Башҡортостан Хөкүмәтендә етди үҙгәрештәр

Улар менән оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров таныштырҙы. Талаптар көсөйтелә, тине Радий Фәрит улы. Төҙөлөштә, йәмәғәт транспортында етди тәртип урынлаштырыу башлана. Оператив кәңәшмә министрҙар кабинетындағы кадрҙарға бәйле үҙгәрештәр менән асылды. Радий Хәбиров ял көндәрен бушҡа үткәрмәүен белдереп етәксегә һәр саҡ кадрҙар мәсьәләһен хәл итергә тура килеүенә ишараланы. Премьер-министр менән килешеп хәл ителгән ҡарарҙарҙың тәүгеһе Конкурент сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты етәксеһен алмаштырыуға бәйле. Юғары вазифала Гөлшат Арыҫланова эшләйәсәген дә белдерҙе Радий Хәбиров. Элекке етәксе Денис Булатов үҙ теләге менән эштән киткән. Ошо уҡ сәбәп менән һуңғы арала күп тәнҡит ишеткән Транспорт министры Алан Марзаев та вазифаһын ҡалдырған. Уның урынына буласаҡ кандидат әлегә билдәһеҙ. Социаль блок өсөн яуаплы вице-премьер Ленара Иванова ла аҡ йорттан китә, әммә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында ул етәксе булып ҡала. Уның яуаплылығында булған Мәғариф тармағы премьер-министр урынбаҫары Азат Баҙрановҡа күсә, ә социаль яҡлау һәм һаулыҡ һаҡлау тармаҡтарын Максим Забелин көйләйәсәк. Министрға хәҙер вице-премьерлыҡ вәкәләттәре өҫтәлде. Ә талаптарҙың иң мөһимдәрен Республика Башлығы ҡотлау артынан уҡ әйтеп ишеттерҙе.Йылдың беренсе айы статистикаһын барлап төбәк етәксеһе металлургия һәм дарыуҙар етештереүҙең ике, кейем тегеү һәм мебель эшләү бер ярым тапҡырға артыуын әйтте. Төҙөлөш тармағы ла ғинуар айы буйынса үҫеш күрһәтә, әммә был тәңгәлдә үҫеш һәм алға китеш күрергә теләр мәсьәлә алданған өлөшсөләрҙе “тишек кәритә”лә ҡалдырғандзарҙы яуапҡа тарттырыуға бәйле. Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡлау органдарынан һөҙөмтә күрергә теләүен әйтте.Төҙөлөштә тәртип булдырыу тәҡдиме менән бергә Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә үк эксперименталь алымды һынарға тотондо. Ул Өфө үҙәгендә урынлашҡан республика ҡарамағындағы ер биләмәһен асыҡ аукционға сығарып унда ғәҙел процедуралар ярҙамында еңеүсене асыҡларға, төҙөлөштән ҡала бюджетынга килгән аҡсаны унда мәктәп, балалар баҡсаһы төҙөүгә тотонорға кәрәк тине. Башланғысты Ҡала төҙөлөшө Советында ентекләп барларға килешелде. Төҙөлөш темаһын дауам итеп, Хөкүмәт йорто янында ҡалҡып килгән объектта эштәрҙе тиҙләтеү бурысы ҡуйылды. Республика менән идара итеү үҙәге көҙгә әҙер булырға тейеш. Тәртипһеҙлек хөкөм һөргән йәмәғәт транспорты темаһы йәнә иғтибар үҙәгенә сыға. Автобуста юл хаҡы өсөн карта менән түләтергә теләмәгән водителдәрҙе асыҡлау өсөн бөгөндән рейдтар башлана. Терминал эшләмәй, ҡулаҡса бир йә минең иҫәпкә күсер тип аҡланған өсөн водитель 10 мең һум штраф алыуы ихтимал. Юридик шәхестәр өсөн был “гөнаһ” 30 мең һум штраф менән янай. Теләктәшлек, үҙ-ара ярҙам һәм өмә башланғыстарын үҙ эсенә алған яңы проект башлай республика. “Атайсал” меценатлыҡ өсөн рәсми нигеҙ булдырыу һәм уларға ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Алдағы ике ай проект менән таныштырыу өсөн билдәләнгән, апрель аҙағында түңәрәк өҫтәл ойошторолоп ярҙам итергә теләүселәр һәм ярҙам талап ителгән эштәр аныҡлана, май – сентябрь уларҙы тормошҡа ашырыуға китә. Республика көнөнә ҡарай йомғаҡ “Яҡташлыҡ көсө” форумында барланыр, тип күҙаллана.Был аҙнала республика башлығы хакимиәтенең контроль идаралығы мәктәптәр буйлап рейд үткәрәсәк. Сәбәбе- уҡыу йорттарында белем алыусыларҙың тәмәке тартыуы. Был турала Радий Хәбировҡа социаль селтәрҙәр аша хәбәр ителгән.Оператив кәңәшмәнең байтаҡ өлөшө даими бер мәсьәләгә арналды – мәктәп туҡланыуын Радий Хәбиров йәнә тәнҡиткә тотто. Февраль айында социаль селтәрҙәр аша ике йөҙҙән ашыу ялыу килгән. Тәмһеҙ, һыуыҡ аш, һөҙөмтә булараҡ балалар порцияларын ашамайынса кире тапшыра. Бындай етешһеҙлек өсөн төбәк Башлығы мәктәп директорҙарын эштән бушатыу менән янаны.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Алтынай Вәлитовтың  концерты үтәсәк  | ГТРК «Башкортостан»

Алтынай Вәлитовтың концерты үтәсәк

Өфө уттары клубының Колизео Тинькофф холында Алтынай Вәлитовтың  концерты үтәсәк. 25-тән ашыу йыр ижад итеүсе егет әле сығышҡа әҙерләнә. Йырҙан тыш, концертҡа килгән тамашасыларҙы төрлө бүләктәр, башҡа артистарҙың сығышы көтәсәк.  Йыр яҙҙырыу студияһы минең өсөн икенсе өйгә әйләнде, ти...

