Баҡтыбай-айыҡ ауыл | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Баҡтыбай-айыҡ ауыл

Башҡортостандың 2 мең 114 ауылын берләштергән һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәгән сара. Республикала “Айыҡ ауыл” конкурсы дауам итә. Финалға 54 ауыл сыҡҡан. Улар араһында Бөрө районының Баҡтыбай ауылы ла бар. Унда “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабы сиктәрендә “Берҙәмлектә – көс” тигән байрам ойошторолдо. “Айыҡ ауыл” конкурсының район этабында еңеү яулаған Баҡтыбайҙар башҡа конкурсант-ауылдарҙа йәшәүселәрҙе байрамға йыйҙы. Ғөмүмән, Баҡтыбайҙар ҡунаҡсыл һәм татыу. Урындағы халыҡтың күп өлөшө марыйҙар булһа ла, бында иңгә-иң терәшеп башҡа милләт вәкилдәре лә йәшәй. Урамдар буйлап үткән милли костюмдар парады ла быға дәлил. Мәҫәлән, Довлатовтар ғаиләһе тажиҡ диаспораһынан. Ысынлап та, һәр милләт вәкиле үҙ мәҙәниәтен сағылдырған концерт номерҙары тәҡдим итте.Бахтыбайҙа ауылдың тарихын ҡәҙерләп һаҡлаған этнография музейы ла эшләп килә. Унда марый халҡының мәҙәниәтен саҡылдырған үҙенсәлекле экспонттар менән танышырға мөмкин.Ялан-урмандар, йылға-күлдәр уратып алған, хозур тәбиғәтле ауылға 1735 йылда нигеҙ һалынған. Ауылдың тарихы 300 йыллыҡ имән менән бәйле. Баҡтыбайға нигеҙ һалыусы Пиктыбай тап ошо урында тәүге йортон төҙөгән. Әле лә урындағы халыҡ был ағасты ҡәҙерләп һаҡлай. Әйткәндәй, унда теләктәр ҙә тормошҡа аша тиҙәр. Конкурсҡа ҡушылғансы ла ауыл халҡы айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен алып барған. Демография хәле лә яҡшыра, уҙған йылда ғына 18 бала донъяға килгән. Йәштәр ауылға ҡайтып, яңы йорттар һалып инә, ауыл ҙурая һәм матурая, ти хакимиәт башлығы.Баҡтыбайҙарҙың айырыуса спортҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуы ҙур. Олоһонан кесеһенә тиклем саңғыла шыуа белә.Шуға байрам сиктәрендә саңғы эстафетаһының уҙғарылыуы ла осраҡлы түгел. Ир-егеттәр ҡышын да футбол уйынын ташламай. Ҡарҙа булһа ла туп тибә.Байрамға баш ҡаланан мәртәбәле ҡунаҡтар, сығышы менән ошо ауылдан һәм ҡасандыр бында эшләп киткән билдәле шәхестәр ҙә саҡырылғайны.2114 ауыл – был ҙур һан. Тимәк, айыҡ тормош алып барырға теләгән ауылдарҙың һаны йылдан-йыл арта ғына. Финалға 54 ауыл сыҡҡан. Һөҙөмтәләр март айында билдәле буласаҡ. Әйткәндәй, төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса еңеүселәргә тапшырылған аҡсалата приздың күләме 10 тапҡырға арттырылып, 40 млн һум тәшкил итә. Айыҡ тормоштоң бөтә кешелек өсөн баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә булыуын аңлатаһы ла түгел, был йәһәттән республикала “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә байтаҡ эштәр башҡарыла. Ошондай күңелле лә, файҙалы ла саралар уҙғарылғанда, халыҡтың эске тураһында уйларға ваҡыттары ла, теләктәре лә ҡалмай тигән ышаныс бар. Баҡтыбайҙар һәм ғөмүмән, “Айыҡ” ауыл конкурсында ҡатнашҡан башҡа ауылдар хәмерһеҙ ҙә йәшәп була икәнен күрһәтеүсе өлгө булып тора. 

Подпишитесь на нас в Пульс


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

COVID-19 буйынса антирекорд | ГТРК «Башкортостан»

COVID-19 буйынса антирекорд

Башҡортостанда үткән тәүлектә 18 кеше коронавирус инфекцияһынан вафат булған. Мәрхүмдәр һаны пандемия башынан 1 457, шуларҙың 1 195-е алтмыш йәштән өлкән булған. 22 сентябрҙә алынған мәғлүмәттәр буйынса тәүлек эсендә 333 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы табылған.  

