уның телефоны (8347) 277-09-11. Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе ҡала оператив штабы эш башланы. Башҡалала 19 сентябрҙән балалар баҡсалары менән мәктәптәргә йылы бирелә башланы, сиратта дауаханалар һәм башҡа социаль...

23 сентября 2021
Смотреть видео Ҡышҡылыҡҡа йылыһыҙ | ГТРК «Башкортостан»

Ҡышҡылыҡҡа йылыһыҙ

Өфө ҡалаһында күп фатирлы йорттарҙың береһе ҡышҡылыҡҡа йылыһыҙ ҡалыуы ихтимал. Йорт хужалары әле йылы кейем һәм йылытҡыстар һатып алырға мәжбүр. Флүрә Рәхимова өсөнсө йыл рәттән көндәр һыуытыу менән  өйҙә быйма һәм йылы йөн ойоҡтарҙа йөрөргә мәжбүр. Фатирҙа бөтөнләй йылытыу системаһы эшләмәй...

23 сентября 2021
Смотреть видео Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына һанаулы ғына көндәр ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына һанаулы ғына көндәр ҡала

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына тиклем һанаулы ғына көндәр ҡала. Быйыл ул 15 октябрҙән 14 ноябрға тиклем бара. Киләсәкте булдырабыҙ! Рәсәйҙә башҡарыласаҡ мөһим кампания ораны башҡортса тап шулай яңғырай. 15 октябрҙән алып бер ай дауамында, Рәсәйҙә даими йәшәгән халыҡ иҫәп алыусылар биргән...

23 сентября 2021
Смотреть видео Уҡыусылар ике аҙнаға дистанцион уҡыуға күсерелә | ГТРК «Башкортостан»

Уҡыусылар ике аҙнаға дистанцион уҡыуға күсерелә

Республиканың 12 районында 5-8-се һәм 10-сы класс уҡыусылары ике аҙнаға дистанцион уҡыуға күсерелә. Был Башҡортостанда коронавирус таралыуға бәйле. Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 18 кеше коронавирустан һәләк булған. Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 333 кеше...

23 сентября 2021
Яндекс.Метрика