Башҡортостанда янғындарға бәйле үлем осраҡтары арта | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Башҡортостанда янғындарға бәйле үлем осраҡтары арта

Республика Башлығы оператив кәңәшәлә был хәлгә тәнҡит белдерҙе һәм аныҡ тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында башҡарылырға тейешле саралар ҙа аныҡлыҡ талап итә. Оператив кәңәшмә йола буйынса етәксе вазифаларҙағы үҙгәрештәрҙе барлау менән асылды. Архангель районы менән Айрат Сәитғәлин етәкселек итәсәк. Министрҙар кабинетында ла яңы кеше – Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп Эльмира Туҡанова тәғәйенләнде. Сығышы менән Ейәнсура районы ҡыҙы, быға тиклем Свердловск өлкәһендә ошо уҡ тармаҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индергән. Ә бына Салауат районы хакимиәте башлығына Радий Хәбиров эштән бушатыу менән янаны. Быға муниципалитет етәксеһенең Янғантау шифаханаһы менән аңлашмаусанлығы сәбәпсе. Коронавирус асыҡланған кешеләр һаны республикала 27 меңгә яҡынлаша, көндәлек күрһәткес 150-160 тирәһендә һаҡлана. Башҡортостанда вакцинация әүҙем бара, әлеге көнгә 42 мең ярым кеше прививканың беренсе компонентын һалдырған, шуларҙың 12 меңдән ашыуы икенсе дозаны алған. Ситуация үҙәгенә шылтыратыуҙарҙың да 45 проценттан ашыуы прививка яһатыу, уны бушлай алыу, сират һорауҙарына бәйле. Хәл яҡшыра, әммә сикләүҙәрҙе алырға иртәрәк, тине Радий Фәрит улы.Халыҡ сәләмәтлеген беренсе урынға ҡуйған программаларҙың береһе – “Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы”н уҙғарыу тураһындағы доклад бөгөн  ишетелмәне. Радий Хәбиров бының өсөн яуаплы Ленара Иванова әҙерләгән документты тәнҡитләп үлем статистикаһын кәметеүҙе тәүмаҡсат итеп билдәләргә ҡушты. Тәүмаҡсатты тормошҡа ашырыр сара – диспансеризация ла был аҙнанан тергеҙелә. Ауырыуҙарҙы алдан иҫкәртеү мөһимлеген чиновниктар аңлап үҙ миҫалында халыҡҡа еткерергә тейеш. Башҡорт дәүләт һәм Өфө дәүләт авиация-техник университеттарын берләштереү Юғары уҡыу йорттары араһындағы конкурентлыҡҡа һәләтлелекте һаҡлап ҡалыуҙың берҙән-бер юлы, мәсьәләне аңламағандарҙың быға ҡыҫылырға хаҡы юҡ, тине Радий Хәбиров ВУЗ-дарҙы берләштереүгә ҡаршылыҡ күрһәтеүселәргә мөрәжәғәт итеп. Ҡаршылыҡ һәм баҫым менән Өфө мэрияһына төҙөлөш компаниялары ябырылған. Республика Башлығы Башҡортостан прокуратураһына тикшереү уҙғарырға ҡушты.Борсолорға мәжбүр иткән статистика йыл башынан янғындарҙа һәләк булыу осраҡтарына бәйле. Төбәк етәксеһе Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына аныҡ тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Бала хоҡуҡтарын яҡлау Ольга Панчихинаға ышанып тапшырылды | ГТРК «Башкортостан»

Бала хоҡуҡтарын яҡлау Ольга Панчихинаға ышанып тапшырылды

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышында Башҡортостанда бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил итеп Ольга Панчихина тәғәйенләнде. Уның кандидатураһын Башҡортостан башлығы тәҡдим итте. Ольга Панчихина республикала балалар мәнфәғәттәрен яҡлауға бар тәжрибә һәм тырышлығын һалырға вәғәҙә итте....

1 час 1 минута назад
Мәктәп һәм балалар баҡсаларында тикшереүҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәп һәм балалар баҡсаларында тикшереүҙәр

Роспотребнадзор мәктәп һәм балалар баҡсаларында ковидҡа ҡаршы сараларҙың үтәлешен тикшерә. Бөгөнгә тикшереү үткән Өфө мәктәптәрендә санитария-гигиена талаптарының теүәл үтәлеүе асыҡланған. Билдәләнгән тәртипте боҙоу осраҡтары теркәлмәгән. Роспотребнадзорҙың баш белгес-эксперты Гөлнур Хайбрахманова...