3 часа 58 минут назад
Дистанцион уҡыуға күскән мәктәптәр һанының артыуы мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Дистанцион уҡыуға күскән мәктәптәр һанының артыуы мөмкин

Башҡортостандың Фән һәм мәғариф министры ситтән тороп уҡыу тәртибенә күскән мәктәптәрҙең күбәйеүе ихтимал, тигән фекерҙә.   «Белем биреү йорттарында ауырыған балалар һаны артһа муниципалитет оперштабтары министрлыҡ менән берлектә дистанцион уҡыу тәртибенә күсеү тураһында ҡарар ҡабул итеүе...

5 часов 48 минут назад
300 уҡытыусы ауырый | ГТРК «Башкортостан»

300 уҡытыусы ауырый

Башҡортостанда 300 уҡытыусы коронавирус менән ауырый. Был хаҡта журналистарға Фән һәм мәғариф министры хәбәр итте.  Айбулат Хажин белдереүенсә, республика буйынса COVID-19 йоҡторған педагогтар һаны күп түгел, ә бына прививка яһатҡандар иҫәбе буйынса күрһәткес юғары. «36 мең педагогтың әле...

6 часов 13 минут назад
Тирә яҡты йыйыштырайыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Тирә яҡты йыйыштырайыҡ

25 сентябрҙә Башҡортостан Бөтә донъя таҙалыҡ көнө,  #СДЕЛАЕМ2021 акцияһына ҡушыла. Республиканың экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, күләмле экология акцияһында донъяның 150 дәүләте һәм Рәсәйҙең 70 төбәге ҡатнашырға йыйына.   Башҡортостан ҡала һәм райондарының 700-ҙән ашыу...

6 часов 30 минут назад
COVID-19 сәбәпле яңы сикләүҙәр  | ГТРК «Башкортостан»

COVID-19 сәбәпле яңы сикләүҙәр

Башҡортостанда коронавирус таралыу сәбәпле яңы сикләүҙәр  индерелә. 1 ноябргә тиклем тамашасыларҙың ябыҡ биналарҙа үткән спорт сараларына инеүе сикләнә. «Уфа-Арена», BetBoom Арена Һәм «Динамо» стадионында ҡәтғи санитар-эпидемиологик талаптар ҡуйыла. Был хаҡта Спорт министрлығы иҫкәртте....

9 часов 6 минут назад
Смотреть видео «Гараж амнистияһы» тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде | ГТРК «Башкортостан»

«Гараж амнистияһы» тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде

Хәҙер ябайлаштырылған формала гаражға һәм ошо биләмәгә хоҡуҡ алырға мөмкин. Росреестр мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 35 меңдән ашыу гаражға милек хоҡуғы теркәлмәгән. «Гараж амнистияһы» тураһында закон нисек үтәлә һәм уның кемдәр менән файҙалана ала. Инорс биҫтәһендәге «Водопад» гараж...

9 часов 55 минут назад
Смотреть видео Ике фатир, сауна һәм бассейн | ГТРК «Башкортостан»

Ике фатир, сауна һәм бассейн

 Өфөлә бер йортта йәшәүселәр үҙ подвалдарында бер-нисә объект, хатта кешеләр йәшәүен асыҡлай һәм тикшереү башлай. Өфө шоссеһы урамында урынлашҡан 18–се һанлы күп ҡатлы йортта йәшәүселәр былтыр йылылыҡ, газ һәм ут өсөн хаҡтың ҡапыл артып китеүенә шаҡ ҡата. Урындағы халыҡ үҙҙәренсә “тикшереү...

9 часов 55 минут назад
Смотреть видео Өфөлә оператив штаб эш башланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә оператив штаб эш башланы

Йорттарҙа йылы тураһындағы бар борсоулы һорауҙарҙы хәҙер яңы колл-үҙәккә бирергә мөмкин. Уның телефоны (8347) 277-09-11. Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе ҡала оператив штабы бөгөндән эш башлай. Ошо хаҡта мэрияла үткән оператив кәңәшмәлә хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Марат Ғәйфуллин белдерҙе....

9 часов 56 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 16 кеше коронавирустан һәләк булған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 16 кеше коронавирустан һәләк булған

Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, мәкерле сирҙе йоҡтороусылар ҙа арта. Табиптар ковид-19-ҙан прививка яһатыуҙы бер көнгә лә һуҙмаҫҡа саҡыра. Тик вакцина ғына коронавирустан ҡотҡара ала. Башҡортостанда әле 1 миллион 255 мең кеше вакцинаның беренсе компонентын алған, 1...

9 часов 57 минут назад
Хөкүмәттә яңы вазифа | ГТРК «Башкортостан»

Хөкүмәттә яңы вазифа

Башҡортостан Хөкүмәтендә яңы вазифа – Республика башлығының Башҡортостанда ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса советнигы – барлыҡҡа килде. Төбәк етәксеһенең ошо хаҡта Указы Интернеттағы рәсми порталда 21 сентябрҙә баҫылған. Төбәктә ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау вәкиле вазифаһына...

10 часов 12 минут назад
Яндекс.Метрика