2022 йылға өр яңы хирургия корпусы

Республика кардиоүҙәге янында әле төҙөлөш гөрләй. 9 ҡатлы хирургия корпусының бинаһы күтәрелгән, эшселәр уны тыштан һәм эстән биҙәүгә тотонған. Эштәр көйлө бара, төҙөүселәрҙең күңелдәре лә көр, сөнки хеҙмәттәренең һөҙөмтәһе бар – бина стеналары көндән-көн матурая. Бөтә 9 ҡатта ла төҙөлөш гөрләп тора. Йыл ярым эсендә ҙур эш башҡарылған.Хирургия корпусының дөйөм майҙаны 30 мең квадрат метр. Уның эсендә реанимация, операция бүлмәләре, диагностика, дезинфекция бүлектәре, өлкәндәр өсөн поликлиника, дарыухана, көндөҙгө стационар, лаборатория һәм административ блок урынлашасаҡ.Йөрәк һәм ҡан тамырҙары системаһы сирҙәренән үлем илдә беренсе урында килә. Кардиология үҙәге етәкселегенең фекеренсә, яңы корпустың асылыуы үҙәктең ҡеүәтен күпкә арттыра, ә яңы заманса ҡоролмалар үлем осраҡтарын кәметергә ярҙам итә. Бер йыл эсендә кардиоүҙәктә 80 меңләп пациент медицина ярҙамын ала. Унда юғары технологиялы операциялар башҡарыла. Ә яңы корпус асылыу менән үҙәк  илдәге иң яҡшы медицина учреждениелары рәтенә инәсәк.

Подпишитесь на нас в Пульс