Юбилей объекттары

Баш ҡаланың 450 йыллығына мәҙәни объекттар реконструкцияланыр, тип көтөлә. Был мәсьәләне республика башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән осрашыуҙа күтәрҙе. Ниндәй объекттар әлегә исемлеккә ингән? Өфө дәүләт циркына инеп булмай, уның ишектәре суд приставтары тарафынан бикләнгән. Бынан ярты быуат элек төҙөлгән циркты 2017-се йылда япҡандар, сәбәбе лә асыҡ: бинаға етди ремонт талап ителә. Сығыш яһаған хайуандар ваҡытлыса икенсе цирктарға тапшырылған, әле бында ни бары директор, ҡарауылсы һәм бухгалтер ғына эшләй. Элек хайуандар, акробаттар сығышын күҙәтергә сират йыйыла торғайны, ти хеҙмәткәрҙәр. Бинаға тулы ремонт күптән талап ителгән. Циркты реконструкциялау мәсьәләһен республика башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә үткән эш сәфәрендә күтәрҙе. Ул  Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән осрашыуҙа Өфөнөң мәҙәни объекттарын реконструкциялау һәм ремонтлау өсөн федераль финанслау мөмкинлектәрен тикшерҙе.Рус драма театры ла – реконструкциялауға мохтаж.  Был объект та Мәскәүҙә үткән осрашыуҙа ҡаралды. Рус драма театрының сәхнә һәм залы 20 йыл ремонт күрмәгән. Бынан тыш, яҡтыртыу һәм тауыш ҡоролмаларын яңыртыу маҡсаты ҡуйылған. Иҫкеләре иһә 1982-се йылдан алып хеҙмәт итә.Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының киләсәге лә күп һорауҙар тыуҙыра. Был бина күп ҡатлы йорт һәм китапхана менән тоташып, бер үк адреста иҫәпләнә. Театрҙа грим эшләү һәм ҡурсаҡтарҙы һаҡлау бүлмәләре, тамашасылар өсөн буфет юҡ.Урындарҙың тығыҙ булыуы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының төп проблемаларының береһе. Ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәрең хатта эш бүлмәһе лә юҡ. Бында, мәҫәлән, рәссамдар ултыра. Был урында бүлмә тип түгел, ә коридор тиергә мөмкин. Сөнки тап ошонан башҡа хеҙмәткәрҙәр икенсе урынға сығып йөрөй. Бүлмә түбәләренән йыл һайын һыу аға, театр машиналары өсөн гараж, ә тамашасылар автомобилдәре парковка урындары менән тәьмин ителмәгән. Өҫтәүенә, театр күптән инде капиталь ремонт күрмәгән.  Урта быуат үҙенсәлекле табыштарын яҡшы шарттарҙа һаҡлап, киләсәк быуынға тапшырыу һорауы ла йылдар буйына күтәрелә. Өфө ике ҡаласығында, мәҫәлән, 2006-сы йылдан алып ҡаҙаныу эштәре алып барыла.  120 меңдән ашыу артефакт(ҡомартҡы?) әле подвалда һаҡлана. Ҡаҙып алынған тарихи берәмектәр махсус температурала ятырға тейеш, әммә әлегә бындай мөмкинселек юҡ, ти хеҙмәткәрҙәр.Һанап кителгән объекттар Өфөнөң 450 йыллығына реконструкцияланыр, тип көтөлә. Ремонт эштәренең ҡасан башланыуы әлегә билдәһеҙ.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә йәшәүсе табип дәүләт наградаһы алды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәшәүсе табип дәүләт наградаһы алды

Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы – «Һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән Өфөнөң 18-се һанлы поликлиникаһында эшләүсе йәш табип Азамат Ғиззәтуллин бүләкләнде. Үткән йәй тап ул бәләкәй малайҙы үлемдән ҡотҡара. Төрлө төҫтәге шарҙар һәм бүләкте Азамат Ғиззәтуллин үҙенең бәләкәй дуҫына...

4 часа 43 минуты назад
Смотреть видео “Ҡанатлан” форумы | ГТРК «Башкортостан»

“Ҡанатлан” форумы

Сығарылыш уҡыусыларын үҙ аллы тормошҡа әҙерләү һәм потенциалдарын асырға ярҙам итеү. Өфөлә 3-сө тапҡыр үткән “Ҡанатлан” форумының төп маҡсаты ошоларҙан ғибәрәт. Күләмле сарала уҡыусы балаларҙың психик һаулығын хәстәрләү, хәүефһеҙ интернет, туҡланыу, уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләләре лә көн...

