Янғын республикала йәнә бер ғаиләне йортһоҙ ҡалдырған | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Янғын республикала йәнә бер ғаиләне йортһоҙ ҡалдырған

Был юлы Баҡалы районының Бозор ауылындағы Зайцевтарға бәлә төшкән. Уларҙың өйҙәре һәм ғүмер буйы йыйған мөлкәте бер төн эсендә көлгә әйләнгән. Хужалар ярҙам һорарға ҡыйынһынһа ла, янғында ҡаза күреүселәргә районда кейем-һалым һәм аҡса йыйыу ойошторолған. Төнгө сәғәт берҙә хужалар йоҡларға ятырға йөрөгән саҡта сит тауыштар ишетеп ҡала.Янғын сарлаҡта электр сымдарының ҡыҫҡа ялғанышынан сыҡҡан, тип иҫәпләй хужа. Оҙаҡ ҡына быҫҡып ятҡан осҡон һауа ингәс, ҡабынып киткән. “Ялҡын бер-нисә минут эсендә тулыһынса йортто ялмап ала. Ярай әле, йоҡлап ятҡан балаларҙы уятып, тышҡа алып сығып өлгөрҙөк, ти Лиана.Янғын һүндереүселәр тиҙ килеп еткән. Әммә йортто ҡотҡарып ҡалыу мөмкин түгел инетип иҫләй Зайцевтар. Иң мөһиме — күрше өйҙәргә һәм төҙөлөштәргә уттың таралыуына юл ҡуйылмаған. Ошо урында 1993 йылда атаһы бура ултыртып биргән һәм Павел үҙе яйлап ҡына йортто төҙөп бөтөп, башҡа сыҡҡандар. 5 йыл элек йортҡа төкәтмә һалған, ә быйыл иһә яңы ғына ремонт яһап, бөтә мебель һәм техникаларҙы яңыртҡан. Ошо семәрләп эшләнгән уйынсыҡ һымаҡ, йортто ла хужалар үҙ көстәре менән бөртөкләп һалып ингән. Янғында көлгә әйләнгән бөтә мебель: карауаттар, өҫтәл һәм хатта ултырғыстарҙы ла Павел үҙ ҡулдары менән эшләгән. Йорт, кейем-һалым һәм башҡа әйбер менән бергә ғаилә ағзаһылай күргән ҡоштар ҙа утта көлгә әйләнгән. Ҡыш уртаһында йортһоҙ тороп ҡалған өс балалы Зайцевтар ғаиләһе ваҡытлыса ағаһында урынлашҡан. Шулай ҙа, эт һәм ҡуяндарын ашатырға үҙ нигеҙҙәренә көн һайын киләләр.Янғында торлаҡһыҙ ҡалған ғаиләгә районда ярҙам ойошторолған: кеше бәләһенә битараф булмағандар кейем-һалым һәм аҡса йыя. Изге эшкә теләгән һәр кем ҡушыла ала. Экрандарҙа күргән һандар буйынса Лиана Зайцеваның иҫәп картаһына аҡса күсереү мөмкинлеге бар.  Хужалар кешеләргә мөрәжәғәт итергә ҡыйынһынһа, ла уларҙың яҙмышына вайымһыҙ булмағандарҙың ярҙамын ҡабул итергә әҙер. Тотош йорт-ҡура, ғүмер  буйы йыйған мөлкәттәре көн эсендә көлгә әйләнһә лә, төшөнкөлөккә бирелмәй Зайцевтар. “Киләсәк тураһында уйлауы ауыр, әммә балалар хаҡына тиҙ арала аяҡҡа баҫырға кәрәк. Үҙебеҙ иҫән икән – ҡалғаны буласаҡ,” ти улар.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

COVID-19 буйынса антирекорд | ГТРК «Башкортостан»

COVID-19 буйынса антирекорд

Башҡортостанда үткән тәүлектә 18 кеше коронавирус инфекцияһынан вафат булған. Мәрхүмдәр һаны пандемия башынан 1 457, шуларҙың 1 195-е алтмыш йәштән өлкән булған. 22 сентябрҙә алынған мәғлүмәттәр буйынса тәүлек эсендә 333 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы табылған.  

5 часов 6 минут назад
Дистанцион уҡыуға күскән мәктәптәр һанының артыуы мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Дистанцион уҡыуға күскән мәктәптәр һанының артыуы мөмкин

Башҡортостандың Фән һәм мәғариф министры ситтән тороп уҡыу тәртибенә күскән мәктәптәрҙең күбәйеүе ихтимал, тигән фекерҙә.   «Белем биреү йорттарында ауырыған балалар һаны артһа муниципалитет оперштабтары министрлыҡ менән берлектә дистанцион уҡыу тәртибенә күсеү тураһында ҡарар ҡабул итеүе...

