Фирҡәләрҙе етди һынау көтә

Берҙәм Рәсәй фирҡәһенең төбәк бүлексәһен башҡа партиялар кеүек етди һынау көтә. Быйыл сентябрь Дәүләт Думаһына һайлауҙар үтә. Был 2021-се йылға төп маҡсат. Бүлексәнең уҙған йылдағы эшмәкәрлеге партия етәкселеге тарафынан юғары баһаланған. Ошо һәм башҡа мәсьәләләр Берҙәм Рәсәй фирҡәһенең төбәк бүлексәһе президиумының киңәйтелгән ултырышында ҡаралды. Йәштәр беҙҙең киләсәгебеҙ. Президиум ултырышында, тәү сиратта, киләсәк быуын менән эшләү алымдары тикшерелде. Студенттарҙы һәм уҡыусыларҙы интернеттан сығарып, күберәк күҙмә-күҙ осраштырыу кәрәклеге тураһында әйтелде. Әммә, социаль селтәрҙә лә эш туҡтатылырға тейеш түгел. Ҡайһы бер фирҡә ағзалары һәм депутаттарҙың Бәйләнештә, Инстаграм, Фейсбук кеүек социаль селтәрҙәге эшмәкәрлеге тәнҡитләнде. Улар бик һүлпән мәғлүмәт еткерә, ә ҡайһы берәүҙәрҙең бөтөнләй сәхифәһе юҡ. Фирҡә ағзаларына интернет киңлектәрендә әүҙем эшләргә, сәхифәләр булдырырға һәм уларҙы даими тикшереп, халыҡ менән аралашып торорға кәңәш ителде. Уҙған йылда Өфөгә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән исем бирелде. Уға ярашлы, баш ҡалала стелла ҡуйыласаҡ. Ошо көндәрҙә монументтың урынын һайлау тамамланды. Фекер белешеүҙә 17 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Уларҙың 66 проценттан ашыуы стелла Өфөнөң төньяҡ өлөшө – Черниковка биҫтәһендә ҡуйылырға тейеш, тип иҫәпләй. Башҡортостанда йылылыҡ өсөн артыҡ яҙылған сумманы ҡайтанан иҫәпләп, ҡайтара башланылар. Проблема республикала бихисап кеше өсөн көнүҙәк. Тикшереү  апрель аҙағына тиклем дауам итәсәк. Был йәһәттән партия ҡарамағында эшсе төркөм булдырылған. Мәсьәләгә президиум ултырышында ла ҙур иғтибар бүленде.Берҙәм Рәсәй фирҡәһенең Башҡортостан бүлексәһе эшмәкәрлеге уҙған йылда башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда иң яҡшыһы тип танылған. Әммә, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә байтаҡ. 2020 йылда активтың 580 кешеһе сирләп киткән һәм даими ярҙам итә алмаған. Сафтан төшөп ҡалғандар ҙа бар. Шуға быйыл ағзаларҙы арттырыу, партия вәкилдәрен йәшәртеү бурысы тора.Президиум ултырышында уңышҡа ирешкән ирекмәндәр, алдынғы ағзалар һәм район бүлексәләре тәбрикләнде. 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса Берҙәм Рәсәй фирҡәһенең Мәсетле һәм Стәрлетамаҡ районы, Күмертау ҡалаһы бүлексәләре юғары һөҙөмтәләргә ирешкән.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә

Уны бер аҙна байрам итәләр. Һәр көндөң үҙ атамаһы бар.  Дүртенсеһен халыҡ телендә “күңел асыу көнө”, тиҙәр. Тап дүшәмбе оло Масленица башлана. Элек был көндө уҡырға ла, эшләргә лә ярамаған. Күңел асып, ҡунаҡҡа йөрөп, ҡоймаҡтар менән һыйланғандар. Масленица Бөйөк Пост алдынан һуңғы аҙнала...

