Мөһим шылтыратыуҙың фажиғәле эҙемтәһе | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Мөһим шылтыратыуҙың фажиғәле эҙемтәһе

Руль артында телефондан һөйләшеү фажиғәгә килтерә. Өфөлә юл-патруль хеҙмәткәрҙәре аварияларҙың күбеһе водитель телефондан һөйләшкәнгә һәм мессенджер аша аралашҡанға күрә барлыҡҡа килә, тип иҫәпләй. Өфөнөң дәүләт юл хәрәкәте именлеге дәүләт автоинспецияһы хеҙмәткәрҙәре рейдҡа сығыу менән Газель водителен туҡтатты. Штрафтың күпме икәнен дә, руль артында телефондан һөйләшеү фажиғәгә килтергәнен дә беләм, әммә был минең өсөн мөһим шылтыратыу ине, тип аҡланырға тырышты егет.Рейд ваҡытында туҡталыған барлыҡ водителдәр ҙә бындай хәл башҡа ҡабатланмаясаҡ, телефонды ҡулға тотмайынса ғына һөйләшеү мөмкинлеге биргән техник яйланма ла һатып алырға вәғәҙәләй.Мөһим шылтыратыу ҡабул иткән тағы ла бер водитель. Ҡатын үҙенең ҙур тәжрибәһе булыуға һылтана. Телефон бер туҡтауһыҙ шылтырағас, алырға булдым, ти ул  Бер сәғәт эсендә дәүләт автоинспеция хеҙмәткәрҙәре  мөһим шылтыратыу ҡабул иткән дүрт водителде туҡтатты. Ниндәй генә кәрәкле шылтыратыу булмаһын, ул кеше ғүмеренән мөһимерәк, түгел, ти инспекторҙар.Руль артында телефондан һөйләшеү, мессенджер аша аралашыу өсөн 1 мең 500 һум штраф ҡаралған. 2020-се йылда ошо сәбәпле Башҡортостанда 11 меңдән артыҡ юл ҡағиҙәһен боҙоусы, ә быйыл 800 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Аварияның төп сәбәбе — кеше факторы, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү, шул иҫәптән телефондан һөйләшеп машина йөрөтөү – ти белгестәр. Әгәр ҙә бик мөһим шылтыратыу икән, хәүефһеҙ урынға туҡтап һөйләшергә тәҡдим итә инспекторҙар.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

COVID-19 буйынса антирекорд | ГТРК «Башкортостан»

COVID-19 буйынса антирекорд

Башҡортостанда үткән тәүлектә 18 кеше коронавирус инфекцияһынан вафат булған. Мәрхүмдәр һаны пандемия башынан 1 457, шуларҙың 1 195-е алтмыш йәштән өлкән булған. 22 сентябрҙә алынған мәғлүмәттәр буйынса тәүлек эсендә 333 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы табылған.  

4 часа 16 минут назад
Дистанцион уҡыуға күскән мәктәптәр һанының артыуы мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Дистанцион уҡыуға күскән мәктәптәр һанының артыуы мөмкин

Башҡортостандың Фән һәм мәғариф министры ситтән тороп уҡыу тәртибенә күскән мәктәптәрҙең күбәйеүе ихтимал, тигән фекерҙә.   «Белем биреү йорттарында ауырыған балалар һаны артһа муниципалитет оперштабтары министрлыҡ менән берлектә дистанцион уҡыу тәртибенә күсеү тураһында ҡарар ҡабул итеүе...

6 часов 5 минут назад
300 уҡытыусы ауырый | ГТРК «Башкортостан»

300 уҡытыусы ауырый

Башҡортостанда 300 уҡытыусы коронавирус менән ауырый. Был хаҡта журналистарға Фән һәм мәғариф министры хәбәр итте.  Айбулат Хажин белдереүенсә, республика буйынса COVID-19 йоҡторған педагогтар һаны күп түгел, ә бына прививка яһатҡандар иҫәбе буйынса күрһәткес юғары. «36 мең педагогтың әле...

