Хужаһыҙ эттәр мәсьәләһе ҡасан хәл ителер?

Хужаһыҙ эттәр мәсьәләһе һәр саҡ көнүҙәк булып ҡала. Айырыуса ошо арала урам, юлдарҙа өйөр-өйөр йөрөгән эттәр халыҡ араһында хафаланыу тыуҙыра. Һәр кем балалары өсөн ҡурҡа. Белорет районында ҡатын бәләкәй ҡыҙы менән эттәр һөжүменән ҡаласыҡ башына менеп ҡотолған. Бала ҡурҡышынан илай, әсәһенән полиция саҡырыуын һорай, эттәр иһә һәр осраған кешегә ташланырға маташа. Был видео күптән түгел Черниковка биҫтәһендә төшөрөлгән. Ҡараңғыла эштән ҡайтып килгән полиция хеҙмәткәренә 8 эт бер юлы ташлана. Ир урынына бәләкәй бала булһа, бәлә көт, тип борсолоулы комментарийҙар яуҙыра халыҡ. Бер-нисә йыл элек Өфөлә эттәрҙең бәләкәй малайҙы талап үлтергән ҡурҡыныс хәлде әле һаман күптәр иҫләйҙер. Ысынлап та, һуңғы арала эттәрҙең кешеләргә ташланған осраҡтары йышайҙы. Ғәмәлдә урамда йөрөгән берәҙәк эттәрҙе айырым бер хеҙмәт аулап, ваҡытлыса приюттарға тапшырырға тейеш. Ҡармасан приюты йылына ошондай 900 берәҙәк эт ҡабул итә. Стерилләштереү, ҡотороуҙан вакцина, башҡа кәрәкле ветеринар –санитария саралары эшләнгәндән һуң, улар кире урамға ебәрелә.Приютҡа ошондай бәләкәй генә көсөктәр ҙә эләгә. Ҡараусыларҙың әйтеүенсә, улар бында оҙаҡҡа тиклем ҡалмай. Ғәҙәттә, волонтерҙар көсөктәргә шунда уҡ яңы хужалар таба.Евгений Матрос та волонтерҙар иҫәбендә. Берәҙәк эттәр яҙмышына битараф булмаған ир әле лә дүрт аяҡлыларҙы фотоға төшөрөп уларға яңы хужалар эҙләү менән мәшғүл. Бәләкәй көсөктәр яҙмышы айырыуса борсой Евгенийҙы.Агрессив тип табылған эттәр айырым вальерҙа. Һәр-береһенең ҡолағында һары тамға, тимәк улар тикшерелгән һәм вакцинация үткән.Әммә кешегә ташланғанға күрә, бында ҡабаттан эләккән. Закон буйынса хәҙер  агрессив эттәрҙе үлтерергә ярамай. Тимәк, был вольерҙағы хайуандар ғүмере аҙағына тиклем ошо приюта көн итәсәк.Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала утыҙ меңдән ашыу берәҙәк эт иҫәпләнә. Өйөрҙәргә берләшкән хайуандарҙың кешеләргә ташланған осраҡтары ла көндән-көн  арта. Өфөлә берәҙәк хайуандар аулаусы берҙән-бер ойошма етәксеһе Моратбей Рубжанов эттәр ҡалаһы төҙөү хыялы менән яна.  Проект буйынса, бөтә берәҙәк эттәр өсөн ҡала ситендә айырым ҡаласыҡ  төҙөү. Нормаға ярашлы, ҙур ҡалала 1000 кешегә яҡынса 3-4 эт тура килергә тейеш.  Республикала  был күрһәткес тиҫтә тапҡырға  күберәк. Эттәр ҡалаһы берәҙәк хайуандарҙың һанын көйләргә ярҙам итер ине, тигән фекерҙә  проектты хуплаусылар.Был проект әлегә ҡағыҙҙа ғына ҡала. Халыҡ араһында хуплау тапһа, ҡалала шундай бер нисә приют төҙөргә мәмкин буласаҡ, ти эт аулау ойошмаһы етәксеһе. Мәсьәлә күп ҡырлы.  Уны  эттәрҙе аулаусы ойошмалар,  зооһаҡлаусыларҙың һәм шул уҡ ваҡытта балаларын тышҡа сығарырға ҡурҡҡан әсәләрҙең фекерҙәрен дә күҙ уңында тотоп хәл итергә кәрәк.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә

Уны бер аҙна байрам итәләр. Һәр көндөң үҙ атамаһы бар.  Дүртенсеһен халыҡ телендә “күңел асыу көнө”, тиҙәр. Тап дүшәмбе оло Масленица башлана. Элек был көндө уҡырға ла, эшләргә лә ярамаған. Күңел асып, ҡунаҡҡа йөрөп, ҡоймаҡтар менән һыйланғандар. Масленица Бөйөк Пост алдынан һуңғы аҙнала...