6 часов 56 минут назад
300 уҡытыусы ауырый | ГТРК «Башкортостан»

300 уҡытыусы ауырый

Башҡортостанда 300 уҡытыусы коронавирус менән ауырый. Был хаҡта журналистарға Фән һәм мәғариф министры хәбәр итте.  Айбулат Хажин белдереүенсә, республика буйынса COVID-19 йоҡторған педагогтар һаны күп түгел, ә бына прививка яһатҡандар иҫәбе буйынса күрһәткес юғары. «36 мең педагогтың әле...

7 часов 21 минута назад
Тирә яҡты йыйыштырайыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Тирә яҡты йыйыштырайыҡ

25 сентябрҙә Башҡортостан Бөтә донъя таҙалыҡ көнө,  #СДЕЛАЕМ2021 акцияһына ҡушыла. Республиканың экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, күләмле экология акцияһында донъяның 150 дәүләте һәм Рәсәйҙең 70 төбәге ҡатнашырға йыйына.   Башҡортостан ҡала һәм райондарының 700-ҙән ашыу...

7 часов 38 минут назад
COVID-19 сәбәпле яңы сикләүҙәр  | ГТРК «Башкортостан»

COVID-19 сәбәпле яңы сикләүҙәр

Башҡортостанда коронавирус таралыу сәбәпле яңы сикләүҙәр  индерелә. 1 ноябргә тиклем тамашасыларҙың ябыҡ биналарҙа үткән спорт сараларына инеүе сикләнә. «Уфа-Арена», BetBoom Арена Һәм «Динамо» стадионында ҡәтғи санитар-эпидемиологик талаптар ҡуйыла. Был хаҡта Спорт министрлығы иҫкәртте....

10 часов 14 минут назад
Смотреть видео «Гараж амнистияһы» тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде | ГТРК «Башкортостан»

«Гараж амнистияһы» тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде

Хәҙер ябайлаштырылған формала гаражға һәм ошо биләмәгә хоҡуҡ алырға мөмкин. Росреестр мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 35 меңдән ашыу гаражға милек хоҡуғы теркәлмәгән. «Гараж амнистияһы» тураһында закон нисек үтәлә һәм уның кемдәр менән файҙалана ала. Инорс биҫтәһендәге «Водопад» гараж...

11 часов 3 минуты назад
Смотреть видео Ике фатир, сауна һәм бассейн | ГТРК «Башкортостан»

Ике фатир, сауна һәм бассейн

 Өфөлә бер йортта йәшәүселәр үҙ подвалдарында бер-нисә объект, хатта кешеләр йәшәүен асыҡлай һәм тикшереү башлай. Өфө шоссеһы урамында урынлашҡан 18–се һанлы күп ҡатлы йортта йәшәүселәр былтыр йылылыҡ, газ һәм ут өсөн хаҡтың ҡапыл артып китеүенә шаҡ ҡата. Урындағы халыҡ үҙҙәренсә “тикшереү...

11 часов 3 минуты назад
Смотреть видео Өфөлә оператив штаб эш башланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә оператив штаб эш башланы

Йорттарҙа йылы тураһындағы бар борсоулы һорауҙарҙы хәҙер яңы колл-үҙәккә бирергә мөмкин. Уның телефоны (8347) 277-09-11. Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе ҡала оператив штабы бөгөндән эш башлай. Ошо хаҡта мэрияла үткән оператив кәңәшмәлә хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Марат Ғәйфуллин белдерҙе....

11 часов 4 минуты назад
Смотреть видео Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 16 кеше коронавирустан һәләк булған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 16 кеше коронавирустан һәләк булған

Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, мәкерле сирҙе йоҡтороусылар ҙа арта. Табиптар ковид-19-ҙан прививка яһатыуҙы бер көнгә лә һуҙмаҫҡа саҡыра. Тик вакцина ғына коронавирустан ҡотҡара ала. Башҡортостанда әле 1 миллион 255 мең кеше вакцинаның беренсе компонентын алған, 1...

11 часов 5 минут назад
Хөкүмәттә яңы вазифа | ГТРК «Башкортостан»

Хөкүмәттә яңы вазифа

Башҡортостан Хөкүмәтендә яңы вазифа – Республика башлығының Башҡортостанда ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса советнигы – барлыҡҡа килде. Төбәк етәксеһенең ошо хаҡта Указы Интернеттағы рәсми порталда 21 сентябрҙә баҫылған. Төбәктә ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау вәкиле вазифаһына...

11 часов 20 минут назад
Яндекс.Метрика