Йылылыҡ өсөн саманан тыш түләүҙәр | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Йылылыҡ өсөн саманан тыш түләүҙәр

Бынан ары  йорттарҙағы иҫәпләү ҡоролмаларындағы мәғлүмәттәрҙең  дөрөҫлөгө өсөн яуаплы компаниялар һәм етәксе вазифа биләүселәр  яуапҡа тарттырылыуы ихтимал. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары  Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы федераль законға ошондай төҙәтмәләр индерергә тәҡдим итә. Быға йылылыҡ өсөн саманан тыш түләүҙәр сәбәпсе булды.  “БашРТС” ойошмаһы  әле йылылыҡ буйынса яңынан иҫәпләүгә ғаризалар ҡабул итә башланы. Улар нисәһенә тиклем ҡабул ителә, нисек яҙырға һәм һорауҙар килеп сыҡҡанда ҡайҙа шылтыратырға? Флорида Ғөзәйерова Өфөнөң Ҡулса урамында урынлашҡан күп ҡатлы йорт старостаһы. Декабрҙә йылылыҡ өсөн ул да дүрт мең һумдан ашыу аҡса түләгән. Айырманы кире ҡайтарыуҙарын һорап пенсионер “БашРТС” компанияһына мөрәжәғәт иткән. Ғаризаны хеҙмәткәрҙәр онлайн рәүештә тултыра. Интернет менән әүҙем ҡулланыусылар өсөн ойошмаға ғариза ебәреү бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Йылылыҡ өсөн килгән квитанцияларҙы яңынан иҫәпләүҙәрен һорап ғаризаны ойошмаға шәхсән килеп йә иһә өйҙә интернет аша яҙырға мөмкин. Ғаризаны “БашРТС” сайтында бирелгән күрһәтмәләргә таянып тултырырға кәрәк.  Уны компьютерҙа йә иһә ҡағыҙға яҙып фотоға төшөрөргә һәм сайтта бирелгән электрон почта йәки телефон һандарына ебәрергә мөмкин. Ватсап һандары һеҙҙең экрандарығыҙҙа күрһәтелгән. Йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ойошма, офис адрестары һәм кәрәкле телефон һандарын шулай уҡ ай һайын килгән квитанцияларҙа табырға мөмкин. Шылтыратыу дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге 9-сы яртынан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,  пенсионерҙарҙың күбеһе интернет менән ҡуллана алмай, шуға ла уларға сиратҡа тороп ғариза яҙырға тура килә. Яңынан иҫәпләүҙәргә 2020 йылдың декабрендә йылылыҡ энергияһы өсөн түләүҙәрҙең ноябрҙәгенән 42 процентҡа күберәк килгән осраҡта ғына өмөт итергә мөмкин. “БашРТС” ойошмаһында сығымдарҙы ҡайтанан иҫәпләүгә ғаризалар 2021 йылдың 15 апреленә тиклем, ә “Өфө инженер селтәрҙәре” ойошмаһы иһә 15 мартҡа тиклем ҡабул итә. Әле теләгән һәр кем “Өфө инженер селтәрҙәре” ойошмаһы сайтында ғаризаларҙың ҡабул ителеү -ителмәүен күҙәтә ала. «Өфө инженер селтәрҙәре» ойошмаһы әле 17000 ғариза ҡабул иткән. Сайтҡа 10 000 ғаризаның һөҙөмтәләре һалынған. Квитанцияларҙы ҡабаттан иҫәпләү-махсус контролдә. Әле йылылыҡ буйынса һорауҙар тыуҙырған күп ҡатлы йорттар буйынса тикшереү үтә. Шуға ла, ғариза яҙып өлгөрмәгән граждандың квитанцияһы дөйөм тикшереүҙән һуң ҡабаттан иҫәпләнеүе ихтимал.  Бынан ары  йорттарҙағы иҫәпләү ҡоролмаларындағы мәғлүмәттәрҙең  дөрөҫлөгө өсөн яуаплы компаниялар һәм етәксе вазифа биләүселәр  яуапҡа тарттырылыуы ихтимал. Һәр хәлдә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары  Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы федераль законға ошондай төҙәтмәләр индерергә тәҡдим итә.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

«Башҡортостан» юбилей миҙгелен аса | ГТРК «Башкортостан»

«Башҡортостан» юбилей миҙгелен аса

22 сентябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залы коллективтары 40-сы ижад миҙгелен аса. Ҙур сәхнәгә 14 ижади коллектив сығырға әҙерләнә. “Премьер” вокал төркөмө, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев, “Ятаған” этно-төркөмө, ҡурайсылар Илнур Һибәтуллин менән Земфира Рәшитова, шулай уҡ...

