Алданған өлөшсөләргә фатир асҡыстары тапшырылды | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Алданған өлөшсөләргә фатир асҡыстары тапшырылды

Өфөләге “Эрмитаж” торлаҡ комплексын өлөшләтә төҙөүселәр һөйөнөс кисерә. Оҙаҡ йылдар алданған өлөшсө тип иҫәпләнгән 269 кешегә фатир асҡыстары тапшырылды. Ғәлисә Саматова ҡыҙы бүләк иткән бер бүлмәле фатир асҡысын өс йыл көткән. Төҙөлөштөң уңышлы тамамланырына өмөттө юғалтманыҡ, ти ханым. Иркен, яҡты бүлмәләрҙә хәҙер ул үҙе теләгәнсә биҙәү эштәрен йәйелдерергә ниәтләй. “Эрмитаж. Горсовет” торлаҡ комплексы төҙөлөшөн “Госстрой” компаниялары төркөмө 2013 йылдың декабрендә башлап 2019 йылда файҙаланыуға тапшырырға вәғәҙә итә. Финанс ҡатмарлыҡтар сәбәпле төҙөүселәр комплексты тулыһынса сафҡа индерә алмай. 2020 йылдың яҙында проектты яңы инвестор — “Садовое кольцо” компаниялары төркөмө үҙ иңенә ала. Һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә өлөшсөләргә фатирҙарын тапшырыуға өлгәшә. Был юлы өсөнсө секция фатир хужалары асҡыс алды.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

COVID-19 сәбәпле яңы сикләүҙәр  | ГТРК «Башкортостан»

COVID-19 сәбәпле яңы сикләүҙәр

Башҡортостанда коронавирус таралыу сәбәпле яңы сикләүҙәр  индерелә. 1 ноябргә тиклем тамашасыларҙың ябыҡ биналарҙа үткән спорт сараларына инеүе сикләнә. «Уфа-Арена», BetBoom Арена Һәм «Динамо» стадионында ҡәтғи санитар-эпидемиологик талаптар ҡуйыла. Был хаҡта Спорт министрлығы иҫкәртте....

1 час 34 минуты назад
Смотреть видео «Гараж амнистияһы» тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде | ГТРК «Башкортостан»

«Гараж амнистияһы» тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде

Хәҙер ябайлаштырылған формала гаражға һәм ошо биләмәгә хоҡуҡ алырға мөмкин. Росреестр мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 35 меңдән ашыу гаражға милек хоҡуғы теркәлмәгән. «Гараж амнистияһы» тураһында закон нисек үтәлә һәм уның кемдәр менән файҙалана ала. Инорс биҫтәһендәге «Водопад» гараж...

2 часа 24 минуты назад
Смотреть видео Ике фатир, сауна һәм бассейн | ГТРК «Башкортостан»

Ике фатир, сауна һәм бассейн

 Өфөлә бер йортта йәшәүселәр үҙ подвалдарында бер-нисә объект, хатта кешеләр йәшәүен асыҡлай һәм тикшереү башлай. Өфө шоссеһы урамында урынлашҡан 18–се һанлы күп ҡатлы йортта йәшәүселәр былтыр йылылыҡ, газ һәм ут өсөн хаҡтың ҡапыл артып китеүенә шаҡ ҡата. Урындағы халыҡ үҙҙәренсә “тикшереү...

2 часа 24 минуты назад
Смотреть видео Өфөлә оператив штаб эш башланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә оператив штаб эш башланы

Йорттарҙа йылы тураһындағы бар борсоулы һорауҙарҙы хәҙер яңы колл-үҙәккә бирергә мөмкин. Уның телефоны (8347) 277-09-11. Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе ҡала оператив штабы бөгөндән эш башлай. Ошо хаҡта мэрияла үткән оператив кәңәшмәлә хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Марат Ғәйфуллин белдерҙе....

2 часа 25 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 16 кеше коронавирустан һәләк булған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 16 кеше коронавирустан һәләк булған

Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, мәкерле сирҙе йоҡтороусылар ҙа арта. Табиптар ковид-19-ҙан прививка яһатыуҙы бер көнгә лә һуҙмаҫҡа саҡыра. Тик вакцина ғына коронавирустан ҡотҡара ала. Башҡортостанда әле 1 миллион 255 мең кеше вакцинаның беренсе компонентын алған, 1...

2 часа 25 минут назад
Хөкүмәттә яңы вазифа | ГТРК «Башкортостан»

Хөкүмәттә яңы вазифа

Башҡортостан Хөкүмәтендә яңы вазифа – Республика башлығының Башҡортостанда ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса советнигы – барлыҡҡа килде. Төбәк етәксеһенең ошо хаҡта Указы Интернеттағы рәсми порталда 21 сентябрҙә баҫылған. Төбәктә ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау вәкиле вазифаһына...

2 часа 40 минут назад
Өйҙә уҡыуға күсәләр | ГТРК «Башкортостан»

Өйҙә уҡыуға күсәләр

Башҡортостандың 12 районында бер нисә мәктәп дистанцион уҡыуға күсә. Был хаҡта Фән һәм мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. 14 көн дауамында ситтән тороп уҡыу тәртибе Әбйәлил, Балтас, Бәләбәй, Белорет, Бишбүләк, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Шишмә, Мишкә, Стәрлебаш һәм Яңауыл...

3 часа 3 минуты назад
«Башҡортостан» юбилей миҙгелен аса | ГТРК «Башкортостан»

«Башҡортостан» юбилей миҙгелен аса

22 сентябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залы коллективтары 40-сы ижад миҙгелен аса. Ҙур сәхнәгә 14 ижади коллектив сығырға әҙерләнә. “Премьер” вокал төркөмө, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев, “Ятаған” этно-төркөмө, ҡурайсылар Илнур Һибәтуллин менән Земфира Рәшитова, шулай уҡ...

21 сентября 2021
Йылытыу оперштабы эш башлай | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу оперштабы эш башлай

Йорттарҙа йылы тураһында бар борсоулы һорауҙарҙы хәҙер яңы колл-үҙәккә бирергә мөмкин. Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе ҡала оператив штабы 22 сентябрҙән эш башлай. Ошо хаҡта Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта “Маяҡ” радиостанцияһы эфирында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса эксперт ВадимБеляков белдерҙе...

21 сентября 2021
Смотреть видео Республика етәксеһе һайлауҙа әүҙемлек күрһәткән өсөн Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерҙе | ГТРК «Башкортостан»

Республика етәксеһе һайлауҙа әүҙемлек күрһәткән өсөн Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерҙе

Был турала Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Радий Фәрит улы шулай уҡ Пермдәге хәл буйынса тейешле министрлыҡтарға уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың именлеген тәьмин итеү буйынса тейешле күрһәтмәләр бирҙе. Башҡортостан һайлауҙарҙы ойоштороу һәм үткәреү бурысын еренә еткереп...

21 сентября 2021
Яндекс.Метрика