Йәмәғәт транспортында йөрөүгә яңы хаҡтар билдәләне

 “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы төбәк муниципалитеттары менән килешеп ҡала маршруттарында йәмәғәт транспортында йөрөүгә яңы хаҡтар билдәләне. 1 марттан билет хаҡын ҡулаҡсаға һәм банк картаһы ярҙамында 29 һумға, “Алға” картаһы менән 23 һумға һатып алырға мөмкин. Берҙәм социаль билет хаҡы шул килеш, 600 һум булып ҡала. Хаҡтар артыуын предприятиела энергия ресурстарына һәм яғыулыҡ- майлау материалдарына хаҡ артыу менән аңлаталар. Шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда йәмәғәт транспортында йөрөү, күрше төбәктәр менән сағыштырғанда, иң арзаны булып ҡала. Етмәһә, Алға картаһы ярҙамында йыл дауамында күп кенә аҡсаны янда ҡалдырырға мөмкин.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә

Уны бер аҙна байрам итәләр. Һәр көндөң үҙ атамаһы бар.  Дүртенсеһен халыҡ телендә “күңел асыу көнө”, тиҙәр. Тап дүшәмбе оло Масленица башлана. Элек был көндө уҡырға ла, эшләргә лә ярамаған. Күңел асып, ҡунаҡҡа йөрөп, ҡоймаҡтар менән һыйланғандар. Масленица Бөйөк Пост алдынан һуңғы аҙнала...

4 часа 51 минута назад
Смотреть видео “Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға | ГТРК «Башкортостан»

“Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға

Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән фильм республика һәм күрше төбәк кинотеатрҙарында күрһәтеләсәк. Был турала фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров “Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе. Республиканың төрлө райондарында төшөрөлгән картина тамашасыны үҙенсәлекле сценарийы...

4 часа 55 минут назад
Смотреть видео Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула? | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула?

Ҡаланың Черниковка биҫтәһендә балалар майҙансығы урынында күп ҡатлы йорт төҙөлә башлаған. Урындағы халыҡ төҙөүсе компанияны йорт янындағы ерҙәре баҫып алыуҙа ғәйепләй. Был хәл буйынса ҡала прокуратыраһы тикшереү  башлаған. Өфөнөң Конституция 5 адресы буйынса урынлашҡан йортта йәшәүселәргә...

5 часов 35 секунд назад
Смотреть видео Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк

Өфө урамдары буйлап ҡиммәтле автомобилдәрҙә ҡыуырға яратҡан Артур Ғәзизовҡа ҡарата суд ултырышы башланды. Уҙған йылдың ноябрендә 25 йәшлек ир инспекторҙы бәрҙереп, автомобиль капотында йөрөттө. Ҡасып китеп юл аша сығып барған ҡатынды һәм балаһын төкөтә яҙа. Хәҙер ошо ваҡиға буйынса суд бара....

5 часов 7 минут назад
Смотреть видео Юл киҫелешендә эш ҡайнай | ГТРК «Башкортостан»

Юл киҫелешендә эш ҡайнай

Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге транспорт хәрәкәте тәүлек әйләнәһенә контролдә тотола. Светофорҙарҙың эшләү режимы  урындағы хәлгә ҡарап көйләнә. Төҙөлөш эштәре лә юл үткәүеле тирәләй  план буйынса бара. Объектта эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Салауат Юлаев...

5 часов 23 минуты назад
Смотреть видео Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк

2021 йылдың 9 майында Башҡортостанда күләмле байрам саралары көтөлә. Радий Хәбиров Бөйөк Еңеү көнөн билдәләү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.  Байрамға әҙерлек һәм уны үткәреү планына ярашлы, 7 майҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында тантаналы концерт, 9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында сәскәләр...

5 часов 30 минут назад
Смотреть видео "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Сарала уҡытыусылар, колледж директорҙары, мәғариф бүлеге етәкселәре ҡатнашты. “Мәғариф эштәре” журналы – “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының тәүге баҫмаһы. Ул ғәрәп телендә 1920 йылдың февраль айында Стәрлетамаҡ ҡалаһында  донъя күргән. Йылдар үтеү менән, йәмғиәт һәм замана талаптарына ярашлы...

3 марта 2021
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе

,,Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе,, республика конкурсы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡала. Ойоштороусылар конкурсҡа мөмкин тиклем күберәк  иғтибар йәлеп итергә, ҡатнашыусыларҙың һанын артырырға, уларҙың баһаһын күтәреп халыҡ араһына сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ошо йәһәттән Рәсәй ДОСАФФ ойошмаһының...

3 марта 2021
Смотреть видео Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды | ГТРК «Башкортостан»

Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды

Башҡортостандың балыҡсылыҡ хужалыҡтарында ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды. Нефтекама районының Ҡарман һыуһаҡлағысында бер миҙгелдә генә тонна ярымдан ашыу ыуылдырыҡ алалар. Бөгөн бикре балығы ыуылдырығы ҡулланыусылар араһында ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Рәсәйҙәге иң ҙур балыҡсылыҡ хужалыҡтарының...

3 марта 2021
Смотреть видео Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа? | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа?

Әле булһа күп кенә ата-әсәләр мәктәп ашының тәмле булмауына зарланып Хөкүмәткә ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә. Уларҙың күп өлөшө Өфөгә тура килә. Әйткәндәй, Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ла ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты...

3 марта 2021
Яндекс.Метрика