4 часа 44 минуты назад
Смотреть видео Башҡортостан айыҡ тормош яҡлы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан айыҡ тормош яҡлы

Быны “Айыҡ ауыл” конкурсы асыҡ дәлилләне. Быйыл бәйгелә 2 меңдән ашыу ауыл һәм бөтә райондар ҙа ҡатнашҡан. 320 сауҙа ойошмаһы үҙ теләге менән алкоголь һатыуҙан баш тартҡан. 2011 йылда ирекмәндәр башланғысы менән ҡуҙғалып киткән айыҡлыҡ хәрәкәте 2019-ҙан яңы һулыш алды. Хәҙер конкурсты ойоштороу...

4 часа 45 минут назад
Смотреть видео Ташҡынға әҙер бул! | ГТРК «Башкортостан»

Ташҡынға әҙер бул!

Апрель айының йылы көндәргә йомарт һауа торошо ташҡынға бәйле фараздарҙы үҙгәртеүе ихтимал. Синоптиктар быйыл һыу запасы норманан артмай тиһәләр ҙә кинәт ирегән ҡар һыуҙары байтаҡ ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Үткән аҙна башында уҡ Ишембай, Ғафури райондарында ауыл урамдарын, ихаталарҙы һыу баҫҡайны. Был...

4 часа 47 минут назад
Смотреть видео Йыртҡыс менән бер фатирҙа | ГТРК «Башкортостан»

Йыртҡыс менән бер фатирҙа

Өфөлә йәшәүсе Алида Насырова үҙ фатирында Кира ҡушаматлы бүре тәрбиәләй. Хайуан ҡулға өйрәтелгән, кешеләргә ташланмай, ти хужа. Алида Насырова Кира ҡушаматлы бүрене былтыр тәрбиәгә алған. Шул көндән алып ул ғаилә ағзаһына әйләнгән. Кираға ни бары ун ай, шуға ла ул кешеләр менән уйнарға ярата, үҙен...

9 апреля 2021
Смотреть видео Беренсе: Гагарин һәм Куба | ГТРК «Башкортостан»

Беренсе: Гагарин һәм Куба

Өфө ҡалаһы тарихы музейында  «Беренсе: Гагарин һәм Куба» тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Ул кешенең тәүге тапҡыр йыһанға осоуына – 60 йыл тулыуға арналған. Күргәҙмәлә Юрий Гагариндың Куба революцияһы лидерҙары Эрнесто Че Геваро, Фидель Кастро һәм Куба халҡы менән осрашыу мәлендәге...

9 апреля 2021
Смотреть видео Айык ауыл – 2020 | ГТРК «Башкортостан»

Айык ауыл – 2020

,,Торатау,, конгресс-холында ,,Айык ауыл – 2020,, конкурсын йомғаҡлау тантанаһы уҙҙы. Еңеүселәр менән республика башлығы Радий Хәбиров осрашты. «Айыҡ ауыл» конкурсы республикала 2011 йылдан алып үткәрелә. Конкурстың маҡсаты — ауыл кешеләрен айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, үҫеп килеүсе...

9 апреля 2021
Смотреть видео Сәнәғәт форумы | ГТРК «Башкортостан»

Сәнәғәт форумы

Волга буйы төбәгенең ике тиҫтә йыл элек барлыҡҡа килгән күләмле проекты – Сәнәғәт форумы асылды. Өфөләге ВДНХ-ЭКСПО бинаһының эске һәм тышҡы майҙандарында илдең 12 төбәгенән килгән 130-ҙан ашыу компания күргәҙмәһе эшләй. Металл ҡоролманы йыйып-көйләү менән бары йыл ярым шөғөлләнгән Ғаян Яҡупов эшен...

9 апреля 2021
Смотреть видео Өфөлә “Апрель” республика вокал сәнғәте конкурсы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Апрель” республика вокал сәнғәте конкурсы үтте

Унда 6-ынан алып 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашты. Солистар, дуэт менән йырлаусылар республиканың төрлө район-ҡалаларынан килде. Конкурсты Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторҙо. Еңеүсе дипломын алып сыҡҡан һәр бала бына шулай  ҡыуанысы менән...

8 апреля 2021
Смотреть видео  “Башҡортостан 24” каналында тематик көндәр башланды | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан 24” каналында тематик көндәр башланды

Тәүгеләр исемлегендә - Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры. Ижади коллектив көн дауамында “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының барлыҡ тапшырыуҙарында ҡатнашып, үҙенең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Был иртәлә телеүҙәк алдындағы майҙан театр сәхнәһенә әүерелде. “...

8 апреля 2021
Яндекс.Метрика