21 сентября 2021
Йылытыу оперштабы эш башлай | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу оперштабы эш башлай

Йорттарҙа йылы тураһында бар борсоулы һорауҙарҙы хәҙер яңы колл-үҙәккә бирергә мөмкин. Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе ҡала оператив штабы 22 сентябрҙән эш башлай. Ошо хаҡта Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта “Маяҡ” радиостанцияһы эфирында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса эксперт ВадимБеляков белдерҙе...

21 сентября 2021
Смотреть видео Республика етәксеһе һайлауҙа әүҙемлек күрһәткән өсөн Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерҙе | ГТРК «Башкортостан»

Республика етәксеһе һайлауҙа әүҙемлек күрһәткән өсөн Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерҙе

Был турала Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Радий Фәрит улы шулай уҡ Пермдәге хәл буйынса тейешле министрлыҡтарға уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың именлеген тәьмин итеү буйынса тейешле күрһәтмәләр бирҙе. Башҡортостан һайлауҙарҙы ойоштороу һәм үткәреү бурысын еренә еткереп...

21 сентября 2021
Смотреть видео Пандемия шарттарындағы һайлау | ГТРК «Башкортостан»

Пандемия шарттарындағы һайлау

 Шуға ла санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү төп шарт ине. Һәр һайлау участкаһында санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәү төп шарттарҙың береһе. Барлыҡ дезинфекция саралары тулы күләмдә алынған, участка ағзалары битлектәр һәм тейешле һаҡланыу саралары менән тәьмин ителде. Ҡырмыҫҡалы...

21 сентября 2021
Смотреть видео Башҡортостанда һайлауҙар ойошҡанлы һәм лайыҡлы уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда һайлауҙар ойошҡанлы һәм лайыҡлы уҙҙы

 Бөтә күрһәткестәр ҙә быны дәлилләй. Тауыш биреү хоҡуғына эйә булған 3 миллиондан ашыу кешенең 73 процент самаһы гражданлыҡ бурысын үтәгән. Һәр  ваҡыттағыса ауыл халҡы әүҙем, иң юғары күрһәткес Салауат районында. Унда йәшәүселәрҙең 96 процентынан күберәге һайлауҙарҙа ҡатнашҡан. Ҡалалар...

21 сентября 2021
Смотреть видео Күңелһеҙ статистика  | ГТРК «Башкортостан»

Күңелһеҙ статистика

Башҡортостанда үткән ял көндәрендә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 635-кә артҡан. Пандемия башынан был иң юғары күрһәткес. Әлеге ваҡытта алты меңдән ашыу кеше сир менән көрәшә.  Республикала COVID-19-ҙың 62 мең 880 осрағы теркәлгән. 55 меңдән ашыу кеше һауыҡҡан. Бөгөнгә...

21 сентября 2021
Халыҡ ҡәнәғәтһеҙлек белдерер | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ ҡәнәғәтһеҙлек белдерер

Башҡортостанда 21 сентябрҙә йорттарға йылы бирә башлайҙар. Был хаҡта бөгөн оператив кәңәшмәлә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев хәбәр итте. Республиканың күпселек биләмәһендә дүртенсе тәүлек рәттән һауа температураһы +8 градустан түбән. «Шуға күрә...

20 сентября 2021
Көндәрҙе һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәрҙе һыуыта

21 сентябрҙә 6 градусҡа тиклем һалҡын буласаҡ. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы иҫкәртә. Синоптиктар хәбәр итеүенсә киләһе тәүлектәрҙә көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын, көндөҙ көньяҡ-көнсығыштан секундына...

20 сентября 2021
Пермь крайында фажиғә | ГТРК «Башкортостан»

Пермь крайында фажиғә

Радий Хәбиров Пермь крайындағы фажиғә сәбәпле Хөкүмәт ағзаларына күрһәтмәләр бирҙе. Пермь университетында студенттарға ҡорал менән һөжүм иткәндәр. Фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажинға мөрәжәғәт итеп Радий Хәбиров, ҡаза күргәндәр тураһында мәғлүмәт алырға, уҡыу йорттарында хәүефһеҙлек тәьмин...

20 сентября 2021
Көн уртаһына бюллетендәрҙең 91 проценттан ашыуы эшкәртелгән  | ГТРК «Башкортостан»

Көн уртаһына бюллетендәрҙең 91 проценттан ашыуы эшкәртелгән

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә:“20 сентябрь көндөҙгө сәғәт ун икегә бюллетендәрҙең 91,27 процентын экәртеүгә өлгәшелде”, -  тип белдерҙе. Башҡортостан һайлаусыларының 72,88 проценты тауыш биргән. Фирҡә-лидерҙар - “Берҙәм...

20 сентября 2021
Яндекс.Метрика