Тәмле лә, файҙалы ла

Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Константин Толкачев сығыш яһаған. Ә бына Баҡалыла аутсорсинг нигеҙендәге туҡланыуҙан баш тартҡандар. Райондағы бөтә мәктәп һәм мәктәпкәсә белем учреждениелары ашханалары урындағы етештереүселәрҙең продукттарынан үҙҙәре ашарға бешерә. Тәнәфескә ҡыңғырауҙы ишетеү менән Ҡуштирәк мәктәбе уҡыусылары ашханаға ашыға. Танауҙарҙы ҡытыҡлап, хуш еҫе аңҡып торғас, башҡаса мөмкин дә түгел. Ашнаҡсылар бешергән ризыҡтар өйҙәге кеүек телеңде йоторлоҡ, ти балалар. Төпкөл ауылдағы мәктәптә 40 бала ғына уҡыһа ла, туҡланыу юғары кимәлдә ойошторолған. Бөтә республикалағы кеүек бында ла берҙәм меню. Меню ата-әсәләр комитеты күҙәтеүе аҫтында. Улар теләгән көндө килеп, ҡайнар аштарҙы тәмләп, тикшереп китә ала.  Тәмле лә, файҙалы ла. Аҙыҡ-түлек рационы үҫеп килеүсе организмға кәрәкле матдәләрҙе күҙ уңында тотоп төҙөлә. Мәктәп участкаһында йәй айҙарында йәшелсә-емеш үҫтерелә. Был балаларҙың туҡланыуы өсөн айлыҡ түләүҙе күпкә кәметә. Өҫтәүенә, балалар ҡышын да файҙалы ҡайнатмалар ашап, витаминдар туплай.  Өҫтәлгә килеп эләгер алдынан, үҙҙәре етештергән продукттар  лабораторияла тикшереү үтә. Шуға уларҙың барыһы ла санитар нормаларға тап килә, сифаты ла  юғары. Ғөмүмән, райондың бөтә мәктәп һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары ашханаларында әҙерләнгән ашамлыҡтарҙың сифаты ла контролгә алынған. Баҡалы районында аутсорсинг бөтөнләй юҡ, ашханалар балаларҙы үҙаллы туҡландыра. Аҙыҡ-түлек тә урындағы етештереүселәрҙән алына. Баҡалының 1-се мәктәбе 2019 йылдың сентәбрендә генә сафҡа индерелгән. Шуға бындағы ашханала ҡоролмалар ҙа яңы, күп эштәр автоматлаштырылған. Мәктәптәге 930 уҡыусынының барыһы ла ашханаға йөрөй, туҡланыуҙан берәү ҙә баш тартмай.  Балалар ҡәнәғәт икән, тимәк, урындағы ашнаҡсылар файҙалы ризыҡтарҙы төрлөләндереп, тәмле итеп бешерә. Дөрөҫ туҡланыу ҡағиҙәһе бәләкәй саҡтан һалына, был йәһәттән Баҡалылағы уҡыусыларҙың сәләмәтлеге ышаныслы ҡулдарҙа.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә

Уны бер аҙна байрам итәләр. Һәр көндөң үҙ атамаһы бар.  Дүртенсеһен халыҡ телендә “күңел асыу көнө”, тиҙәр. Тап дүшәмбе оло Масленица башлана. Элек был көндө уҡырға ла, эшләргә лә ярамаған. Күңел асып, ҡунаҡҡа йөрөп, ҡоймаҡтар менән һыйланғандар. Масленица Бөйөк Пост алдынан һуңғы аҙнала...

5 часов 57 минут назад
Смотреть видео “Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға | ГТРК «Башкортостан»

“Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға

Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән фильм республика һәм күрше төбәк кинотеатрҙарында күрһәтеләсәк. Был турала фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров “Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе. Республиканың төрлө райондарында төшөрөлгән картина тамашасыны үҙенсәлекле сценарийы...

6 часов 1 минута назад
Смотреть видео Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула? | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула?

Ҡаланың Черниковка биҫтәһендә балалар майҙансығы урынында күп ҡатлы йорт төҙөлә башлаған. Урындағы халыҡ төҙөүсе компанияны йорт янындағы ерҙәре баҫып алыуҙа ғәйепләй. Был хәл буйынса ҡала прокуратыраһы тикшереү  башлаған. Өфөнөң Конституция 5 адресы буйынса урынлашҡан йортта йәшәүселәргә...

6 часов 6 минут назад
Смотреть видео Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк

Өфө урамдары буйлап ҡиммәтле автомобилдәрҙә ҡыуырға яратҡан Артур Ғәзизовҡа ҡарата суд ултырышы башланды. Уҙған йылдың ноябрендә 25 йәшлек ир инспекторҙы бәрҙереп, автомобиль капотында йөрөттө. Ҡасып китеп юл аша сығып барған ҡатынды һәм балаһын төкөтә яҙа. Хәҙер ошо ваҡиға буйынса суд бара....

6 часов 13 минут назад
Смотреть видео Юл киҫелешендә эш ҡайнай | ГТРК «Башкортостан»

Юл киҫелешендә эш ҡайнай

Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге транспорт хәрәкәте тәүлек әйләнәһенә контролдә тотола. Светофорҙарҙың эшләү режимы  урындағы хәлгә ҡарап көйләнә. Төҙөлөш эштәре лә юл үткәүеле тирәләй  план буйынса бара. Объектта эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Салауат Юлаев...

6 часов 29 минут назад
Смотреть видео Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк

2021 йылдың 9 майында Башҡортостанда күләмле байрам саралары көтөлә. Радий Хәбиров Бөйөк Еңеү көнөн билдәләү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.  Байрамға әҙерлек һәм уны үткәреү планына ярашлы, 7 майҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында тантаналы концерт, 9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында сәскәләр...

6 часов 36 минут назад
Смотреть видео "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Сарала уҡытыусылар, колледж директорҙары, мәғариф бүлеге етәкселәре ҡатнашты. “Мәғариф эштәре” журналы – “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының тәүге баҫмаһы. Ул ғәрәп телендә 1920 йылдың февраль айында Стәрлетамаҡ ҡалаһында  донъя күргән. Йылдар үтеү менән, йәмғиәт һәм замана талаптарына ярашлы...

3 марта 2021
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе

,,Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе,, республика конкурсы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡала. Ойоштороусылар конкурсҡа мөмкин тиклем күберәк  иғтибар йәлеп итергә, ҡатнашыусыларҙың һанын артырырға, уларҙың баһаһын күтәреп халыҡ араһына сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ошо йәһәттән Рәсәй ДОСАФФ ойошмаһының...

3 марта 2021
Смотреть видео Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды | ГТРК «Башкортостан»

Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды

Башҡортостандың балыҡсылыҡ хужалыҡтарында ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды. Нефтекама районының Ҡарман һыуһаҡлағысында бер миҙгелдә генә тонна ярымдан ашыу ыуылдырыҡ алалар. Бөгөн бикре балығы ыуылдырығы ҡулланыусылар араһында ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Рәсәйҙәге иң ҙур балыҡсылыҡ хужалыҡтарының...

3 марта 2021
Смотреть видео Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа? | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа?

Әле булһа күп кенә ата-әсәләр мәктәп ашының тәмле булмауына зарланып Хөкүмәткә ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә. Уларҙың күп өлөшө Өфөгә тура килә. Әйткәндәй, Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ла ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты...

3 марта 2021
Яндекс.Метрика