Башҡортостан прокуратураһы 2020 йыл эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә талап ителгән медицина хеҙмәте күрһәтеүгә ҡамасаулаған етди тәртип боҙоуҙар асыҡланған һәм һәр осраҡ прокуратура иғтибарына алынып тейешле саралар күрелгән. Башҡортостан прокуратураһы 2020 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Республика прокуратураһының коллегия ултырышында Рәсәй генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин ҡатнашты. Граждандарҙың законлы хоҡуҡтарын яҡлау һәм мәнфәғәттәре үтәлешен күҙәтеүсе хеҙмәттең үткән йылдағы эшмәкәрлегенә коронавирус инфекцияһына бәйле пандемия йоғонто яһаны. Владимир Ведерников эш урынында СOVID19 йоҡторған медицина хеҙмәткәрҙәренә прокурор ҡарары менән 47 миллион һумдан ашыу страховка һәм дәртләндереү түләүҙәрен тапшырыуға өлгәшелде, тип белдерҙе. Прокуратура тырышлығы менән шулай уҡ хеҙмәт хаҡын түләү өлкәһендә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшелгән. Янғын хәүефен иҫкәртеү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта түләүҙәрҙе тәртипкә килтереү, дәүләт һәм муниципалитет милке иҫәбендәге ер участкаларын ҡайтарыу, ҡатмарлы иҡтисади хәлде иҫәпкә алып эшҡыуар хоҡуҡтарын яҡлауға айырым иғтибар бирелгән. Коллегия ултырышында Башҡортостан прокуратураһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләгән хеҙмәттәр вәкилдәренә маҡтау грамоталары менән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында хеҙмәттәшебеҙ, Рәсәй телерадиокомпанияһы хәбәрсеһе Игорь Крупчинов та бар. 

Подпишитесь на нас в ВКонтакте