15 апреля 2021
Смотреть видео 16 апрелдә Башҡортостанда  Милли кейем көнө билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

16 апрелдә Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә

 Республика халыҡ ижады үҙәге ошо уңайҙан бихисап саралар ойоштора. Социаль селтәрҙә әле бер юлы ике акция бара. Тәүгеһе – «Дуҫлыҡ бейеүе». Унда республиканың бейеү коллективтары ҡатнаша ала. Төрлө милли кейемдәрҙә 2-3 минутлыҡ бейеү күрһәтергә кәрәк. 16 апрелдә Милли кейем көнөнә бағышланған...

15 апреля 2021
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе көнө уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе көнө уҙҙы

Ошо уңайҙан берләшмә артистары Өфөгә килде һәм тапшырыуҙарҙа, матбуғат конференцияһында ҡатнашты. Көн дауамында каналда Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының, филармонияның спектаклдәре һәм  концерттары барҙы. Бына улар – республиканың иң үҙенсәлекле ижади коллективы артистары. 6 автобусты...

15 апреля 2021
Смотреть видео Шуҡ малай шәбәйә башланы | ГТРК «Башкортостан»

Шуҡ малай шәбәйә башланы

12 ҡаттан ҡолап төшөп тере ҡалған бала һауығыуға табан бара, тип хәбәр итә табиптар. 5 йәшлек шуҡ малай менән булған хәл бөтә илде тетрәндерҙе. Малай әле  реабилитация курстары үтә. Ысынлап та, тиҙҙән был ҡыйыу малай велосипедына ла ултырыр, йүгереп тә китер. Әммә бер-ике ай көтөргө кәрәк...

15 апреля 2021
Смотреть видео Һыу баҫа | ГТРК «Башкортостан»

Һыу баҫа

Ауылдарҙы һыу баҫыуҙан йылғаларҙағы боҙ тығындарын шартлатып ҡотолоу сараһы күрелә. Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса әле 31 йорт, 272 йорт-ҡура, 11 юл участкаһы ташҡындан зыян күргән. 14 апрелгә һыу баҫыуҙың 29 осрағы теркәлһә, шуның 19-ы күҙәтеүгә...

15 апреля 2021
Смотреть видео Мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарыла | ГТРК «Башкортостан»

Мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарыла

Башҡортостанда  65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булғандар өсөн мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарыла.  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле «Юғары әҙерлек» тәртибе тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе. Үҙгәрештәр бөгөндән үҙ көсөнә...

15 апреля 2021
Смотреть видео Яҙғы-баҫыу эштәре башланды | ГТРК «Башкортостан»

Яҙғы-баҫыу эштәре башланды

Башҡортостандың көнбайышында бер нисә хужалыҡ баҫыу эштәрен башланы. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Шаран районы фермеры Рәмил Иҙиәтуллин ужым бойҙайын туҡландырыу эшен башҡара. Туймазы районында «Өйәҙе» крәҫтиән-фермер хужалығы ужым культураларын туҡландырыуға тотондо. Ғәҙәттәгесә...

15 апреля 2021
Смотреть видео Сираттағы рейд | ГТРК «Башкортостан»

Сираттағы рейд

Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән, страховкаһы юҡ, штрафтары түләнмәгән. Өфөлә Дәүләт автоинспекцияһы рейд барышында ҡағиҙә боҙоусыларҙы теркәне. Бер көн эсендә генә нисә юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәүселәр тотола?  Ни өсөн айырыуса иғтибар таксиҙарға йүнәлтелгән? Был водитель...

13 апреля 2021
Смотреть видео Космонавт менән тура бәйләнеш | ГТРК «Башкортостан»

Космонавт менән тура бәйләнеш

Рус драма театрында баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте мәктәп уҡыусылары өсөн космонавт, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Рәсәйҙең космонавтика Федерацияһы президенты Владимир Коваленок менән осрашыу үткәрҙе. Осрашыу тура бәйләнеш аша барҙы. Авиация генерал-полковнигы үҫмерҙәргә йыһан карабында...

13 апреля 2021
Смотреть видео Башҡорт балы йыһанда | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт балы йыһанда

 Хәҙер инде 16 йыл самаһы  космонавтарға өҫтәлмә ризыҡ булараҡ башҡорт балы ла бирелә. Махсус тюбиктарға йүкә һәм сәскәнән йыйылған  бал һалына. Республиканан халыҡ-ара йыһан станцияһына йылына 100 кг тирәһе бал оҙатыла. 2004-се йыл ошондай консервалы банкаларҙа Башҡорт балын...

13 апреля 2021
Яндекс.Метрика