Һаулыҡ һаҡлау системаһы хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде

Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер- министры Андрей Назаров республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы хеҙмәткәрҙәренә Рәсәй Президентының почет грамоталарын һәм рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Табиптар, шәфҡәт туташтары, фельдшерҙар – короновирус инфекцияһына ҡаршы көрәшеүсе белгестәр тәбрикләнде. Ә Лука Крымский миҙалы Оксана Рачковаға тапшырылды. Шылтыратыу ҡабул иткәс тә ашығыс медицина ярҙамының махсус бригадаһы адрес буйынса юллана. Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһында студент  ваҡытынан эшләй башлаған Андрей Карпов пациенттарҙың төрлө хәлдәренә юлыға. 30 йылдан ашыу хеҙмәт стажы, ә табип-невролог булараҡ эшләүенә быйыл теүәл 23 йыл тула. Пандемия осоронда бер медицина хеҙмәткәре лә ситтә ҡалмай, һәр береһе мәкерле сир менән көрәш юлына баҫты.  Гөлнур Латыпова Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында 40 йылға яҡын табип-инфекционист булып эшләй. Пандемия осоронда иң беренселәрҙән булып ҡыҙыл зонаға инә. Үҙ хеҙмәтенә тоғро белгестең балалары ла медицина юлын һайлаған. Республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы хеҙмәткәрҙәренә – табип, реаниматолог, фельдшер, шәфҡәт туташтарына һаулыҡ һаҡлау системаһына ҙур өлөш индергәндәре өсөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер- министры Андрей Назаров Рәсәй Федерацияһының почетлы грамоталары, рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Лука Крымский миҙалы менән Йылайыр үҙәк район дауаханаһының ашығыс ярҙам бүлеге фельдшеры Оксана Рачкова бүләкләнде. Тәбрикләү сараһы юҡҡа ғына 23 февраль алдынан ойошторолманы, сөнки пандемия осоронда тап медицина хеҙмәткәрҙәре Ватанды һаҡлаусыларға тиңләнә, тип билдәләне Андрей Назаров. Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яңы КОВИД  госпиталдәр төҙөлдө, дарыуҙар, ҡорамалдар һатып алынды. Халыҡ менән ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге эшләне, Башҡортостан беренселәрҙән булып вакцинациалау башланы. Федераль үҙәк ярҙамында киләһе 5 йылда 500 яңы медицина учреждениеһы төҙөләсәк һәм 70 дауаханала капиталь ремонт башҡарыласаҡ. Пациенттарға яңыртыған дауаханаларҙа, поликлиникаларҙа, ФАП-тарҙа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеләсәк, ә медицина хеҙмәткәрҙәренә уңайлы шарттар тыуҙырыласаҡ, тине Андрей Назаров. 2021 йыл — сәләмәтлек һәм әүҙем оҙаҡ йәшәү йылында һаулыҡ һаҡлау структураһында байтаҡ үҙгәрештәр көтөлә. Ә был наградалар медицина хеҙмәткәрҙәренә артабан да намыҫ менән хеҙмәт юлдарын дауам итергә көс өҫтәй.

Читайте нас в Яндекс.Новостях