1 час 49 минут назад
COVID-19 буйынса антирекорд | ГТРК «Башкортостан»

COVID-19 буйынса антирекорд

Башҡортостанда үткән тәүлектә 18 кеше коронавирус инфекцияһынан вафат булған. Мәрхүмдәр һаны пандемия башынан 1 457, шуларҙың 1 195-е алтмыш йәштән өлкән булған. 22 сентябрҙә алынған мәғлүмәттәр буйынса тәүлек эсендә 333 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы табылған.  

22 сентября 2021
Дистанцион уҡыуға күскән мәктәптәр һанының артыуы мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Дистанцион уҡыуға күскән мәктәптәр һанының артыуы мөмкин

Башҡортостандың Фән һәм мәғариф министры ситтән тороп уҡыу тәртибенә күскән мәктәптәрҙең күбәйеүе ихтимал, тигән фекерҙә.   «Белем биреү йорттарында ауырыған балалар һаны артһа муниципалитет оперштабтары министрлыҡ менән берлектә дистанцион уҡыу тәртибенә күсеү тураһында ҡарар ҡабул итеүе...

22 сентября 2021
300 уҡытыусы ауырый | ГТРК «Башкортостан»

300 уҡытыусы ауырый

Башҡортостанда 300 уҡытыусы коронавирус менән ауырый. Был хаҡта журналистарға Фән һәм мәғариф министры хәбәр итте.  Айбулат Хажин белдереүенсә, республика буйынса COVID-19 йоҡторған педагогтар һаны күп түгел, ә бына прививка яһатҡандар иҫәбе буйынса күрһәткес юғары. «36 мең педагогтың әле...

22 сентября 2021
Тирә яҡты йыйыштырайыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Тирә яҡты йыйыштырайыҡ

25 сентябрҙә Башҡортостан Бөтә донъя таҙалыҡ көнө,  #СДЕЛАЕМ2021 акцияһына ҡушыла. Республиканың экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, күләмле экология акцияһында донъяның 150 дәүләте һәм Рәсәйҙең 70 төбәге ҡатнашырға йыйына.   Башҡортостан ҡала һәм райондарының 700-ҙән ашыу...

22 сентября 2021
COVID-19 сәбәпле яңы сикләүҙәр  | ГТРК «Башкортостан»

COVID-19 сәбәпле яңы сикләүҙәр

Башҡортостанда коронавирус таралыу сәбәпле яңы сикләүҙәр  индерелә. 1 ноябргә тиклем тамашасыларҙың ябыҡ биналарҙа үткән спорт сараларына инеүе сикләнә. «Уфа-Арена», BetBoom Арена Һәм «Динамо» стадионында ҡәтғи санитар-эпидемиологик талаптар ҡуйыла. Был хаҡта Спорт министрлығы иҫкәртте....

22 сентября 2021
Смотреть видео «Гараж амнистияһы» тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде | ГТРК «Башкортостан»

«Гараж амнистияһы» тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде

Хәҙер ябайлаштырылған формала гаражға һәм ошо биләмәгә хоҡуҡ алырға мөмкин. Росреестр мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 35 меңдән ашыу гаражға милек хоҡуғы теркәлмәгән. «Гараж амнистияһы» тураһында закон нисек үтәлә һәм уның кемдәр менән файҙалана ала. Инорс биҫтәһендәге «Водопад» гараж...

22 сентября 2021
Смотреть видео Ике фатир, сауна һәм бассейн | ГТРК «Башкортостан»

Ике фатир, сауна һәм бассейн

 Өфөлә бер йортта йәшәүселәр үҙ подвалдарында бер-нисә объект, хатта кешеләр йәшәүен асыҡлай һәм тикшереү башлай. Өфө шоссеһы урамында урынлашҡан 18–се һанлы күп ҡатлы йортта йәшәүселәр былтыр йылылыҡ, газ һәм ут өсөн хаҡтың ҡапыл артып китеүенә шаҡ ҡата. Урындағы халыҡ үҙҙәренсә “тикшереү...

22 сентября 2021
Смотреть видео Өфөлә оператив штаб эш башланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә оператив штаб эш башланы

Йорттарҙа йылы тураһындағы бар борсоулы һорауҙарҙы хәҙер яңы колл-үҙәккә бирергә мөмкин. Уның телефоны (8347) 277-09-11. Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе ҡала оператив штабы бөгөндән эш башлай. Ошо хаҡта мэрияла үткән оператив кәңәшмәлә хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Марат Ғәйфуллин белдерҙе....

22 сентября 2021
Яндекс.Метрика