Коронавирустың өсөнсө тулҡыны башланыуы ихтимал

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Рәсәйҙәге вәкиле Мелита Вуйнович коронавирустың өсөнсө тулҡыны башланыу ихтималлығы тураһында белдерҙе. Рәсәй 1 телеканалы хәбәрсеһе менән әңгәмәләшкәндә ул был, тәү сиратта, халыҡтың үҙ-үҙен тотошона бәйле буласаҡ, тине. Коллектив иммунитет юҡ. Әгәр һаҡ булмаһаҡ, өсөнсө тулҡындың башланыуы ихтимал, тине Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау вәкиле. Башҡортостанда һуңғы тәүлектәрҙә коронавирус йоҡтороуҙың 150-нән ашыу осрағы теркәлә. Пандемия башланғандан алып 26 мең 841 сирле теркәлгән. Коронавирустан 234 кеше һәләк булған.

Смотрите нас в YouTube