6 часов 31 минута назад
Тирә яҡты йыйыштырайыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Тирә яҡты йыйыштырайыҡ

25 сентябрҙә Башҡортостан Бөтә донъя таҙалыҡ көнө,  #СДЕЛАЕМ2021 акцияһына ҡушыла. Республиканың экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, күләмле экология акцияһында донъяның 150 дәүләте һәм Рәсәйҙең 70 төбәге ҡатнашырға йыйына.   Башҡортостан ҡала һәм райондарының 700-ҙән ашыу...

6 часов 47 минут назад
COVID-19 сәбәпле яңы сикләүҙәр  | ГТРК «Башкортостан»

COVID-19 сәбәпле яңы сикләүҙәр

Башҡортостанда коронавирус таралыу сәбәпле яңы сикләүҙәр  индерелә. 1 ноябргә тиклем тамашасыларҙың ябыҡ биналарҙа үткән спорт сараларына инеүе сикләнә. «Уфа-Арена», BetBoom Арена Һәм «Динамо» стадионында ҡәтғи санитар-эпидемиологик талаптар ҡуйыла. Был хаҡта Спорт министрлығы иҫкәртте....

9 часов 23 минуты назад
Смотреть видео «Гараж амнистияһы» тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде | ГТРК «Башкортостан»

«Гараж амнистияһы» тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде

Хәҙер ябайлаштырылған формала гаражға һәм ошо биләмәгә хоҡуҡ алырға мөмкин. Росреестр мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 35 меңдән ашыу гаражға милек хоҡуғы теркәлмәгән. «Гараж амнистияһы» тураһында закон нисек үтәлә һәм уның кемдәр менән файҙалана ала. Инорс биҫтәһендәге «Водопад» гараж...

10 часов 13 минут назад
Смотреть видео Ике фатир, сауна һәм бассейн | ГТРК «Башкортостан»

Ике фатир, сауна һәм бассейн

 Өфөлә бер йортта йәшәүселәр үҙ подвалдарында бер-нисә объект, хатта кешеләр йәшәүен асыҡлай һәм тикшереү башлай. Өфө шоссеһы урамында урынлашҡан 18–се һанлы күп ҡатлы йортта йәшәүселәр былтыр йылылыҡ, газ һәм ут өсөн хаҡтың ҡапыл артып китеүенә шаҡ ҡата. Урындағы халыҡ үҙҙәренсә “тикшереү...

10 часов 13 минут назад
Смотреть видео Өфөлә оператив штаб эш башланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә оператив штаб эш башланы

Йорттарҙа йылы тураһындағы бар борсоулы һорауҙарҙы хәҙер яңы колл-үҙәккә бирергә мөмкин. Уның телефоны (8347) 277-09-11. Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе ҡала оператив штабы бөгөндән эш башлай. Ошо хаҡта мэрияла үткән оператив кәңәшмәлә хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Марат Ғәйфуллин белдерҙе....

10 часов 14 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 16 кеше коронавирустан һәләк булған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 16 кеше коронавирустан һәләк булған

Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, мәкерле сирҙе йоҡтороусылар ҙа арта. Табиптар ковид-19-ҙан прививка яһатыуҙы бер көнгә лә һуҙмаҫҡа саҡыра. Тик вакцина ғына коронавирустан ҡотҡара ала. Башҡортостанда әле 1 миллион 255 мең кеше вакцинаның беренсе компонентын алған, 1...

10 часов 14 минут назад
Хөкүмәттә яңы вазифа | ГТРК «Башкортостан»

Хөкүмәттә яңы вазифа

Башҡортостан Хөкүмәтендә яңы вазифа – Республика башлығының Башҡортостанда ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса советнигы – барлыҡҡа килде. Төбәк етәксеһенең ошо хаҡта Указы Интернеттағы рәсми порталда 21 сентябрҙә баҫылған. Төбәктә ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау вәкиле вазифаһына...

10 часов 29 минут назад
Яндекс.Метрика