6 часов 10 минут назад
Смотреть видео “Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға | ГТРК «Башкортостан»

“Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға

Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән фильм республика һәм күрше төбәк кинотеатрҙарында күрһәтеләсәк. Был турала фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров “Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе. Республиканың төрлө райондарында төшөрөлгән картина тамашасыны үҙенсәлекле сценарийы...

6 часов 14 минут назад
Смотреть видео Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула? | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула?

Ҡаланың Черниковка биҫтәһендә балалар майҙансығы урынында күп ҡатлы йорт төҙөлә башлаған. Урындағы халыҡ төҙөүсе компанияны йорт янындағы ерҙәре баҫып алыуҙа ғәйепләй. Был хәл буйынса ҡала прокуратыраһы тикшереү  башлаған. Өфөнөң Конституция 5 адресы буйынса урынлашҡан йортта йәшәүселәргә...

6 часов 19 минут назад
Смотреть видео Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк

Өфө урамдары буйлап ҡиммәтле автомобилдәрҙә ҡыуырға яратҡан Артур Ғәзизовҡа ҡарата суд ултырышы башланды. Уҙған йылдың ноябрендә 25 йәшлек ир инспекторҙы бәрҙереп, автомобиль капотында йөрөттө. Ҡасып китеп юл аша сығып барған ҡатынды һәм балаһын төкөтә яҙа. Хәҙер ошо ваҡиға буйынса суд бара....

6 часов 26 минут назад
Смотреть видео Юл киҫелешендә эш ҡайнай | ГТРК «Башкортостан»

Юл киҫелешендә эш ҡайнай

Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге транспорт хәрәкәте тәүлек әйләнәһенә контролдә тотола. Светофорҙарҙың эшләү режимы  урындағы хәлгә ҡарап көйләнә. Төҙөлөш эштәре лә юл үткәүеле тирәләй  план буйынса бара. Объектта эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Салауат Юлаев...

6 часов 42 минуты назад
Смотреть видео Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк

2021 йылдың 9 майында Башҡортостанда күләмле байрам саралары көтөлә. Радий Хәбиров Бөйөк Еңеү көнөн билдәләү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.  Байрамға әҙерлек һәм уны үткәреү планына ярашлы, 7 майҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында тантаналы концерт, 9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында сәскәләр...

6 часов 49 минут назад
Смотреть видео "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Сарала уҡытыусылар, колледж директорҙары, мәғариф бүлеге етәкселәре ҡатнашты. “Мәғариф эштәре” журналы – “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының тәүге баҫмаһы. Ул ғәрәп телендә 1920 йылдың февраль айында Стәрлетамаҡ ҡалаһында  донъя күргән. Йылдар үтеү менән, йәмғиәт һәм замана талаптарына ярашлы...

3 марта 2021
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе

,,Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе,, республика конкурсы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡала. Ойоштороусылар конкурсҡа мөмкин тиклем күберәк  иғтибар йәлеп итергә, ҡатнашыусыларҙың һанын артырырға, уларҙың баһаһын күтәреп халыҡ араһына сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ошо йәһәттән Рәсәй ДОСАФФ ойошмаһының...

3 марта 2021
Смотреть видео Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды | ГТРК «Башкортостан»

Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды

Башҡортостандың балыҡсылыҡ хужалыҡтарында ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды. Нефтекама районының Ҡарман һыуһаҡлағысында бер миҙгелдә генә тонна ярымдан ашыу ыуылдырыҡ алалар. Бөгөн бикре балығы ыуылдырығы ҡулланыусылар араһында ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Рәсәйҙәге иң ҙур балыҡсылыҡ хужалыҡтарының...

3 марта 2021
Смотреть видео Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа? | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа?

Әле булһа күп кенә ата-әсәләр мәктәп ашының тәмле булмауына зарланып Хөкүмәткә ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә. Уларҙың күп өлөшө Өфөгә тура килә. Әйткәндәй, Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ла ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты...

3 марта 2021
Яндекс.Метрика