5 часов 53 минуты назад
Смотреть видео “Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға | ГТРК «Башкортостан»

“Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға

Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән фильм республика һәм күрше төбәк кинотеатрҙарында күрһәтеләсәк. Был турала фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров “Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе. Республиканың төрлө райондарында төшөрөлгән картина тамашасыны үҙенсәлекле сценарийы...

5 часов 57 минут назад
Смотреть видео Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула? | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула?

Ҡаланың Черниковка биҫтәһендә балалар майҙансығы урынында күп ҡатлы йорт төҙөлә башлаған. Урындағы халыҡ төҙөүсе компанияны йорт янындағы ерҙәре баҫып алыуҙа ғәйепләй. Был хәл буйынса ҡала прокуратыраһы тикшереү  башлаған. Өфөнөң Конституция 5 адресы буйынса урынлашҡан йортта йәшәүселәргә...

6 часов 2 минуты назад
Смотреть видео Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк

Өфө урамдары буйлап ҡиммәтле автомобилдәрҙә ҡыуырға яратҡан Артур Ғәзизовҡа ҡарата суд ултырышы башланды. Уҙған йылдың ноябрендә 25 йәшлек ир инспекторҙы бәрҙереп, автомобиль капотында йөрөттө. Ҡасып китеп юл аша сығып барған ҡатынды һәм балаһын төкөтә яҙа. Хәҙер ошо ваҡиға буйынса суд бара....

6 часов 9 минут назад
Смотреть видео Юл киҫелешендә эш ҡайнай | ГТРК «Башкортостан»

Юл киҫелешендә эш ҡайнай

Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге транспорт хәрәкәте тәүлек әйләнәһенә контролдә тотола. Светофорҙарҙың эшләү режимы  урындағы хәлгә ҡарап көйләнә. Төҙөлөш эштәре лә юл үткәүеле тирәләй  план буйынса бара. Объектта эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Салауат Юлаев...

6 часов 25 минут назад
Смотреть видео Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк

2021 йылдың 9 майында Башҡортостанда күләмле байрам саралары көтөлә. Радий Хәбиров Бөйөк Еңеү көнөн билдәләү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.  Байрамға әҙерлек һәм уны үткәреү планына ярашлы, 7 майҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында тантаналы концерт, 9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында сәскәләр...

6 часов 32 минуты назад
Смотреть видео "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Сарала уҡытыусылар, колледж директорҙары, мәғариф бүлеге етәкселәре ҡатнашты. “Мәғариф эштәре” журналы – “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының тәүге баҫмаһы. Ул ғәрәп телендә 1920 йылдың февраль айында Стәрлетамаҡ ҡалаһында  донъя күргән. Йылдар үтеү менән, йәмғиәт һәм замана талаптарына ярашлы...

3 марта 2021
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе

,,Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе,, республика конкурсы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡала. Ойоштороусылар конкурсҡа мөмкин тиклем күберәк  иғтибар йәлеп итергә, ҡатнашыусыларҙың һанын артырырға, уларҙың баһаһын күтәреп халыҡ араһына сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ошо йәһәттән Рәсәй ДОСАФФ ойошмаһының...

3 марта 2021
Смотреть видео Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды | ГТРК «Башкортостан»

Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды

Башҡортостандың балыҡсылыҡ хужалыҡтарында ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды. Нефтекама районының Ҡарман һыуһаҡлағысында бер миҙгелдә генә тонна ярымдан ашыу ыуылдырыҡ алалар. Бөгөн бикре балығы ыуылдырығы ҡулланыусылар араһында ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Рәсәйҙәге иң ҙур балыҡсылыҡ хужалыҡтарының...

3 марта 2021
Смотреть видео Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа? | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа?

Әле булһа күп кенә ата-әсәләр мәктәп ашының тәмле булмауына зарланып Хөкүмәткә ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә. Уларҙың күп өлөшө Өфөгә тура килә. Әйткәндәй, Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ла ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты...

3 марта 2021
Яндекс.Метрика